ДЕМОКРАТИК
ДЕМОБИЛИЗАЦИЯ [рус. < фр. demobilisation] (Р.: демобилизация; И.: demobilization, release; T.: terhis) и.
1. Хәрби көстәрҙең һәм халыҡ хужалығының хәрби хәлдән тыныс хеҙмәткә күсерелеүе. □ Демобилизация. / Демобилизационный. Демобилизация осоро.
2. һуғыш йәки хеҙмәт срогы бөткәндән һуң ғәскәри кешенең хәрби хеҙмәттән буша-тылыуы. □ Демобилизация. Көҙгө демобилизация. ■ Кусәрев Хәсәндән айырылғас тапма менән ауырыуын, унан һуц демобилизацияға эләгеуен, ҡайтырға сығып, ярты юлдан кире уйлауҙарын белдерҙе. А. Таһиров. Бына Рафиҡтың һуңғы хаттарының береһе: «Беҙҙе демобилизацияға әҙерләйҙәр. Ҡайтышлай Өфөгә инермен, көт». Л. Яҡшыбаева.
ДЕМОБИЛИЗАЦИЯЛАНЫУ (демобилизациялан-) ҡ. төш. ҡар. демобилизациялау. страд, от демобилизациялау. ■ [Бәхтиәров] Ецеу көнөнә тиклем интендант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, хатта хужалыҡ ротаһы командиры дәрәжәһенә кутәрелеп, лейтенант званиеһында демобилизацияланған. Н. Мусин. 1946 йылда Ҡ. Р. Тимерғазин армиянан демобилизациялана һәм, Өфөгә ҡайтыу менән, уны Баш-нефттец Үҙәк ғилми-тикшеренеу лабораторияһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Р. Шәкүр.
ДЕМОБИЛИЗАЦИЯЛАУ (демобилизацияла-) (Р: демобилизовать; И.: demobilize; T: terhis etmek) ҡ.
1. Хәрбиҙәрҙе хеҙмәт срогы йә һуғыш бөткәс, хәрби хеҙмәттән азат итеү. □ Демобилизовать. Яҙғы саҡырылыш һалдаттарын демобилизациялау.
2. Ҡораллы көстәрҙе, ауыл хужалығын, сәнәғәтте хәрби хәлдән тыныслыҡ хәленә күсереү. □ Демобилизовать.
ДЕМОГРАФ [рус. < гр. demos ‘халыҡ’ + graphö ‘яҙам’ ] (Р: демограф; И.: demographer; T: demograf) и.
Демография белгесе. □ Демограф. Демографтарҙың иҫәпләуе. Демографтарҙың
статистикаһы. Демографтарға мөрәжәғәт итеу.
ДЕМОГРАФИК (Р: демографический; И.: demographic; T: demografik) с.
Демографияға мөнәсәбәтле. □ Демографический. Демографик мәғлумәттәр. Демографик тикшереу. ■ [Айнур:] Һеҙ бөтөнләй глобаль пландағы демографик мәсьәләләр тураһында һуҙ ҡуҙғатаһығыҙ, Хәкимов иптәш. Был турала бәхәсләшеу өсөн беҙгә бик куп ваҡыт кәрәк булыр ине. Н. Мусин.
ДЕМОГРАФИЯ [рус. < гр. demos ‘халыҡ’ + grâphö ‘яҙам’] (Р: демография; И.: demography; T: demografi) и.
Халыҡ һанын, уның составын, үҫеш-үҙгәрешен тикшерә, өйрәнә торған фән. □ Демография. ■ Симпозиумда секциялар байтаҡ ине: демография, экология, информацион технология, иҡтисад, геополитика һәм социомәҙәниәт. Л. Яҡшыбаева. Демография уҫеше, бер халыҡтың артып, икенсеһенең кәмеуе лә этник ассимиляцияны көсәйткән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
ДЕМОКРАТ [рус. < гр. demos ‘халыҡ’ + kratos ‘хакимиәт’] (Р: демократ; И.: democrat; T.: demokrat) и.
1. Демократия яҡлы кеше. □ Демократ. Рус демократтары. ■ Ирәндек — тимәк, батыр, көслө ир-егеттәр төйәге. Был фаразды демократ рухлы урыҫ тикшеренеуселәренән Нефёдов яҙмалары ла раҫлай, минеңсә. М. Ямалетдинов.
2. Демократик партия ағзаһы. □ Демократ. Демократтар йыйылышы.
3. иҫк. Халыҡ араһынан сыҡҡан, халыҡ кеүек көн күргән, халыҡҡа яҡын булған кеше. □ Демократ. Демократтың йәшәу рәуеше. ■ Әле ул [Мағазов] демократ, бер ҡатлы әҙәм булып ҡылана. Р. Солтангәрәев.
ДЕМОКРАТИЗМ [рус.] и. ҡар. демократ лыҡ. Демократизм принциптары. Демократизм ҡоролошо.
ДЕМОКРАТИК (Р: демократический; И.: democratic; T.: demokratik) с.
Демократия нигеҙендә ҡоролған, демократияны тормошҡа ашырған. □ Демо-
367