ДЕБЕТ ТАРАУ
Дебет ҡушыу. □ Добавлять пух (к пряже). Дебетләп ойоҡбаш бәйләу.
ДЕБЕТ ТАРАУ (дебет тара-) (Р.: чесать (пух)} И.: comb (down)} T.: keten tarağından geçirmek) ҡ.
Махсус тараҡ менән кәзәнең дебетен алыу □ Чесать, вычесывать (пух). // Чесание. Дебет тарарға куршеләрҙе саҡырыу.
ДЕБЕТ ШӘЛ (Р.: пуховая шаль; И.: shawl made of down; T.: şal) и.
Кәзә мамығынан бәйләнгән шәл. □ Пуховая шаль. ■ Дебет шәлдәренең тыуған яғы — Башҡортостандың көньяғы, дөрөҫөрәге, Ейәнсура районы тиһәк, ысынбарлыҡҡа тап килә. «Башҡортостан», 7 июнь 2011.
ДЕБИТ [рус. < фр. debit ‘һатыу’, ‘тотоноу’] (Р: дебит; И.: output, yield; T.: debi) и. махс^
Сығанаҡтағы һыу, нефть, газ кеүек нәмәнең бер ваҡыт берәмеге эсендә килгән миҡдары, күләме. □ Дебит. ■ Йондоҙ беҙҙә лә яна ине лә ул... Кисә алдылар уны. Скважинаның дебиты кәмене. Н. Асанбаев. 1933 йылдарҙа Н. П. Кемеровский Усол сығанаҡтарының температураһын, дебитын, химик составын тикшерә. Ғ. Хисамов. Иң бай ятҡылыҡтарҙы, фонтан бәргән иң ҙур дебитлы скважиналарҙы ғына эшләтәләр, фонтаны бөттөмө, икенсеһенә кусәләр. Р. Солтангәрәев.
ДЕБИТОР [рус. < лат. debitor ‘бурыслы’] (Р: дебитор; И.: debtor; T.: borçlu) и. бухг.
Бирәсәге булған, бурыслы кеше йәки ойошма. □ Дебитор. Дебиторға талаптар. Дебиторға хеҙмәт курһәткән банк.
ДЕБИТОРЛЫҠ (дебиторлығы) (Р: дебиторский; И.: debtor; T.: borçlu) с.
Дебитор менән бәйле. □ Дебиторский. Дебиторлыҡ бурыстары.
ДЕБЮТ [рус. < фр. debut ‘баш’, ‘башланғыс’] (Р: дебют; И.: debut; T.: sahneye ilk çıkış) и.
1. Кайһылыр әлкәләге беренсе сығыш; артистың сәхнәләге беренсе сығышы. □ Дебют. Йәш яҙыусының дебюты. Дебют әҙерләу. ■ [«Куҙ өҫтөндәге бейеу»]
бик уңышлы дебют, ҡыҙҙың матурлығы мадонналарҙыҡынан артыҡ булмаһа, һис кәм тугел. Картотека фондынан, һәр хәлдә, осоп-талпынып опера театрына репетицияларға йөрөгәндәр, дебют көнөндә ниндәйҙер ғорурлыҡ, тантана ҡатыш ҡыуаныс кисергәндәр һаман иҫтә. М. Ямалетдинов.
2. Шахмат, шашка уйынында йөрөй башлау. □ Дебют. Дебют аҡ шашкаларҙың йөрөуе менән характерлана.
ДЕБЮТАНТ [рус. < фр. debutant] (Р: дебютант; И.: debutant; T: sahneye ilk kez çıkan) и.
Тәү тапҡыр сығыш яһаған кеше (сәхнәлә, спортта һ. б.). □ Дебютант. Халыҡ алдына сығып баҫҡан дебютант. Сезондың иң яҡшы дебютанттары.
ДЕВАЛЬВАЦИЯ [рус. < нем. Devaluation < лат. de ‘кәмеү’ + valeo ‘әһәмиәтле’] (Р: девальвация; И.: devaluation; Т.: devalüasyon) и.
1. Закон ҡабул итеү юлы менән милли аҡса берәмегенең алтын ҡиммәтен кәметеү йәки билдәле бер ил валютаһының рәсми курсын алтынға, көмөшкә йәки берәй сит ил валютаһына ҡарата түбәнәйтеүҙән ғибәрәт аҡса реформалары үткәреүҙең бер ысулы.
□ Девальвация. Девальвацияның төрҙәре. Девальвация сәбәптәре. Девальвация миҫалдары. Рәсәйҙәге девальвация.
2. кусм. Нимәнеңдер баһаһы төшөү.
□ Девальвация (снижение, утрата ценности, значения чего-л.). Рухи байлыҡтың девальвацияһы.
ДЕВАЛЬВАЦИЯЛАНЫУ (девальвациялан-) ҡ. төш. ҡар. девальвациялау. страд, от девальвациялау. Долларҙың девальвацияланыу ы.
ДЕВАЛЬВАЦИЯЛАУ (девальвацияла-) (Р: девальвировать; И.: devalue; devaluate; T: devalüe etmek) ҡ.
Девальвация үткәреү; аҡса берәмектәренең ҡиммәтен рәсми төшөрөү. □ Девальвировать. Аҡсаны девальвациялау.
ДЕВИЗ [рус. < фр. devise < лат. dividere ‘бүлеү, айырыу’] (Р: девиз; И.: motto; Т.: parola) и.
354