ДЕЖУР
ДЕГУСТАТОР [рус.] (Р.: дегустатор; И.: taster; T.: çeşniye bakan) и.
1. Дегустация белгесе. □ Дегустатор. Шарап дегустаторы. Сыр дегустаторы.
2. Тәм һәм еҫ һиҙеү органдары һиҙгер кеше тураһында. □ Дегустатор.
ДЕГУСТАЦИЯ [рус. < фр. degustation < лат. degustare ‘тәмләп ҡарау’] (Р: дегустация; И.: tasting; T.: çeşniye bakma) и.
Ашамлыҡ, эсемлекте әҙерләгәндә төҫөнә, тәменә, еҫенә һ. б. ҡарап сифатын билдәләү эше. □ Дегустация. Дегустация ойоштороу.
ДЕГУСТАЦИЯЛАНЫУ (дегустациялан-) ҡ. төш. ҡар. дегустациялау, страд, от дегустациялау.
ДЕГУСТАЦИЯЛАУ (дегустацияла-) (Р: дегустировать; И.: taste; T.: çeşniye bakmak) ҡ.
Дегустация яһау, дегустация үткәреү. □ Дегустировать. Шарапты дегустациялау. Сәйҙе дегустациялау. Дегустациялап алыу.
ДЕГУСТАЦИЯ ҮТКӘРЕҮ (дегустация үткәр-) ҡ. ҡар. дегустациялау.
ДЕГУСТАЦИЯ ЯҺАУ (дегустация яһа-) ҡ. ҡар. дегустациялау.
ДЕГӘНӘК (дегәнәге) (Р: репейник; И.: burdock; T.: dulavratotu) и. бот.
1. Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк тубалсаҡлы, сәнскеле үҫемлек һәм уның йәбешкәк тумалаҡ орлоғо. □ Репейник, репей, лопух (лат. Arctium lâppa). Дегәнәк орлоғо. Ҙур дегәнәк. Йөнтәҫ дегәнәк. Кесе дегәнәк. Сусҡа дегәнәге. Урман дегәнәге. ■ Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әллә бала саҡтан шул дегәнәктәрҙе күреп үҫкәнгәме, ситтә йөрөгәндә уларҙы ла һағына торғайным. Ш. Янбаев. Биш-алты аҙымда ғына, сит кешенән ятһынып, йөнөнә дегәнәк, һырлан уҡмашып бөткән күк кәзә томһайып тора. Ә. Хәкимов. Закир, япрайып үҫкән дегәнәк япрағын өҙөп алып битен ҡаплап, салҡан әйләнеп ятты. 3. Биишева. Тал-өйәцкеләр япраҡ ебәрә, туғай үләне, балтырған, кесерткән, ҡаҡы, дегәнәк ҡояшҡа үрелә. М. Ху-жин. • Алмағаста алма бешә, дегәнәктә — дегәнәк. Әйтем.
2. күсм. Кешегә йәбешеп, һырлығып барған кешегә ҡарата әйтелә. □ Пристать как репей. Беҙҙец күрше дегәнәк инде ул.
3. диал. Әлморон. □ Боярышник. Дегәнәк тип әйтәләр ул емеште беҙҙец яҡта.
4. Сәнскеле ағастарҙың энәһе. □ Иголки колючих деревьев. Гөлйемештец дегәнәге.
ДЕГӘНӘК ЕМЕШ и. бот. ҡар. дегәнәк
3. Дегәнәк емеше йыйыу.
ДЕГӘНӘКЛЕ с. диал. ҡар. сәнскеле. Дегәнәкле әлморонды йыйыу ҡыйын.
ДЕГӘНӘКЛЕК (дегәнәклеге) (Р: репейник; И.: burdock grown place; T.: dulavratotu) и.
Дегәнәк (1) күп үҫкән ер. □ Репейник. Дегәнәклек араһында йөрөү.
ДЕДУКТИВ (Р: дедуктивный; И.: deductive; T.: tümdengelimli) с. фәлс.
Дедукцияға нигеҙле, дедукцияға мөнәсәбәтле. □ Дедуктивный. Дедуктив алым.
ДЕДУКЦИЯ [рус. < лат. deductio ‘сығарыу’] (Р: дедукция; И.: deduction; Т.: tümdengelim) и. фәлс.
Дөйөмдән айырымға ҡайта торған фекер ысулы, дөйөмдән сығып яһалған логик һығымта; киреһе — индукция. □ Дедукция. Дедукция принцибы.
ДЕЖУР I (Р: дежурный; И.: on duty; T.: nöbetçi) с.
1. Ниндәйҙер ижтимағи вазифаны йәки хеҙмәтте сиратлап үтәгән. □ Дежурный. Дежур табип. ■ [Айнур] нисәмә тапҡыр дежур редактор булған инде ул редакцияла эшләү осоронда, .. дежур булған көнөнөц иртәгеһенә килеү менән бына шулай газета-ны йәнә бер ҡарап сыҡмай түҙмәй. Н. Мусин. Дежур милиционер Хашимдыц торғанын көттө. Т. Ғарипова.
2. Ниндәйҙер эште, хеҙмәтте бүтәндәрҙең ялы ваҡытында үтәгән. □ Дежурный. Дежур дарыухана.
3. Кәрәк саҡта тиҙ генә файҙаланыр өсөн әҙер торған. □ Дежурный. Дежур техника. ■ [Азамат] яҙғылыҡҡа дежур вертолёт кәрәк тип күптән бирле әйтә килде, тыцламанылар. Р. Солтангәрәев.
357