ДЕРМАТОЛОГ
аша сыға ла, .. ҡорһаҡ йөндәренә йәбешкән боҙло ҡар киҫәктәрен тәнен дерелдәтеп, һелкеп ала, көҙҙән ҡалған ҡылғанды сап-сыштырып, ялмарға тотона. 3. Ураҡсин. Ғәҙәттәренсә сит-ситкә сығып баҫҡан айғырҙар, ҡыҫҡа ялдарын дерелдәтеп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, алан-йолан ҡарана. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Ҡурҡытыу. □ Испугать, нагнать страху. Йөрәкте дерелдәтә.
3. кусм. Ныҡ, көслө һелкетеү. □ Заставить дрожать. Ҡара ерҙе дерелдәтеп килә.
ДЕРЕЛДӘҮ (дерелдә-) (Р.: дрожать; И.: shiver; T.: titremek) ҡ.
1. Ҡыҫҡа һәм тиҙ тетрәү хәрәкәттәре эшләү. □ Дрожать, трястись. // Дрожь, тряска. ■ Көн шундай сыуаҡ. Ҡояштың йылы ипкене йылға өҫтөндә монар булып дерелдәй. Г. Яҡупова. [Ғәбит] йәш сағына, Сәлимә менән бергә иҫтәлек бәйләгән мәленә әйләнеп ҡайтты. Куҙҙәренә йәштәр тығылды, ирендәре дерелдәне, ҡулдары ҡалтыранды. Ә. Әминев. Ул яңынан стартерға баҫты. Машина еңелсә генә дерелдәргә тотондо. Р. Солтангәрәев. Әллә ул шулай һөйләнеп сәмләндергәнгә инде, ҡулым дерелдәуе ҡапыл бөттө, донъямды онотоп, әлеге бәрҙегә төбәлдем. Н. Мусин.
2. кусм. Ҡурҡып ҡалтыраныу. □ Бояться, дрожать, трепетать. ■ [Гөлнара:] Ҡәйнәмдең уләнен эсәйем дә ятайым, йөрәгем дерелдәй. Н. Мусин.
ДЕРЕЛДӘҮЕК I (Р: дрожащий; И.: trembling; T.: titrek) с.
Дерелдәп, ҡалтырап тора торған. □ Дрожащий. Дерелдәуек ҡул. Дерелдәуек тауыш.
ДЕРЕЛДӘҮЕК II (дерелдәүеге) и. диал. ҡар. ҡойҡа. Дерелдәуек бешереу.
ДЕРЖАВА [рус. държа ‘власть, хөкүмәт’] (Р: держава; И.: State; T.: devlet) и.
Үҙ аллы сәйәсәте булған ҡеүәтле ҙур дәүләт. □ Держава. ■ [Неплюев — ҡатынына:] Башҡорт крайының ҙурлығын беләһеңме һин? Арғымаҡҡа атланып сапһаң да, көс-хәл етмәҫ. Үҙе бер держава ҙурлыҡ был. Ғ. Ибраһимов. Ҡайһы бер батырҙар, —
тип яуап ҡайтара Мәскәй, — дан сығарып танылырҙар, бөйөк батшанан буләкләнерҙәр, йәйләуҙәренэ ҡайтып, уның державаһында бәхетле йәшәрҙәр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ДЕР ИТЕҮ (дер ит-) ҡ. ҡар. дерелдәү 1,2.
ДЕР ҠАЛТЫРАУ (дер ҡалтыра-) ҡ. ҡар. дерелдәү 1, 2. ■ Байрам, туй осоро еттеме, беҙҙең бөтә өй әсебеҙ буйға еткән Мортаза ағайым өсөн дер ҡалтырап тора. М. Кәрим. Был Хоҙай ни бирә инде тигәндәй, эстән генә доға уҡып, дер ҡалтырап торҙо [Сөләймән]. 3. Ураҡсин. Бер ҡасан да дары еҫкәмәгән йәш егеттәрҙе ул тауыштар [туптар гөрһөлдәуе] дер ҡалтыратып, йәндәрен табан аҫтына ебәрә. М. Хужин.
ДЕРМАТИН I [рус. < гр. derma (der-matos) ‘тире’] (Р: дерматин; И.: leatherette; T.: dermatin) и.
Туҡыманан эшләнгән яһалма күн. □ Дерматин. Ҡара дерматин. Дерматин менән кәпләнгән ишек. Дерматин тышлы дәфтәр. ■ Ике ҡатлы, ҡара дерматин менән кәпләнгән, уның артында куп ҡөҙрәтле нәмәләр хәл ителгән бейек, ҡалын ишектәрҙең алғыһы асыҡ, тик төпкөһө генә эстән терәп ҡуйылған. Д. Бүләков. Ғилман контора яғынан сығарып ҡуйылған, һорғолт төҫтәге дерматин менән кәпләнгән иҫке диванға һуҙылып ятты. Н. Мусин. Хәрби кейемдәге егет ҡара дерматин менән кәпләнгән ишек артына инеп юғалды. В. Исхаҡов.
ДЕРМАТИН II (Р: дерматиновый; И.: leatherette; Т.: dermatin) с.
Дерматиндан яһалған, дерматин менән ҡапланған. □ Дерматиновый. Дерматин итек.
ДЕРМАТИТ [рус. < гр. derma (dermatos) ‘тире’] (Р: дерматит; И.: dermatitis; Т.: dermatit) и. мед.
Тире шешеү ауырыуы. □ Дерматит. Дер-матит менән яфаланыу. Экземалы дерматит. Ябай дерматит. Дерматит синдромы.
ДЕРМАТОЛОГ [рус. < гр. derma ‘тире’ + logos ‘тәғлимәт, белем’] (Р: дерматолог; И.: dermatologist; T.: dermatolog) и. мед.
373