Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 363


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕКРЕТ ЯЛЫ
ДЕКЛИНАТОР [рус. < лат. declinare ‘ауыштырыу’] (Р.: деклинатор; И.: device to detect declination; T.: deklinatuvar) и.
Магнит ауышлығын билдәләй торған прибор. □ Деклинатор. Тимер юлсыһының деклинаторы. Кораблдәге деклинатор.
ДЕКОЛЬТЕ [рус. < фр. decollete ‘муйынһыҙ’] (Р.: декольте; И.: decollete; T.: dekolte) и.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгендә муйын, түш һәм арҡаны ныҡ асыҡ күрһәткән яға уйымы.
□ Декольте. ■ Киң декольтелы ебәк күлдәген кейҙе [Әнисә]. «Шоңҡар», № 3, 2011.
ДЕКОРАТИВ (Р: декоративный; И.: decorative; T.: dekoratif) с.
1. Нимәнелер матурлау, биҙәү маҡсатында хеҙмәт иткән. □ Декоративный. Декоратив таш. Декоратив ағас. Декоратив ҡоштар.
2. Декорацияға (1) мөнәсәбәтле. □ Декоративный. Декоратив пейзаж.
3. Төрлө һүрәт төшөрөп, матур итеп биҙәлгән. □ Декоративный. Декоратив штукатурка.
ДЕКОРАТОР [рус. < фр. decorateur} (Р: декоратор; И.: decorator; T: dekoratör) и.
1. Декорация эшләгән рәссам. □ Декоратор. Театр декораторы.
2. ҡар. дизайнер.
ДЕКОРАЦИЯ [рус. < фр. < лат. decorare ‘биҙәү’] (Р: декорация; И.: (stage) scenery; T: dekor) и.
1. Сәхнәлә ҡуйыла торған әҫәрҙең эстәлеген һүрәтләп яһалған яһалма күренеш.
□ Декорация. Декорация алыштырыу. ■ Тормош шулай театр, декорация алыштырыу ғына булһа икән дә. Ғ. Хөсәйенов. [Мәскәү тамашасыһына] Йомабай Иҫәнбаев «Урал», «Буранбай», «Перовский» көйҙәрен башҡара. Уның өсөн Урал тәбиғәтен кәүҙәләндергән декорация эшләнә. Р. Шәкүр.
2. Нимәнеңдер етешһеҙлектәрен, кәмселектәрен ҡаплау өсөн хеҙмәт иткән яһалма нәмә. □ Декорация. Декорация ҡороу.
ДЕКОРАЦИЯЛАНЫУ (декорациялан-) ҡ. төш. ҡар. декорациялау, страд, от декорациялау.
ДЕКОРАЦИЯЛАТЫУ (декорациялат-) ҡ. йөкм. ҡар. декорациялау, понуд. от декорациялау.
ДЕКОРАЦИЯЛАУ (декорацияла-) (Р: декорировать; И.: decorate, ornament; T: dekore etmek) ҡ.
Декорация менән биҙәү, декорация ҡуйыу. □ Декорировать. Спектаклде декорациялау.
ДЕКРЕТ [рус. < лат. decretum ‘ҡарар’] (Р: декрет; И.: decree; T.: kararname) и.
1. Юғарылағы властың закон көсөн-дәге ҡарары; указ, закон. □ Декрет. Ер тураһындағы декрет. ■ Башҡорт хөкүмәтенең яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған саҡта, .. Башҡортостан автономия республикаһын төҙөү буйынса декретҡа, В. И. Ленин менән ҡара-ҡаршы ултырып [М. Ҡулаев], ҡул ҡуя. Р. Аҙнағолов. [Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлегенә индереү буйынса] Халыҡ Комиссарҙары Советының 1923 йылдың 18 февраль декреты менән ойошторолған Башҡорт телен ғәмәлгә индереү үҙәк комиссияһының роле ҙур була. «Ағиҙел», № 1, 2010.
2. һөйл. ҡар. декрет ялы. һецлем әле декретта.
ДЕКРЕТКА СЫҒЫУ (декретҡа сыҡ-) (Р: взять декретный отпуск; И.: take maternity leave; T.: doğum izninde olmak) ҡ. һөйл.
Декрет ялын алыу. □ Взять декретный отпуск. Хеҙмәттәшебеҙ декретҡа сыҡты.
ДЕКРЕТЛАШТЫРЫЛЫУ (декретлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. декретлаштырыу. страд, от декретлаштырыу.
ДЕКРЕТЛАШТЫРЫУ (декретлаштыр-) (Р: декретировать; И.: decree; Т.: kanunlaştırmak) ҡ.
Декрет менән нығытыу, декрет менән законлаштырыу. □ Декретировать. Ҡарарҙы декретлаштырыу.
ДЕКРЕТ ОТПУСКЫҺЫ и. ҡар. декрет ялы. Декрет отпускыһына сығыу.
ДЕКРЕТ ЯЛЫ (Р: декретный отпуск; И.: maternity leave; T.: doğum izni) и.
363