ДЕПОРТАЦИЯ
1. Депозитҡа индереү. □ Вносить в депозит, депонировать. // Депонирование. Долларҙы депонирлау.
2. Депонент™ (2) ғәмәлләштереү. □ Депонировать. // Депонирование.
ДЕПОРТАЦИЯ [рус. < лат. deportare ‘алып китеү’] (Р.: депортация; И.: deportation; T.: sünger etme, sünger) u.
Илдән ҡыуып сығарыу йәки ил эсендә икенсе ергә күсереү. □ Депортация. Ҡавказ халыҡтарының депортацияһы.
ДЕПРЕССАНТ [рус. < лат. depressio ‘баҫтырыу’] (Р.: депрессант; И.: depressant; T.: yatıştırıcı) и.
Тынысландырыусы дарыу. □ Депрессант. Депрессант ҡабул итеу.
ДЕПРЕССИВ (Р: депрессивный; И.: depressed; T.: depresif) с.
Депрессияға хас, депрессия хәлендәге. □ Депрессивный. Иҡтисадтағы депрессив куренештәр. Депрессив хәл.
ДЕПРЕССИЯ [рус. <лат. depressio ‘баҫым яһау; баҫтырыу’] (Р: депрессия; И.: depression; T: depresyon) и.
1. Хужалыҡтағы төшөнкөлөк, торғонлоҡ. □ Депрессия. Иҡтисади депрессия. 1990—2000 йылдар депрессияһы.
2. Күңел һүренкелеге; бошонҡолоҡ, рухи төшөнкөлөк. □ Депрессия. V [Арынба-ҫаровтың] депрессияһы башлана: һөйләшмәй ҙә, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, хатта кешеләр менән аралашыуҙан ҡаса. Тәмәке тарта башлай. Ҡулына эш бармай. Д. Бүләков. Хәҙер һеңлеһе [кейәугә] алдан сыҡһа, ул [өлкән ҡыҙығыҙ] депрессияға биреләсәк, тормошҡа, ата-әсәһенә, ир-атҡа асыуы ҡабарасаҡ. Н. Ғәйетбаев.
ДЕПУТАТ [рус. < лат. deputatus ‘ебәрелгән’] (Р: депутат; И.: deputy; T: milletvekili) и.
Закон сығара торған юғары органдарға һайланған вәкил. □ Депутат. Ҡоролтай депутаты. ■ Депутат һәр урында беҙҙең, етәкселәрҙең, яҡын ярҙамсыһы, таянысы булырға тейеш. Н. Мусин.
ДЕПУТАТЛЫҠ (депутатлығы) (Р: депутатство; И.: deputy’s position; T: mebusluk) и.
Депутат вәкәләте һәм вазифаһы. □ Депутатство. Депутатлыҡ осоро. ■ Ни бысағыма кәрәк һуң әле ул депутатлыҡ Арынбаҫаровҡа. Халыҡҡа ул былай ҙа хеҙмәт итә. Д. Бүләков. [Юламан старшина:] Оҙон һуҙҙең ҡыҫҡаһы, депутатлыҡҡа Баҙарғол старшина Юнаев-ты тәҡдим итәм. Ғ. Хөсәйенов.
ДЕПУТАЦИЯ [рус. < фр. deputation] (Р.: депутация; И.: deputation; T.: temsilciler heyeti) и. иҫк.
Ниндәйҙер эште хәл итеү өсөн йәмғиәттән йәки берәй ойошманан һайланған вәкилдәр төркөмө; вәкәләт. □ Депутация. Депутация составында. ■ Ул [Мирсәлих Биксурин], уҡытыусылыҡ эшенән тыш, губерна администрацияһының эшендә, төрлө ижтимағи, фәнни хеҙмәттәрҙә, экспедицияларҙа, хәрби походтарҙа, депутация составтарында ҡатнашҡан кеше. М. Өмөтбаев.
ДЕР (Р: подражание лёгкому дребезжанию; И.: rattle; T.: çınlama) оҡш.
һыуыҡтан, ҡурҡыуҙан, нервы көсөргәнешенән килгән ҡалтырауҙы белдергән һүҙ.
□ Подражание лёгкому дребезжанию, дрожанию от холода, испуга или нервного напряжения. Дер итеу. Дер килеу.
ДЕР-ДЕР (Р: подражание звукам лёгкого дребезжания; И.: light tinkling sound; T.: çınlama) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дер иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам лёгкого дребезжания. Дер-дер килеу.
ДЕР-ДЕР ҠАЛТЫРАУ (дер-дер ҡалтыра-) ҡ. ҡар. дерелдәү 1, 2. ■ Иҫенә килгәс тә әле, дер-дер ҡалтырап, торорға ҡыймай ятты Буре. Ә. Хәкимов. [Мэусилә] тупһаны аша утеу менән, әсәһенең ҡосағына ташланды. Үҙе дер-дер ҡалтырай. Д. Бүләков. Үкереп барған ҡуй көтөуе кеуек, дошмандарым дер-дер ҡалтырай. Халыҡ йырынан.
ДЕРЕЛДӘТЕҮ (дерелдәт-) (Р: трясти;
И.: make shiver; T.: silkelemek) ҡ.
1. Дер-дер килтереү, дер-дер иттереү.
□ Трясти, вызывать дрожь. ■ Айғыр уҙәнде
372