ДЕКАНЛЫҠ
1. Факультеттың декан етәкселегендәге административ-уҡыу идараһы. □ Деканат. Филология факультеты деканаты.
2. Ошо идара урынлашҡан бүлмә йәки йорт. □ Деканат. Деканатҡа килеу. Деканатҡа саҡырыу.
ДЕКАНЛЫҠ (деканлығы) (Р.: деканство; И.: dean’s office; T.: dekan vazifesi) и.
Декан вазифаһы һәм эше. □ Деканство, должность декана. Деканлыҡ вазифаһын башҡарыу.
ДЕКАТИРОВКА [рус. < фр. decatir ‘ялтырын бөтөрөү’] (Р.: декатировка; И.: preshrinking; T.: dekatirleme) и.
Йөн йәки ҡайһы бер башҡа туҡыманы сифатын яҡшыртыу һәм ултырмаһын өсөн пар йәки эҫе һыу менән эшкәртеү эше. □ Декатировка.
ДЕКАТИРОВКАЛАУ (декатировкала-) (Р: декатировать; И.: (pre)shrink; Т.: dekatirleme) ҡ.
Йөн йәки ҡайһы бер башҡа туҡыманы сифатын яҡшыртыу һәм ултырмаһын өсөн пар йәки эҫе һыу менән эшкәртеү. □ Декатировать. Декатировкалау уткәрҙеләр. Декатировкалау эше.
ДЕКАТИРОВКА ЯҺАУ (декатировка яһа-) ҡ. ҡар. декатировкалау.
ДЕКАЭДР [рус. < гр. deka ‘ун’ + hedra ‘ҡыр, яҡ’] (Р: декаэдр; И.: decahedron; Т.: onyüzlü) и. мат.
Ун яҫылыҡ менән сикләнгән ун яҡлы геометрик есем. □ Декаэдр. Декаэдр төҙөу. Декаэдр сиктәре.
ДЕКЛАМАТОР [рус. < лат. declamator ‘ҡысҡырып һөйләүсе’] (Р: декламатор; И.: reciter; T.: ezberden okuyan kimse) и.
Нәфис һүҙ оҫтаһы, декламация һөйләүсе.
□ Декламатор. Эстрада декламаторы. Декламаторҙар туцәрәге.
ДЕКЛАМАТОРЛЫҠ (декламаторлы-ғы) (Р: декламаторство; И.: reciter’s abilities; T.: ezberden okumak) и.
Декламатор булыу үҙенсәлеге. □ Декламаторство. / Декламаторский. Декламатор-лыҡ оҫталығы.
ДЕКЛАМАЦИЯ [рус. < лат. declamare ‘ҡысҡырып һөйләү’] (Р: декламация; И.: recitation; declamation; T.: inşat etme) и.
1. Нәфис әҙәбиәттең тасуири уҡылышы; шиғыр һәм прозаны тасуири әйтеү сәнғәте.
□ Декламация. Декламация уҡыу. ■ Иц аҙаҡтан һәр кемгә бер нәмә һөйләргә ҡуштылар. Теләһә ниндәй телдә һөйләргә, йырларға, декламация уҡырға, анекдот һөйләргә, уҙ тормошонан бер эпизод һөйләргә мөмкин. Д. Юлтый. [Картёжниктарҙы] кисәләрҙә декламацияларға ҡушып һөйләнеләр. Доклад яһаған саҡтарҙа телгә алдылар. И. Насыри. Талип менән Гөлкәй «Ҡарабай»ға бейенеләр... Уларҙан һуц Зарифа уҙе декламация һөйләне.
3. Биишева.
2. Тәбиғи булмаған, артыҡ яһалма пафосҡа ҡоролған телмәр. □ Декламация. Декламация менән мауығыу.
ДЕКЛАРАТИВ (Р: декларативный; И.: declarative; T.: bildiren) с.
1. Декларация (1) рәүешендәге; тантаналы, рәсми. □ Декларативный. Декларатив иғлан.
2. кусм. Артыҡ дөйөм һүҙҙән торған.
□ Декларативный. Декларатив хәбәрләу.
ДЕКЛАРАТИВЛЫҠ (декларативлығы) (Р: декларативность; И.: declarative nature; T: bildiren) и.
Декларатив (2) рәүешкә ҡоролған хәл, күренеш. □ Декларативность. Декларативлыҡтан ҡотолоу.
ДЕКЛАРАЦИЯ [рус. < лат. declaratio ‘белдереү, иғлан’] (Р: декларация; И.: declaration; T.: bildiri) и.
1. Дәүләт, хөкүмәт исеменән ниндәйҙер ҡараш йәки ҡарарҙың тантаналы рәүештә белдерелеүе һәм шул белдереү яҙылған ҡағыҙ. □ Декларация. Суверенитет тураһында декларация.
2. Кәрәкле мәғлүмәттәр бирә торған ҡайһы бер рәсми документтарҙың атамаһы.
□ Декларация. Мөлкәт декларацияһы. Таможня декларацияһы.
362