Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 366


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕМАГОГИЯЛАНЫУ
Аҫтыртын маҡсатҡа ирешеү өсөн ике йөҙләнеп, ялған вәғәҙә, буш һүҙ менән аңһыҙ халыҡты алдаштырыу шөғөлө. □ Демагогия. Демагогия тыңлау. ■ Комитеттың демагогияны тыңлап ултырырға ваҡыты юҡ. Р. Солтангәрәев. [Секретарь:] Беҙ бында һеҙҙең демагогияны тыңларға йыйылманыҡ! С. Ильясов.
ДЕМАГОГИЯЛАНЫУ (демагогиялан-) (Р: заниматься демагогией; И.: go in for, practice demagogy; T.: demagoji yapmak) ҡ.
Демагогия менән шөғөлләнеү. □ Заниматься демагогией, разводить демагогию. Ҡайһы берәуҙәргә демагогияланыу хас.
ДЕМАГОГЛЫҠ (демагоглығы) (Р: демагогия; И.: demagogic; T: demagoji) с.
Демагогияға ҡоролған, демагогҡа хас.
□ Демагогический. Демагоглыҡ сифаттары.
ДЕМАРКАЦИОН (Р: демаркационный; И.: demarcation; T.: hudutlandırma) с.
1. Бәхәсле (сәйәси, хәрби) сик тураһында һүҙ барғанда ҡулланыла. □ Демаркационный. Демаркацион линия билдәләу. Демаркацион сикте боҙоу.
2. кусм. Ниндәйҙер ике сфера, әлкә араһында асыҡ, аныҡ билдәләнгән сик тураһында һөйләгәндә әйтелә. □ Демаркационный. Хоҙай менән бәндә араһында ҡайҙа демаркацион сик?
ДЕМАРКАЦИЯ [рус. < фр. < лат. de-marcatio "сикләү’] (Р: демаркация; И.: demarcation; T.: hudutlandırma) и.
Ике йәнәш дәүләттең сиген билдәләү.
□ Демаркация. Демаркация уткәреу.
ДЕМАРКАЦИЯЛАУ (демаркацияла-) (Р: произвести демаркацию; И.: do demarcation; T.: hudutlandirmak) ҡ.
Демаркация үткәреү. □ Произвести демаркацию. // Демаркация. Сиктәрҙе демаркациялау.
ДЕМАРКАЦИЯ ҺЫҘЫҒЫ (Р: демаркационная линия, И.: demarcation line; T.: hattıfasıl) и.
1. Килешкән дәүерҙә ике яҡ ғәскәрҙе айырып торған һыҙыҡ. □ Демаркационная
линия. Демаркация һыҙығынан сыҡмау. Демаркация һыҙығын һаҡлау.
2. Еңелгән дәүләттең ерен оккупация зоналарына бүлгән һыҙыҡ. □ Демаркационная линия. Демаркация һыҙығы уткәреу. Демаркация һыҙығы буйында.
ДЕМАРШ [рус. < фр. demarche ‘сығыш яһау’] (Р.: демарш; И.: demarche', Т.: diplomatik girişim) и.
Ниндәйҙер дәүләттең хөкүмәтенә ҡарата булған дипломатик сығышы. □ Демарш. Сәйәси демарш. Рәсәй Президентының демаршы.
ДЕМИЛИТАРИЗАЦИЯ [рус. < фр. demilitariser] (Р: демилитаризация; И.: demilitarization; T.: askeri yönetimin kaldırılması) и.
Ниндәйҙер дәүләткә хәрби сәнәғәт һәм хәрби көс тотоуҙың тыйылыуы; ҡоралһыҙландырыу. □ Демилитаризация. Демилитаризация саралары.
ДЕМИЛИТАРИЗАЦИЯЛАНЫУ (демилитаризациялан-) ҡ. төш. ҡар. демилитаризациялау. страд, от демилитаризациялау. Демилитаризацияланған әлкә.
ДЕМИЛИТАРИЗАЦИЯЛАУ (демилитаризацияла-) (Р: демилитаризовать; И.: demilitarize; T.: askerlikten tecrit etmek) ҡ.
Демилитаризация яһау. □ Демилитаризовать. // Демилитаризация. Айырым дәу-ләттәрҙе демилитаризациялау.
ДЕМИСЕЗОН (Р: демисезонный; И.: for spring and autumn wear; T.: mevsimlik) с. һөйл.
Яҙлы-көҙлө кейеүгә тәғәйенләнгән. □ Демисезонный. Демисезон итек. Демисезон кейем.
ДЕМИУРГ [рус. < бор. гр. demiurgos "оҫта, һәнәрсе’] (Р: демиург; И.: demiurge creator; T.: hakim) и. миф.
Донъяны, йыһанды тыуҙырыусы, яратыусы, тәңре. □ Демиург. Мифологиялағы демиург. ■ Ерҙе төрлө имәнес йәндәрҙән, суп-сарҙан таҙартыу, тәбиғәт объекттарын тыуҙырыу — мәҙәни геройҙарға, демиургтарға хас эштәр. Ф. Нәҙершина.
366