ДЕЗОКАМЕРА
ДЕЗЕРТИРЛЫҠ ИТЕҮ (дезертирлыҡ ит-) (Р.: дезертировать; И.: desert; defect T.: askerden kaçmak) ҡ.
Хәрби хеҙмәттән, армияға саҡырыуҙан ҡасып йөрөү. □ Дезертировать. Дезертирлыҡ иткән егеттәр булманы. Дезертирлыҡ итеу беҙҙең егеттәргә хас тугел ине.
ДЕЗИНСЕКТАЛЬ [рус.] (Р.: дезинсекталь; И.: stuff for extermination of insects; T.: böceklere karşı) и.
Көнкүрештә зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөү өсөн ҡулланылған ағыулы шыйыҡса. □ Дезинсекталь. Быяла һауыттағы дезинсекталь. Дезинсекталде һаҡлау шарттары. Дезинсекталь һортөу. Дезинсекталь ҡулланыу.
ДЕЗИНСЕКЦИЯ [рус. < фр. de... + лат. insectum ‘бөжәк’] (Р: дезинсекция; И.: extermination of insects; T: haşere mücadelesi) u.
Махсус саралар менән зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөү эше. □ Дезинсекция. Дезинсекция уткәреу.
ДЕЗИНФЕКЦИЯ [рус. < фр. des... < лат. infectio ‘ағыуланыу’] (Р: дезинфекция; И.: disinfection; T.: dezenfeksiyon) и.
Йоғошло микробтарҙы махсус сара менән бөтөрөү эше. □ Дезинфекция. ■ [Пруд-ский] яралыларҙың кейемен һалдырып ала, уларҙы һәр кемдекен айырып, төрөп бәйләй, унан һуң уларға дезинфекция яһай. А. Таһиров.
ДЕЗИНФЕКЦИЯЛАНЫУ (дезинфекциялан-) ҡ. төш. ҡар. дезинфекциялау. страд, от дезинфекциялау. Кластар яҡшы дезинфекцияланған.
ДЕЗИНФЕКЦИЯЛАУ (дезинфекцияла-) (Р: проводить дезинфекцию; И.: do disinfection; T.: dezenfekte etmek) ҡ.
Дезинфекция үткәреү, дезинфекция яһау; йоғошһоҙландырыу. □ Проводить дезинфекцию. Дезинфекциялау саралары.
ДЕЗИНФЕКЦИЯ ҮТКӘРЕҮ (дезинфекция үткәр-) ҡ. ҡар. дезинфекциялау. Дезинфекция уткәреу ысулдары.
ДЕЗИНФЕКЦИЯ ЯҺАУ (дезинфекция яһа-) ҡ. ҡар. дезинфекциялау. Дезинфекция яһау саралары.
ДЕЗИНФОРМАЦИЯ [рус. < фр. des + informer ‘хәбәр итеү’, ‘белдереү’] (Р: дезинформация; И.: misinformation; T: yalan, uydurma haberler) и.
Кемделер яңылыштырыу, хата фекер тыуҙырыу өсөн (пресса, радионан һ. б.) таратылған ялған информация, хәбәр. □ Дезинформация. Дезинформация таратыу. Дезинформация булдырыу.
ДЕЗИНФОРМАЦИЯЛАУ (дезинформацияла-) (Р: дезинформировать; И.: misinform; T.: yalan, uydurma haber, bilgi vermek) ҡ.
Кешене бутау, унда яңылыш фекер тыуҙырыу өсөн ялған информация, хәбәр таратыу. □ Дезинформировать. Дезинформациялау ысулдары. Дезинформациялау төрө.
ДЕЗОДОРАНТ [рус. < лат. des... + odor ‘еҫ’] (Р: дезодорант; И.: deodorant; T: koku giderici) и.
Насар еҫте бөтөрә торған махсус матдә.
□ Дезодорант. Дезодорант ҡулланыу. Дезодорант һатып алыу.
ДЕЗОДОРАТОР [рус. < лат. des... + odor ‘еҫ’] (Р: дезодоратор; И.: deodorizer; T.: koku giderici) и.
Дезодорация яһау сараһы йәки приборы.
□ Дезодоратор. Һыуытҡыс өсөн дезодоратор. Яңы осор дезодораторы. Рафинацияла дезодорация ҡулланыу. Ағас кумере яҡшы дезодоратор булып һанала.
ДЕЗОДОРАЦИЯ [рус. < фр. < лат. des... + odor ‘еҫ’] (Р: дезодорация; И.: deodoration; T.: koku gidermek) и.
Төрлө химик матдәләр ярҙамында насар еҫте бөтөрөү сараһы. □ Дезодорация. Дезодорация уткәреу. Ағас кумере менән дезодорация яһау.
ДЕЗОКАМЕРА [рус.] (Р: дезокамера; И.: disinfection chamber; T.: dezenfeksiyon odası) и.
Дезинфекция яһай торған махсус бүлмә йәки шкаф. □ Дезокамера. Дезокамеранан килгән һауа. Дезокамераның эшләу режимы. Дезокамера һатып алыу. ■ Бабай ашҡынып торған бер атты етәкләп дезокамераға алып инеп китте. И. Ғиззәтуллин.
359