Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 369


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕНДИ
тив ҡоролмалар. Демонстратив планда ҡулланыу.
2. һөйл. Килешмәгән, риза булмаған һ. б. һымаҡ кире тойғоно махсус рәүештә асыҡтан-асыҡ күрһәткән, белдергән. □ Демонстративный. Демонстратив рэуештә ҡатнашмау. Демонстратив рэуештә китеу.
ДЕМОНСТРАЦИЯ [рус. < лат. demon -stratio ‘күрһәтеү’] (Р.: демонстрация; И.: demonstration; T.: gösteri) и.
1. Ижтимағи-сәйәси берҙәмлекте йә хөкүмәткә булған талаптарҙы белдерә торған күмәк сығыш (кумәкләп урамдарҙа йөрөу һ. б.). □ Демонстрация, «һул» костәр демонстрацияһы. Студенттар демонстрацияһы.
2. Нимәнелер күп кешегә күрһәтеү сараһы. □ Демонстрация. Мода демонстрацияһы.
ДЕМОНСТРАЦИЯЛАНЫУ (демонстрациялан-) ҡ. төш. ҡар. демонстрациялау. страд, от демонстрациялау. Демонстрацияланған кургэҙмэ.
ДЕМОНСТРАЦИЯЛАУ (демонстрацияла-) (Р: демонстрировать; И.: show, demonstrate; T.: gösteri yapmak) ҡ.
Күрһәтеү, күргәҙмәләү. □ Демонстрировать. // Демонстрация. Модалы кейем демонстрациялау.
ДЕМОНТАЖ [рус. < фр. demontage] (Р: демонтаж; И.: dismantling; T.: demontaj) и. тех.
Ҡорамал, йыһаздарҙы һүтеү, тағатыу эше. □ Демонтаж. Демонтаж эшен башлау.
ДЕМОНТАЖЛАНЫУ (демонтажлан-) ҡ. төш. ҡар. демонтажлау, страд, от демонтажлау.
ДЕМОНТАЖЛАУ (демонтажла-) (Р: демонтировать; И.: dismantle; Т.: demonte etmek) ҡ. тех.
Ҡорамал, йыһаздарҙы һүтеү, тағатыу. □ Демонтировать. // Демонтаж. Иҫкергән ҡорамалдарҙы демонтажлау.
ДЕМОРАЛИЗАЦИЯ [рус. < фр. demoralisation < лат. de юҡлыҡ алъялғауы + moralis ‘әхлаҡи’] (Р: деморализация; И.: demoralization; T.: ahlak bozukluğu) и.
1. Әхлаҡтың түбән төшөүе, мораль тарҡалыш. □ Деморализация. Деморализация башланыу.
2. Тәртиптең, мораль рухтың тарҡалышы, эш-хәрәкәткә булған һәләттең юғалыуы.
□ Деморализация. Реакцион һуғыш алып барған армия деморализацияға бирешеусән.
ДЕМОРАЛИЗАЦИЯЛАНЫУ (деморализациялан-) ҡ. төш. ҡар. деморализациялау. страд, от деморализациялау. Армияныц деморализацияланыу ы.
ДЕМОРАЛИЗАЦИЯЛАУ (деморализацияла-) (Р: деморализовать; И.: demoralize; T: moralini bozmak) ҡ.
Деморализацияға дусар итеү. □ Деморализовать. // Деморализация. Интеллекту алдарҙы деморализациялау. Армияны деморализациялау.
ДЕМПИНГ [рус. < ингл. dumping ‘ төшөрөү ’] (Р: демпинг; И.: dumping; Т: damping) и.
Конкуренттарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу маҡсатында сит илдәргә сығарылған тауарҙың үҙ хаҡынан түбәнгә һатылыуы. □ Демпинг. Демпинг уткәреу. Дәуләт демпингы.
ДЕНАТУРАТ [рус. < лат. denaturatus] (Р: денатурат; И.: denatured alcohol; T: renkli ispirto) и.
Составына ағыулы йәки ярамаған матдәләр ҡушылған, тәме һәм еҫе насар булған этил спирты. □ Денатурат. Денатурат етештереу. Денатурат менән таҙартыу.
ДЕНАТУРЛАУ (денатурла-) (Р: денатурировать; И.: denature; T: doğasını değiştirmek) ҡ. хим.
Техник маҡсатта ҡулланыу өсөн берәй матдәнең тәьҫире менән аҡһымдың үҙсәнлектәрен үҙгәртеү. □ Денатурировать. Спиртты денатурлау.
Д ЕН АТУ РЛ Ы (Р: денатурированный; И.: denatured; T: denatüre) с.
Составында этил спирты булған. □ Денатурированный. Денатурлы спирт.
ДЕНДИ [рус. < ингл. dandy] (Р: денди; И.: dandy; T: dandi, züppe) и.
Зауыҡ менән ҡупшы кейенгән кеше.
□ Денди. Лондон дендиһы кеуек кейенгән.
369