Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 364


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕКСТРИН
Ҡатын-ҡыҙҙарға бала тыуҙырыу алдынан һәм тыуҙырғандан һуң бирелә торған оҙон сроклы ял. □ Декретный отпуск. Декрет ялына сығыу. Декрет ялы аҡсаһы.
ДЕКСТРИН [рус. < фр. < лат. dexter ‘уң яҡ’] (Р.: декстрин; И.: dextrin(e); Т.: dekstrin) и.
Сәнәғәттең төрлө тармағында елем итеп ҡулланыла торған крахмалдан яһалған матдә. □ Декстрин. Декстринды буяуға ҡушыу. Крахмалдан декстрин яһау.
ДЕЛЕГАТ I [рус. <лат. delegatus ‘ебәрелгән’] (Р.: делегат; И.: delegate; T.: temsilci) и.
Ойошма, коллектив һ. б. исеменән ҡайҙалыр һайланған йәки тәғәйенләнгән кеше; вәкил. □ Делегат. / Делегатский. ■ [Ҡоң-ғоратҡа] делегат ебәреуебеҙ бик яҡшы булып сыҡты, ундағы ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ халҡы ла Хиуа ханынан, Ямуд ханы Йөнәтиҙән йөҙәгәндәр. А. Таһиров. Ҡоролтайға Рәсәй Федерацияһының 34 төбәгенән, Белоруссия, Украина, Балтик буйы илдәре, Мысыр, Израиль, Италия, Ҡытай, Япония, АҠШ-тан 823 делегат килгәйне. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ДЕЛЕГАТ II (Р: делегатский; И.: delegate; T.: temsil) с.
Ойошма, коллектив һ. б. исеменән ҡайҙалыр һаҡланған йәки тәғәйенләнгән кешегә, вәкилгә бәйле. □ Делегатский. Делегат мандаты.
ДЕЛЕГАТ ИТЕҮ (делегат ит-) (Р: выбрать делегатом; И.: delegate; T.: temsilci etmek) ҡ.
Делегат итеп һайлау. □ Выбрать делегатом, делегировать. Ҡоролтайға делегат итеу. Съезға делегат итеу. ■ Ижади ҡарашлы алдынғы педагогты уҡытыусыларҙың Бөтә Союз съезына делегат итеп һайлағандар. Р. Бикбаев.
ДЕЛЕГАТКА [рус.] (Р: делегатка; И.: female delegate; T.: temsilci) и. иҫк.
Делегат ҡатын-ҡыҙ. □ Делегатка. ■ Бул-мәлә делегаткалар йыйылған, нимә тураһындалыр һуҙ бара. А. Таһиров. Делегатка итеп һайлап ебәргәндәр уҙен [Зифа апайҙы]. К. Мәргән.
ДЕЛЕГАТЛЫҠ (делегатлығы) (Р: деле-гатство; И.: delegates’; T.: temsilci) и.
Делегат булыу, делегат вазифаһы. □ Де-легатство. / Делегатский. Делегатлыҡ мандаты. Делегатлыҡҡа кандидат.
ДЕЛЕГАЦИЯ [рус. < лат. delegare ‘ебәреү, күсереү’] (Р: делегация; И.: delegation; T.: heyet) и.
Ниндәйҙер ойошма, коллектив, дәүләт һ. б. исеменән вәкил итеп ебәрелгән делегаттар төркөмө; вәкәләт. □ Делегация. Башҡортостан делегацияһы. Йәштәр делегацияһы. ■ Гәрәй Йәнбулатов — беренсе эшелонды оҙатып Өфөгә бара торған нефтселәр делегацияһының ағзаһы. А. Карнай. Быйылғы йылдың февралендә беҙҙең Премьер-министр етәкселегендәге хөкумәт делегацияһы унда [Ляонин провинцияһында] булып, сауҙа, иҡтисад әлкәләренә ҡағылған ошо документҡа ҡул ҡуйып ҡайтты. Ә. Әминев. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң яҡташтарымды — Ырымбур әлкәһе делегацияһын оҙатып, тағы ла Мәләуез яҡтарында, Нөгөш буйҙарында йөрөп ҡайттым. Р. Бикбаев.
ДЕЛИКАТЕС [рус. < фр. delicatesse ‘нескәлек’] (Р: деликатес; И.: delicacy; Т.: ince, enfes yemek) и.
Тәмле, һирәк булған затлы ашамлыҡ.
□ Деликатес. ■ [Дәриға] юл ыңғайы [куркә] алған. Ашап ҡарағыҙ, яңы деликатес, тип беҙгә индергәйне. Ф. Янышев.
Д ЕЛ ИК АТЛЫ (Р: деликатный; И.: delicate, considerate; tactful; T.: nazik) c.
1. Аралашыуҙа үҙен тәрбиәле, кеселекле итеп тотҡан. □ Деликатный, тактичный. Деликатлы ханым.
2. Ҡатмарлы, хәл иткәндә такт талап иткән. □ Тактичный, деликатный. Деликатлы йомош. Деликатлы эш. Деликатлы һорау.
ДЕЛИКАТЛЫ БУЛЫУ (деликатлы бул-) (Р: быть деликатным; И.: be tactful; T: nazik olmak) ҡ.
Тәртипле, әҙәпле, кеселекле булыу.
□ Быть деликатным. Деликатлы булып ҡыланыу. Деликатлы булды беҙҙең куршеләр.
364