ДЕГЕТ БАҘЫ
да күмер үртәгән. Әкиәттән. • Ҡатынды кеше иткән — егет, арбаны яҡшы иткән — дегет. Әйтем.
ДЕГЕТ БАҘЫ (Р.: дегтярня; И.: pitch producing works; T.: katran kaynatma yeri) u.
Дегет ҡайната торған урын. □ Дегтярня. Дегет баҙын әҙерләү. Дегет баҙында ҡайнатыу. Дегет баҙы ҡаҙыу.
ДЕГЕТ КЕҮЕК (Р.: как дёготь; И.: pitch like; T: katran gibi) с.
Үтә ныҡ ҡара, ялтырап торған (төҫкә ҡарата). □ Как дёготь (об очень чёрном цвете). Дегет һымаҡ ҡара. ■ Бер бүлмәлә алты ҡаҙаҡ ашыҡмайынса ғына дегет кеүек ҡуйы итеп сәй әсәләр. А. Таһиров. [Ҡыҙырас:] Хатта ул күлде әллә нисәмә тапҡыр арҡыры-буй йөҙөп, дегет кеүек ҡап-ҡара булып сыҡҡаным бар минең. 3. Биишева. Ә дегет кеүек ҡара сәстәренә бар әхирәттәре лә көнләшеп ҡарай. Ш. Хажиәхмәтов.
ДЕГЕТ КҮНӘГЕм. ҡар. дегет силәге.
ДЕГЕТ ҠАЙНАТЫУ (дегет ҡайнат-) (Р: гнать дёготь; И.: produce tar (pitch); T: katran kaynatmak) ҡ.
Ҡайын туҙы, торф йәки таш күмерҙе ҡыуыу. □ Гнать дёготь. Дегет ҡайнатыу эше. ■ [Шаҡман] ҡарурман эсендә, йәтешле генә соҡор буйында, әлеге Биктимерҙе дегет ҡайнатырға ҡушҡан. К. Мәргән. [Ғәйнәләрҙең] ере иркенерәктәре урман, һунар, солоҡ кәсебен дауам итһә, аҙ ерлеләре дегет ҡайнатыу, күмер үртәү, ташыу, мәғдән эҙләү йә ваҡ кустарсылыҡ һәнәрҙәренә күсеп киткән. Ғ. Хөсәйенов. Петя Кирьянов йыл уртаһына урман ҡырҡа ла ағас сығара, күмер үртәй ҙә дегет ҡайната, уларҙан бушағанда мал ҡарай. 3. Ураҡсин.
ДЕГЕТ ҠОЙОУ (дегет ҡой-) ҡ. ҡар. яла яғыу. ■ Тел биҫтәһе тәүҙә ул кеше өҫтөнә ҡара дегет ҡоя, ти. Теле менән ялап аҙаҡ, «ялт» иттереп ҡуя, ти. Р. Назаров.
ДЕГЕТЛӘНЕҮ (дегетлән-) ҡ. төш. ҡар. дегетләү, страд, от дегетләү. Дегетләнгән итек. Дегетләнгән ағас.
ДЕГЕТЛӘҮ (дегетлә-) (Р: смазывать дёгтем; И.: tar; T.: katran sürmek) ҡ.
1. Дегет һөртөү, дегет менән майлау.
□ Смазывать дёгтем, мазать. Тәгәрмәстәрҙе дегетләү. Итекте дегетләү. ■ Аҡназар келәттәге йыйып ҡуйған сана тәртәһен сығарып, дуға менән күтәртте лә, арбаның тәгәрмәстәрен дегетләп алды. Ғ. Дәүләтшин. • Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә. Әйтем.
2. Дегеткә бысратыу, дегеткә буяу.
□ Пачкать дёгтем. Капҡа дегетләү. Кайыш дегетләү. Кулды дегетләү. Кейемде дегетләү.
ДЕГЕТСЕ (Р: дегтярник; И.: tar maker; T.: katrancı) и.
Дегет ҡыуыусы, дегет ҡайнатыусы.
□ Дегтярник. • Дегетсе күмерсегә: «Мине буяма», — тигән. Әйтем.
ДЕГЕТСЕЛЕК (дегетселеге) (Р: дегтярное дело; И.: tar making; T.: katrancihk) u.
1. Дегет эшләү, сығарыу. □ Дегтярное дело. Дегетселек менән шөғөлләнгәндәр.
2. Дегет эшләү кәсебе. □ Дегтярное дело. Дегетселек кәсебен ҡайтарыу.
ДЕГЕТ СИЛӘГЕ (Р: дегтярница; И.: pitch bucket; T.: katran eleği) и.
1. Дегет һалып, арбаға тағып йөрөй торған силәк. □ Дегтярница. Дегет силәгенә ҡойоу. Дегет силәген эшләү. • Таҡһаң, дегет силәге лә Өфөнән әйләнеп ҡайта. Әйтем.
2. күсм. Башҡаларға эйәреп йөрөй торған, ихтыярһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Безвольный человек. Үҙе бер дегет силәге ине. Дегет силәге тиҙәр уны.
ДЕГЕТ СӘСКӘҺЕ и. бот. ҡар. дүмгәләк. Дегет сәскәһе еҫе.
ДЕГРАДАЦИЯ [рус. < фр. degradation < degradatio ‘түбәнәйеү’] (Р: деградация; И.: degradation; T.: gerileme) и.
Яҡшы, ҡиммәтле, ыңғай сифаттарҙың әкренләп юғала, боҙола, кәмей барыуы.
□ Деградация. Деградация башланыу. Деградацияға бирелеү.
ДЕГРАДАЦИЯЛАНЫУ (деградациялан-) (Р: деградировать; И.: degrade; Т.: gerilemek) ҡ.
Деградацияға дусар булыу. □ Деградировать. Деградацияланыу күренеше.
356