ДЕЗОРГАНИЗАТОР
ДЕЗОРГАНИЗАТОР [рус. < фр ] (Р.: дезорганизатор; И.: disorganizer; T.: (bir şeyin) düzenini bozan) и.
Дезорганизация яһаған, тәртипте боҙған кеше; болартыусы. □ Дезорганизатор. Төркөмдәге дезорганизатор.
ДЕЗОРГАНИЗАЦИЯ [рус. < фр. desorganisation ‘тәртипте боҙоу’] (Р.: дезорганизация; И.: disorganization; T.: düzensizlik) и.
Берәй эштә, ойошмала һ. б. нормаль эшмәкәрлекте, тәртипте боҙоу, болартыу эше.
□ Дезорганизация. Дезорганизация менән шөғөлләнеу. Социаль системалар дезорганизацияһы.
ДЕИЗМ [рус. < лат. deus ‘Алла’] (Р: деизм; И.: deism; T.: Deizm, Yaradancılık) и. фәлс.
Донъяның яратылышы Алланан, ләкин артабанғы тәбиғәт һәм хәл-ваҡиғаларҙың үҫеше Алланан түгел, тип ҡараған дини-фәлсәфәүи ҡараш (XVI—XVII быуаттарҙа барлыҡҡа килә башлай). □ Деизм. Деизм йунәлеше. Деизм тәғлимәттәре.
ДЕИСТ [рус.] (Р: деист; И.: deist; Т.: deist) и.
Деизм тәғлимәтен ҡабул иткән кеше.
□ Деист. Деист булғандар. Деист тип атағандар.
ДЕЙЕҮ [фарс. ^] (Р: див; И.: demon; Т.: dev) и. миф.
Мифологиялағы яуыз, яман мифик зат.
□ Див; демон. ■ Әкиәттә лә дейеу унар башлы. Береһен сапһац, уҫә икенсеһе, кеше генә башы булғас ашы. Ф. Туғыҙбаева. Өй артында йөрөгән кәзә тояҡтарының тауыштары ен һәм дейеуҙәрҙең аяҡ тауыштары һымаҡ тойолдо. Я. Хамматов. Үҙҙәре ҙур дейеуҙәй дурт батыры килгән, ти. «Урал батыр». Уҡанан да алтындан ҡойолған йорт был. «Был — дейеу йорто», — тип яҙылған. Әкиәттән.
ДЕЙЕҮ БАТШАҺЫ (Р: царь демонов; И.: demons’ ruler; T: dev) и. миф.
Әкиәттәге яуыз, яман мифик зат; дейеүҙәр батшаһы. □ Царь демонов; див. ■ Легендар риуәйәт һәм легендаларҙың
геройҙары араһында әкиәт персонаждары — дейеу батшаһы, һәр төрлө йөнтәҫ әбейҙәр һ. б. Ф. Нәҙершина. Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеу батшаһы быларҙы куреп ҡалған да арттарынан төшкән. Әкиәттән. Бер мәлде дейеуҙәр, дейеу батшаһын ултергән кешене эҙләп, ендәр араһына килеп сығалар. Әкиәттән.
ДЕЙЕҮ-ПӘРЕЙҘӘР (Р.: дивы, демоны; И.: devils and the like; T.: devler) и. йыйн.
Дейеүҙәр һәм пәрейҙәр. □ Дивы, демоны. ■ Уның куҙ алдында әбей һөйләгән дейеу-пәрейҙәр, төрлө төҫкә ингән юха йыландар куренгәндәй булды. Я. Хамматов.
ДЕЙЕҮ ПӘРЕЙЕ (Р: див; И.: dragon; demon; T.: dev) и. миф.
Мифологияла 3, 7, 9, 12 башлы йылан затлы мифик зат. □ Див. ■ Шурәленән айырмалы рэуештә, ел-дауыл хужаһы булып һурәтләнгән дейеу (дейеу пәрейе) мәмерйәләрҙә йәшәй, йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙы урлап алып китә. С. Галин. Бесәй ажғырып ҡысҡыра башлағас та, шарлап ҡайнаған ҡаҙан тирәһенә йыйналған дейеу пәрейҙәре менән төрлө-төрлө йыртҡыстар аҡырып-баҡырып бейергә тотонғандар, ти. Я. Хамматов. Ел-дауыл бөтә суп-сарҙы, кибеп өлгөргән ерҙәге саңды, былтырғы ҡоро япраҡтарҙы һауаға кутәрҙе лә уны дейеу пәрейҙәренең орсоғо һымаҡ өйөрөлттө. Ғ. Ибраһимов.
ДЕК [рус. < ингл. deck < нем. decken ‘ҡаплау’] (Р: дек; И.: deck; T.: güverte) и. диңг.
Диңгеҙ йәки йылға карабының аҫмалы палубаһы. □ Дек. Декта урынлаштырыу. Дектағы артиллерия. Диңгеҙ судноһындағы дек.
ДЕКА I [рус. < нем. Decke ‘ҡапҡас’] (Р: дека; И.: sounding board; T.: yankı tahtası) и.
Ҡайһы бер ҡыллы музыка ҡоралдарының тауышын көсәйтә торған өлөштәре. □ Дека. Пианино корпусындағы дека. Шыршынан эшләнгән дека.
ДЕКА II [рус. < нем. Decke ‘ҡапҡас’] (Р: дека; И.: part of a threshing machine; T.: harman makinesinin bir kısmı) и. а. х.
360