ДЕГЕТ
1. Эш, тормоштағы төп идея, маҡсатты сағылдырған өндәмә рәүешендәге ҡыҫҡа һүҙ. □ Девиз. Команданың девизы. Тормош девизы. ■ [Ҡыҙырас] намыҫлы, тоғро, ғәҙел, ғорур булыуҙы уҙенә йәшәу девизы итеп алғандан һуң, был алдаҡсы малайҙы яратмау ғына тугел, ул уҙендә уны тотоп туҡмау теләгенең тағы ла нығыраҡ көсәйә барыуын тойҙо. 3. Биишева. Линара уҙ яҙмышына уҙе хужа була алһа ғына әҙәм булыр. .. Был аҡыллы фекер куптән инде уның тормош девизына әуерелде. Л. Яҡшыбаева.
2. Конкурсҡа килгән әҫәргә ҡуйыла торған шартлы имза. □ Девиз. Девиз ҡуйыу.
3. Гербҡа, бинаға, орденға яҙылған саҡырыу һүҙе. □ Девиз. Ордендағы девиз.
ДЕВОН [рус. < ингл. Devon(shire) ‘Бөйөк Британиялағы Девоншир графлығы исеменән’] (Р.: девон; И.: Devonian period; T.: Devonyen Dönemi) и. геол.
Ерҙең геологик тарихында (палеозой дәуеренең дуртенсе осоронда) барлыҡҡа килә башлаған минерал тоҡомдар ҡатламы.
□ Девон. / Девонский. Девонға төшөу. ■ [Атаһы — Юлдашҡа:] Ундай кул булһа, беҙ бында, ике-өс мең метр ер тишеп, девонға төшөп маташмаҫ инек. Нефтте шлангылар менән кулдән туп-тура цистерналарға тейәр ҙә оҙатыр инек. 3. Биишева. Ә скважина, ысынлап та, хәтәр. Ана, Туймазыла девон нефтен асҡан скважинанан 100 тонна сыҡҡайны. Р. Солтангәрәев.
ДЕГАЗАТОР [рус.] (Р: дегазатор; И.: decontaminator; T.: gazdan temizleme makinesi) и.
1. Дегазация үткәрә торған аппарат.
□ Дегазатор. Дегазатор урынлаштырыу. Шыйыҡлыҡ дегазаторы. Химия сөнәғәтендә дегазатор ҡулланыу.
2. Дегазация үткәреү өсөн ҡулланылған зарарһыҙландырыусы матдә. □ Дегазатор. Дегазатор ҡулланыу.
3. Дегазация үткәреүсе кеше. □ Дегазатор. Дегазатор булып эшкә урынлашыу.
ДЕГАЗАЦИЯ [рус.] (Р: дегазация; И.: degassing; T.: gazdan temizleme) и.
Ағыуланған ерҙең, кейем-һалым һ. б. нәмәнең зарарһыҙландырылыуы йәки зарарһыҙланыу ы. □ Дегазация. Дегазация уткәреу.
ДЕГАЗАЦИЯЛАУ (дегазацияла-) ҡ. ҡар. зарарһыҙландырыу. Нефть продукттарын дегазациялау.
ДЕГАЗАЦИЯ ҮТКӘРЕҮ (дегазация үткәр-) ҡ. ҡар. зарарһыҙландырыу.
ДЕГЕ-ДЕГЕ саҡ. диал. ҡар. геле-геле.
ДЕГЕНЕРАТ [рус. < лат. degeneratus] (Р: дегенерат; И.: moron; T.: dejenere) и.
1. Нәҫелдән килгән ыңғай биологик һәм психик сифаттарҙы юғалтҡан йәки юғалта башлаған кеше. □ Дегенерат. Дегенерат — генетик төшөнсә.
2. ҡар. әҙәм аҡтығы. Дегенератҡа әйләнеп бөтөу.
ДЕГЕНЕРАТИВ (Р: дегенеративный; И.: moronic; T.: dejenere) с.
Дегенерацияға бәйле. □ Дегенеративный. Дегенератив уҙгәреш.
ДЕГЕНЕРАЦИЯ [рус. < фр. degeneration < лат. degenerare] (Р: дегенерация; И.: degeneration; T.: soysuzlaşma) и.
1. Организмдың биологик һәм психик яҡтан насарайыуы; тоҡомдоң боҙолоуы. □ Дегенерация. Дегенерацияға бирелеу.
2. биол. Тере организмдарҙа күҙәнәк һәм органдарҙың (ағзаларҙың) тарҡалышы, боҙола барыуы. □ Дегенерация. Дегенерация башланыу.
ДЕГЕТ [рус. дёготь < төрк.] (Р: дёготь; И.: tar, pitch; T.: katran) и.
Ғәҙәттә, ҡайын туҙы, торф йәки таш күмерҙән ҡыуып алынған ҡуйы ҡара еҫле шыйыҡлыҡ. □ Дёготь; смола. /Дегтярный. Дегет һөртөу. ■ [Ҡарағайҙарҙың] ҡар баҫыуҙан имгәнгәндәренең башын ҡырҡып, дегет һөртөп, ҡыйшайғандарын төҙәйтеп ултыртып рәтләп сыҡтылар. Н. Мусин. Яһалғандан бирле дегет төҫө курмәгән тәгәрмәс аҡрын ғына, булеп-булеп кенә шығырлап килә лә ҡапыл әсе итеп һыҙғырып ебәрә. С. Агиш. Аҡбулат ҡарт ғумер буйы .. туҙ һыҙырған да дегет ҡыуған, ерек ҡырҡҡан
12*
355