ДЕМОКРАТИЯ
критический, демократичный. Демократик идара. Демократик фирҡәләр. Демократик тәртиптәр. ■ Ваҡытлы хөкүмәт .. дини, милли һәм ҡатлам айырмалыҡтарын бөтөрөү, үлем язаһын тыйыу кеүек демократик азатлыҡтар иғлан итә. М. Хужин.
ДЕМОКРАТИЯ [рус. < гр. demos ‘халыҡ’ + kratos Хакимиәт, идара итеү’] (Р.: демократия; И.: democracy; T.: demokrasi) и.
1. Йәмғиәттең власть башында халыҡ тороуына, халыҡтың дәүләт эштәрен хәл итеүҙә ҡатнашыуына һәм уның хәл итеүҙә киң хоҡуҡтары, ирке булыуына нигеҙләнгән сәйәси ҡоролош формаһы. □ Демократия. ■ [Лапшин] һуңғы осорҙа «демократия» тип һөйләнеүселәрҙең үрсеп китеүен,.. ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла баш күтәреүҙәр, сыуалыштар йышайыуын белә. Н. Мусин.
2. Бөтә коллектив ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырыла торған етәкселек формаһы. □ Демократия. Демократия башланғысы Боронғо Грецияла тип иҫәпләнелә.
ДЕМОКРАТИЯЛАШТЫРЫУ (демократиялаштыр-) (Р.: демократизировать; И.: democratize; T.: demokratikleştirmek) ҡ.
Демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу. □ Демократизировать. Демократиялаштырыу сәйәсәте.
ДЕМОКРАТИЯЛАШЫУ (демократиялаш-) (Р: демократизироваться; И.: get democratized; T.: demokratikleşmek) ҡ.
Демократик нигеҙгә ҡоролоу. □ Демократизироваться. Демократиялашыу осоро.
ДЕМОКРАТЛАШЫУ (демократлаш-) (Р: демократизироваться; И.: turn democrat; T.: demokratikleşmek) ҡ. һөйл.
Демократ (1) булыу, демократҡа әйләнеү. □ Демократизироваться. Демократлашыу проңесы. Мөнәсәбәттәрҙең демократлашыуы.
ДЕМОКРАТЛЫҠ (демократлығы) (Р: демократизм; И.: democratism; T.: demokrasi) и.
Идара итеүҙең демократик формаһы, ни-ҙеңдер демократик ҡоролошо, демократик иректәрҙең барлығы. □ Демократизм.
ДЕМОКРАТСЫЛЫҠ (демократсылығы) и. ҡар. демократлыҡ.
ДЕМОН [рус. < гр. daimön ‘илаһиәт’, ‘рух’] (Р.: демон; И.: demon; T.: şeytan) и. миф.
1. Боронғо грек мифологияһында Алла менән кеше араһындағы йән эйәһе. □ Демон (в древнегреческой мифологии — божество, существо, среднее между богом и человеком). ■ Мифҡа аңлатма биргәндә, энциклопедик һүҙлектәр ҙә, фәлсәфә һүҙлектәре лә, башҡаһы ла, иң әүәл уның боронғо бабаларыбыҙҙың илаһи заттар, ҡаһармандар, демондар, рухтар хаҡында фантастик күҙаллауҙарын сағылдырырына иғтибар итәләр. Ә. Сөләймәнов.
2. Христиан мифологияһындағы иблис, шайтан. □ Демон (в христианской мифологии — дьявол, злой дух).
3. күсм. Яман, яуыз, ҡотортоусы зат.
□ Демон (злой искуситель). Демонға эйәреү.
ДЕМОНОЛОГИК (Р: демонологический; И.: demonological; T.: şeytan ve cinler ile ilgili) c.
Демонологияға бәйле. □ Демонологический. Демонологик ҡараш. ■ Башҡорт халыҡ легендаларында мифологик, космогоник, демонологик һ. б. боронғо ҡараштар киң генә урын ала. Ф. Нәҙершина.
ДЕМОНОЛОГИЯ [рус. < гр. daimön ‘тәңре’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: демонология; И.: demonology; T.: şeytan ve cinlerin varlığını araştıran bilim) u.
1. Шайтан һәм ендәрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. □ Демонология.
2. Демондар тураһындағы мифтарҙың дөйөм атамаһы. □ Демонология. Фольклорҙағы демонология. Нәфис әҙәбиәттәге демонология.
ДЕМОНСТРАНТ [рус ] (Р. : демонстрант; И.: demonstrator, marcher; T.: gösterici) и.
Демонстрацияла (1) ҡатнашҡан кеше.
□ Демонстрант. Демонстранттар яғында булыу. Демонстранттар талабы.
ДЕМОНСТРАТИВ (Р: демонстративный; И.: demonstrative; T.: gösterişli) с.
1. Төрлө нәмәләр күрһәтеп башҡарыуға ҡоролған; күргәҙмәле. □ Демонстративный. Демонстратив дәрестәр. Демонстра-
368