ДЕЖУР
4. кусм. Һәр саҡ ҡулланыла, файҙалана торған. □ Дежурный. Дежур һуҙҙәр ҡулланыу.
ДЕЖУР II [рус. дежурный < фр. de jour ‘көнлөк’] (Р.: дежурный; И.: person on duty; T.: nöbetçi) и.
1. Сиратлы вазифаны йәки хеҙмәтте башҡарған кеше. □ Дежурный. Дежур булыу. Дежур егет.
2. Сиратлап башҡарылған ижтимағи вазифа йәки эш. □ Дежурство. Дежурға йөрөу.
■ Ике һалдат йән белмәй йоҡлай; курәһең, дежурҙан ҡайтҡандарҙыр. Д. Юлтый. Мин [Арынбаҫаров] инде хәҙерҙән ук, бына ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, төнгө дежурға йөрөй башлармын. Д. Бүләков.
ДЕЖУР ИТЕҮ (дежур ит-) (Р.: дежурить; И.: be on duty; T.: nöbet tutmak) ҡ.
Дежурлыҡ вазифаһын үтәү, дежурҙа булыу. □ Дежурить. Тәулек әйләнәһенә дежур итеу. Дежур итеуҙе ойоштороу.
■ «Молния»ла — Айнурға карикатура. «Дежур итеуҙең яңы ысулы. Фәһем алығыҙ!» — тип яҙылған. Н. Мусин. [Ихсанбай — Ишмөхәмәткә:] Көндөҙ ҙә, төндә лә мәмерйә алдында дежур итәйек, алмашлап йоҡлайыҡ. Т. Ғарипова. [Полковник] һунарға барыр көндө телефон төбөндә дежур итергә икенсе берәуҙе йәһәт кенә саҡыртып ала. Д. Юлтый.
ДЕЖУРЛЫҠ (дежурлығы) (Р: дежурство; И.: being on duty; T.: nöbetçilik) и.
Дежур (II) эше. □ Дежурство. Дежурлыҡ аҙнаһы. М Мәҙинәнең дежурлыҡ аҙнаһы ине. Шунлыҡтан ул кистәрен иртәрәк ҡайтырға тейеш. Ә. Хәкимов.
ДЕЖУРНЫЙ [рус. < фр. de jour ‘көнлөк’] и. һөйл. ҡар. дежур II. ■ [Менәурә] ишек төбөндә ултырған дежурныйҙың өйрәтеуе буйынса, ҡабул итеу булмәһенә утте. Н. Мусин. Амантаев дежурный операторҙы, электрикты ғына ҡалдырҙы, ҡалғандарҙы ҡайтарып ебәрҙе. Р. Солтангәрәев. Мастерской яғынан станцияға дежурный машинист Михайлов килеп сыҡты. А. Карнай.
ДЕЗАКТИВАЦИЯ [рус. < фр. des + лат. actwus ‘эшмәкәр, эшлекле’] (Р: дезактивация; И.: decontamination; T.: radyasyondan temizleme) и.
Ҡоролма һәм башҡа нәмәләрҙең өҫ яғы радиоактив матдәләрҙән таҙартылыуы. □ Дезактивация. Дезактивация уткәреу. Дезактивация эштәре. Дезактивация пункты. Дезактивация ҡорамалдары. Дезактивация буйынса белгес.
ДЕЗАКТИВАЦИЯЛАУ (дезактивацияла-) (Р: дезактивировать; И.: decontaminate; T.: radyasyondan temizlemek) ҡ.
Дезактивация яһау, дезактивация үткәреү. □ Дезактивировать. Ҡоролмаларҙы дезактивациялау. Тупраҡты дезактивациялау. Цехтарҙы дезактивациялау. Дезактивациялау эштәре. Ҡалдыҡтарҙы дезактивациялау.
ДЕЗЕРТИР [рус. < фр. deserteur < лат. desertor ‘ҡасҡын, һатлыҡ’] и. ҡар. ҡасҡын. ■ Ихсанбай әсәһенең куҙенә тура ҡарарға тырышты, — патриоттың балаһы .. дезертир булмай. Т. Ғарипова. 1942 йылдың яҙында беҙҙең бригада иртәгә һөжумгә кусә тигәндә, фажиғәле, яман шундай хәл булды: ревтрибунал хөкөмө буйынса бөтә ғәскәр алдында бер дезертирҙы язаланылар. М. Кәрим.
ДЕЗЕРТИРЛЫҠ (дезертирлығы) (Р: дезертирство; И.: desertion; T.: askerden kaçma) и.
1. Хәрби хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәттән баш тартыу маҡсатында үҙ белдеге менән хәрби частан китеүе; армияға саҡырылыуҙан баш тартыуы. □ Дезертирство. Дезертирлыҡта ғәйепләу. М [Механик-водителдең] дезертирлығы шул ине: резервта торған саҡта төнөн танкыға ултырған да ун километр ерҙәге ауылға әсәһен курергә барған. М. Кәрим.
2. Үҙеңдең гражданлыҡ бурысыңды, хеҙмәт буйынса йәки ижтимағи вазифаларыңды үтәүҙән баш тартыу хәле. □ Дезертирство.
358