ДЕРМАТОЛОГИЯ
Тире ауырыуҙары белгесе, табип. □ Дерматолог. Дерматолог кабинеты. Дерматологта булыу. ■ [Баш врач:] Дерматолог менән рентгенологыбыҙ юҡ, әллә шул урындарҙың береһенә киләһегеҙме, — тип һораны. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
ДЕРМАТОЛОГИЯ [рус. < гр. derma ‘тире’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р.: дерматология; И.: dermatology; T.: dermatoloji) и.
Медицинаның тире ауырыуҙарын, уларҙы булдырмау сараларын һәм дауалауҙы өйрәнә торған бүлеге. □ Дерматология. Дерматология булеге. Дерматология белгесе. Дерматология кафедраһы.
ДЕРРӘ (Р.: возглас, которым отгоняют овец; И.: onomatopoeic word; T.: koyunları ürkütmek için kullanılan ünlem) саҡ.
Һарыҡты ҡыуғанда әйтелә; беррә. □ Возглас, которым отгоняют овец.
ДЕРТ оҡш. ҡар. терт. Дерт итеп ҡалыу.
ДЕР ТЕТРӘТЕҮ (дер тетрәт-) ҡ. ҡар. тетрәтеү. Дер тетрәтеп тотоу. ■ [Дейеу] кук кукрәгән һымаҡ тауыш менән тау тубәләрен, бар тирә-яҡты дер тетрәтеп, ошо һуҙҙәрен әйтә: «Мин һеҙҙе аяп, язаһыҙ ҡалдыра буламмы һуң!». Әкиәттән.
ДЕР ҺЕЛКЕНЕҮ (дер һелкен-) ҡ. ҡар. дерелдәү.
ДЕР ҺЕЛКЕТЕҮ (дер һелкет-) ҡ. ҡар. дерелдәтеү. ■ Донъяны дер һелкетеп уҙған Сыңғыҙ, Бату хандарҙың йә Дин Ҡылысы — Аҡһаҡ Тимер турағандың яҙмышы ни һабаҡ бирә? Ә. Хәкимов. Тимаш баярҙы дер һелкеткән, уның таш һарайын hymen, ҡара айғырын алып киткән Ғәҙебәк Насир тураһында һорашып алды. 3. Ураҡсин. Ошо көҙҙө уның йөрәген дер һелкеткән бер ваҡиға булды: һул аяғын тубығынан юғалтып, Хәмит ҡайтып төштө. 3. Биишева. Көпә-көндөҙ куҙҙе ҡамаштырып йәшен йәшнәй, өйҙәрҙе дер һелкетеп кук кукрәй. М. Ямалетдинов.
ДЕСАНТ [рус. < фр. descente ‘төшөрөү’] (Р: десант; И.: landing party; T.: çıkarılan birlik) и. хәрби.
Хәрби задание үтәү, һуғыш һ. б. өсөн караптан йәки самолёттан дошман еренә махсус әҙерләп төшөрөлгән ғәскәр. □ Десант. Десант ташлау. ■ Караптар алып килгән десант ысынлап ярға төшә булыр. Крепость туптарын алдан ҡулға төшөргәндәрҙер, юҡһа ул десант ярға яҡын да килә алмаҫ ине. Б. Рафиҡов.
ДЕСАНТНИК [рус.] и. хәрби. ҡар. десантсы. ■ «Эй, десантник! Ни эш бөтөрөп йөрөу?» — тип йылмайып машинанан Алик килеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
ДЕСАНТСЫ (Р: десантник; И.: paratrooper; T.: çıkarma birliği eri) и. хәрби.
Десант ғәскәрендәге һалдат; десантник. □ Десантник. ■ Иң алдан барған туғыҙынсы гвардия десантсылар бригадаһының беренсе батальон һалдаттары тамам арыны. Я. Хамматов. Ҡайҙа ҡарама — тау! Бараһы юлдың сиге куренмәй. Йәйәу йөрөтөр булғастары, ниңә десантсылар тип атанылар икән беҙҙе? Я. Хамматов. Фәтхетдин ҡарт элек фашистарға ҡаршы десантсы булып һуғышып йөрөгән. Р. Низамов.
ДЕСЕРТ [рус. < фр. dessert] (Р.: десерт; И.: dessert; T.: tatlı) и. һөйл.
Аш аҙағында бирелә торған тәмле-татлы ашамлыҡ. □ Десерт. Десерт шарабы. Десерт биреу.
ДЕСПОТ [рус. < гр. despotes ‘әфәнде, хужа’] (Р: деспот; И.: despot; T.: zorba) и.
1. Ҡулында сикләнмәгән, абсолют хоҡуҡтар булып, законға таянмай үҙ белдеген-сә эш иткән юғары хаким, монарх. □ Деспот. / Деспотичный. Деспот хакимлығы. Деспот батша.
2. кусм. Башҡаларҙың иркен, теләген тыйып, уларҙы буйһондороп йәшәгән ҡаты бәғерле кеше; залим. □ Деспот, самодур, тиран. / Деспотичный. Хандарҙың деспотлығы. ■ [Әҫәрҙә] донъяға һыймай йөрөгән деспот турә образы сағыу һынландырыла. Ғ. Ҡунафин.
ДЕСПОТИЗМ [рус. < гр. despotism ‘сикләнмәгән власть’] и. ҡар. деспотлыҡ. Деспотизм хакимлығы. Сикһеҙ деспотизм.
374