Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 361


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕКАНАТ
Ашлыҡ һуғыу машинаһының барабанына ҡаршы ҡуйылған ҡуҙғалмай торған тешле өлөшө. □ Дека. Деканы алмаштырыу.
ДЕКА III [рус. < гр. deka ‘ун’] (Р.: дека; И.: deka; T.: deka)
Ҡушма һүҙҙәрҙең билдәле үлсәм берәмегенең ун тапҡырға артыуын белдереүсе тәүге өлөшө. □ Дека (первая часть сложных слов, обозначающая десятикратное увеличение меры). Декалитр тип ун литрға әйтелә. Декаметр ун метр була.
ДЕКАБРЬ [рус. < лат. decern ‘ун’] (Р: декабрь; И.: December; T.: Aralık) и.
Календарь йылының ун икенсе айы; аҡъюлай. П Декабрь. Декабрь һыуығы. ■ Һауала ҡайнап үкерә, дыулай декабрь, хас өйөрмә ояһындай — утлы йөмғаҡ — ер. М. Кәрим. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала. Р. Шәкүр. Егерме бишенсе декабрь иртәһе. Иртәнге ҡоро һалҡын. Д. Юлтый.
ДЕКАДА [рус. < фр. decade < гр. dekas, dekados ‘тиҫтә’] (Р: декада; И.: ten-day period; T.: on gün) и.
1. Ун көнгә тигеҙ ваҡыт, айҙың өстән бер өлөшө; ун көн. □ Декада. Беренсе декада. ■ Бәхтиәр ағай өс декаданан бирле саҡырып йөрөй. Әйҙә, барайыҡ. А. Таһиров. Сара [заманса торбаларҙы бер ярым километр арауыҡҡа һалыу] сентябрҙең икенсе декадаһы аҙағында тамамланырға тейеш. «Юшатыр», 13 сентябрь 2011.
2. Нимәгәлер арналған ун көнлөк. □ Декада. Әҙәбиәт декадаһы. ■ Яҡутстанда башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы була, шунда ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө беҙҙең районға ла килә икән. Н. Мусин.
ДЕКАДАЛЫ (Р: декадный; И.: ten-day; T.: on günlük) с.
Декадаға бәйле. □ Декадный. Декадалы система. Декадалы график.
ДЕКАДЕНТ [рус. < фр. decadence < лат. decadentia ‘бөлгөнлөк’] (Р: декадент; И.: decadent; T.: dekadan) и.
Декадентлыҡ яҡлы кеше. □ Декадент. Рус декаденттары. Декадент яҙыусылар. Декаденттарҙы куп осраҡта символистар менән бер рәттән ҡуялар.
ДЕКАДЕНТЛЫҠ (декадентлығы) (Р: декаденство; И.: decadence; T: dekadanlık) и.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы әҙәбиәт һәм сәнғәттә булған өмөтһөҙлөк, тормоштан биҙеү, индивидуализм менән һуғарылған буржуаз, антиреалистик йүнәлештәрҙең дөйөм атамаһы. □ Декадентство. Декадентлыҡ хәрәкәте. Декадентлыҡ академизмға ҡапма-ҡаршы йүнәлеш булараҡ сығыш яһай.
ДЕКАДЕНТСЫЛ (Р: декадентский; И.: decadent; T.: dekadan) с.
Декадентлыҡҡа ҡараған. □ Декадентский. Декадентсыл әҙәбиәт. Декадентсыл ҡараш.
ДЕКАЛИТР [рус. < гр.] (Р: декалитр; И.: decalitre; Т.: dekalitre) и.
Ун литрға тигеҙ булған шыйыҡлыҡ үлсәү берәмеге. □ Декалитр. Декалитр, үлсәү берәмеге булараҡ, шарап етештереүҙә йыш ҡулланыла. Француздар декалитрҙы һигеҙ кружкаға һыя, тип иҫәпләй.
ДЕКАМЕТР [рус. < гр.] (Р: декаметр; И.: decametre; T.: dekametre) и.
Ун метрға тигеҙ булған оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Декаметр. Бер декаметрҙа 14 аршин тип әйтелә.
ДЕКАН [рус. < лат. decanus < decern ‘ун’, ‘ун кеше түрәһе’] (Р: декан; И.: dean; Т.: dekan) и.
Юғары уҡыу йортонда факультет менән етәкселек итеүсе. □ Декан. ■ [Ж. F. Кейекбаев Башҡорт дәүләт педагогия иститу-тында] өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡара, сит ил телдәре факультеты деканы була. Р. Шәкүр. [Шамил] проректор бүлмәһенә инде. Шакир Сәлимович зоофактың деканы менән һөйләшеп ултыра ине. Н. Мусин.
ДЕКАНАТ [рус.] (Р: деканат; И.: dean’s office; T.: dekanlık) и.
361