Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 375


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕТЕКТИВ
Деспотизм салғыһы. ■ Уның [Аҡмулланың] ижадының идея-эстетик ҡиммәте мәғрифәтселек ҡараштарын томаналыҡҡа, деспотизмға ҡаршы сатира уғын ысын сәнғәт юғарылығына кутәреуендә сағылды. Ә. Вилданов.
ДЕСПОТИК (Р.: деспотический; И.: despotic; T.: müstebit) с.
Деспотизмға хас; яһил, аяуһыҙ. □ Деспотический. Деспотик ҡараш.
ДЕСПОТЛЫҠ (деспотлығы) (Р: деспотизм; И.: despotism; T.: despotluk, zorbalık) и.
1. Абсолют сикләнмәгән хоҡуҡтарға таянып, законһыҙ идара итеү формаһы. □ Деспотизм. Деспотлыҡ осоро.
2. Деспот (2) булған хәл, деспот сифаты; залимлыҡ. □ Деспотизм; тиранство.
■ [Кантон башлыҡтары һәм турәләр тураһындағы] йырҙар кантондар идаралығы осорона хас булған иң характерлы, иң типик сифаттарҙы — баш-баштаҡлыҡ, деспотлыҡ һ. б. дөйөмләштергән. С. Галин. Заман уткән һайын реаль хандарҙың деспотлығы кәмеу тугел, арта ғына барған, шуға бәрәбәр «яҡшы хандарға» мохтажлыҡ та уҫкән. Ә. Харисов.
ДЕСЯТИНА [рус.] и. ҡар. дисәтинә.
■ Верхнеуральск өйәҙендәге Етенсе кантон башҡорттарының йөҙ ҙә етмеш туғыҙ мең десятина ере шул тирәләге завод хужалары тарафынан талап алынған. Я. Хамматов. [Үмәр ҡарт менән Гөлйөҙөм] десятина ярым игенде Тимерғәле ағайҙар менән ҡул алмашлап урҙылар. Һ. Дәүләтшина. X ревизия буйынса йән башына 15 десятинанан артыҡ тура килмәгән аҙ ерле дачаларҙа ерҙе арендаға биреуҙе ҡәтғи тыйырға кәрәк. М. Өмөтбаев.
ДЕСЯТНИК (десятнигы) [рус.] и. ҡар. дисәтник. ■ Беҙҙең ҡаршыла өс этажлы йорт һалалар. Унда эшләуселәрҙең бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙҙар, һалдаткалар. Араларында ир затынан десятниктар, ҡарт мастерҙар ғына куренәләр. Д. Юлтый. Десятниктар был шәғөлдө [нәмә алышыуҙы] ҡәтғи тыя-
лар, улар ҡулына эләккән алыш-бирешселәр шунда уҡ хөкөм ителә. 3. Ураҡсин.
ДЕТАЛЛӘП р. ҡар. ентекләп. Деталләп өйрәнеу.
ДЕТАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (деталләште-рел-) ҡ. төш. ҡар. деталләштереү, страд, от деталләштереү. Деталләштерелеп биреу.
ДЕТАЛЛӘШТЕРЕҮ (деталләштер-) (Р: детализировать; И.: give in detail; T.: ayrıntılı bir biçimde hazırlamak) ҡ. һөйл.
Айырым деталдәренә тиклем төпсөү; ентекләү, берәмекләү, ваҡлау. □ Детализировать. // Детализация. ■ Конкрет нәмәләр йомаҡтарҙа тағы ла конкретлаштыры-лып, тағы ла деталләштереп бирелә. Ф. Нә-ҙершина.
ДЕТАЛЬ [рус. < фр. detail ‘тураҡлау’] (Р: деталь; И.: piece; T.: detay) и.
1. Машинаның, механизмдың айырым иң ваҡ өлөшө. □ Деталь. ■ Комбайндың берәй урынын камиллаштырыумы, трактор һабанына йәиһә сәскестәргә өҫтәлмә деталь ҡуйыумы — бөтәһен булдыра ул. Был эштә Карам — уҙе инженер, уҙе профессор. Ә. Хәкимов.
2. кит. Айырым бер өлөш, айырым бер яҡ. □ Деталь (подробность). ■ Мин һеҙҙең иғтибарҙы шундай деталгә йунәлтер инем: беҙ хәҙер лесниктарға урман ҡарауылсыһы итеп кенә тугел, матурлыҡ һағында тороусы итеп тә ҡарайбыҙ. Н. Мусин.
ДЕТДОМ [рус. детский дом\ и. ҡар. балалар йорто. Детдомға тапшырыу. ■ Мал-тыуары ла бөтөп, утә лә ауыр хәлгә юлыҡҡас, балаларын детдомға тапшырырға кәңәш иткәйнеләр, яҡын да килмәне [Ғөбәйҙә әбей]. Н. Мусин.
ДЕТЕКТИВ I [рус. < ингл. detective < лат. detectio ‘фаш итеү’] (Р: детектив; И.: detective; T.: detektif) и.
1. Енәйәтсене эҙләргә ярҙам итеүсе агент, шымсы. □ Детектив. Детектив яллау. Детектив куҙәтеуе. ■ [Рафиҡ:] Донъяның аҫтын-өҫкә әйләндереп эҙләргә, иң көслө детективтарҙы ялларға тип йөрөй инем. Л. Яҡшыбаева.
375