Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕПОНИРЛАУ
ДЕҢКЕТЕҮ (деңкет-) ҡ. диал. ҡар. аптыратыу 1. Бөтәһен дә деңкетеу. Децкетеп бөттө.
ДЕҢРӘЙЕҮ (деңрәй-) (Р.: застыть; И.: become rigid; T.: donakalmak) ҡ. һөйл.
Бөгөлә алмай төп-төҙ ҡатыу. □ Застыть, оцепенеть, столбенеть. Децрәйеп ҡалыу.
ДЕПАРТАМЕНТ [рус. < фр. departement < лат. partire ‘бүлеү’ + pars ‘өлөш’] (Р: департамент; И.: department; T.: departman) и.
1. Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер илдәрҙә министрлыҡтарҙың, башҡа юғары дәүләт учреждениеларының бер бүлеге. □ Департамент. Мөлкәт департаменты. Һаулыҡ һаҡлау департаменты. Мәғлумәт технологиялары департаменты.
2. АҠШ-та һәм Швейцарияла министр-лыҡ атамаһы. □ Департамент. АҠШ-тың Дәуләт департаменты.
3. Францияла һәм ҡайһы бер илдәрҙә төп административ-территориаль берәмек. □ Департамент. Франция департаменттары.
ДЕПЕША [рус. < фр. depecher ‘ашығыу, ҡабаланыу’] (Р: депеша; И.: dispatch; Т.: rapor) и.
1. Ашығыс хат. □ Депеша (срочное уведомление, донесение). Депеша менән танышыу. ■ Унда [папкала] депешаларҙың булмауын белгәс, мөһим эштәр буйынса чиновник Далде саҡыртты. 3. Ураҡсин.
2. иҫк. Телеграмма. □ Телеграмма. ■ Императорыбыҙ ғали йәнәптәре беҙҙе бәхетле итмәҫкә булған. Бөгөн иртән генә депеша килде. 3. Ураҡсин.
ДЕПО [рус. < фр. depot ‘келәт, һаҡлау урыны’] (Р.: депо; И.: depot; T: depo) и.
1. т. юл. Локомотив, вагон һ. б. тимер юл сараларын ҡуйыу, көндәлек ремонт үткәреү өсөн ҡулайлаштырылған бина. □ Депо. / Деповский. Вагондар депоһы. ■ [Индриль] манёвр яһап йөрөгән паровоздарҙы сәғәттәрсә ҡарап ултыра, ҡайһы ваҡытта ку-мәк поездарҙыц ҡайнаған ерен курер өсөн деполарға китеп юғала. Д. Юлтый. Ҡеуәтле «ура» тауышына бер нисә паровоз гудогы
ҡушылыуҙан депо бинаһының аҫты-өҫкә килгәндәй булды. Ә. Хәкимов.
2. Янғын һүндереү машиналары ҡуйыла торған урын. □ Депо. Янғын һундереу депоһы. ■ Ташауыҙҙа хәҙер унға яҡын ойошманың кешеләре эшләй. .. Төҙөуселәр нефть паркын әҙерләп маташа, янғын депоһы, ҡышлыҡҡа котельный һала, машиналар көнө-төнө төҙөлөш материалы ташый. Р. Солтангәрәев.
ДЕПОЗИТ [рус. < лат. depositum ‘һаҡлыҡҡа бирелгән әйбер’] (Р: депозит; И.: deposit; T: depozito) и.
1. Дәүләт учреждениеһына (мәҫәлән, дәуләт нотариаль контораһына) индерелгән материаль байлыҡ (ғәҙәттә, аҡса йәки ҡиммәтле ҡағыҙ). □ Депозит. / Депозитный. Депозитҡа һалыу.
2. Һаҡлыҡ банкыһына һалынған аҡса, керем. □ Депозит (вклады в банках). Депо-зиттан килгән керем.
ДЕПОЗИТАРИЙ [рус. < фр. depositaire] (Р: депозитарий; И.: depositary; T: emanetçi) и. фин.
1. Депозиттарҙы һаҡлай торған физик йә юридик шәхес. □ Депозитарий. Акцияларҙы депозитарийға һалыу.
2. Халыҡ-ара килешеүҙәрҙең һ. б. рәсми ҡағыҙҙарҙың төп нөсхәһен һаҡлай торған дәүләт йәки ойошма. □ Депозитарий. Депозитарий ролен башҡарған дәуләт.
ДЕПОЗИТОР [рус.] (Р: депозитор; И.: depositor; T.: depozitör, emanet sahibi) и. фин.
Депозит һалыусы. □ Депозитор (вкладчик депозита). Депозитор һалған аҡса.
ДЕПОНЕНТ [рус. < лат. depono ‘һалам’] и.
1. фин. ҡар. депозитор. Депоненттың аҡсаһы.
2. Аҡса, ҡиммәтле ҡағыҙ, баҫма материалдарҙы билдәле ҡағиҙәләр буйынса һаҡлау. □ Депонент./ Депонентский. Депонент-тан аҡса алыу. Мәҡәләне депонентҡа биреу.
ДЕПОНИРЛАУ (депонирла-) (Р: вносить в депозит; И.: deposit; lodge; T.: emanet etmek, depone etmek) ҡ. фин.
371