Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 376


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕТЕКТИВ
2. Енәйәтселәрҙе эҙләүҙе, шымсыларҙың эшен һүрәтләгән хикәйә, роман йәки кинофильм. □ Детектив. Детектив уҡыу. Детектив ҡарау.
ДЕТЕКТИВ II (Р.: детективный; И.: detective; T: macera) с.
Шымсы мажараларын, төрлө серле енәйәт асыуҙы һүрәтләгән (әҫәргә ҡарата).
□ Детективный. Детектив роман. Детектив сериал.
ДЕТЕКТОР [рус. <лат. detector ‘асыҡлаусы, билдәләгес’] (Р.: детектор; И.: detector; T.: detektör) и.
1. Тауыштың юғары тирбәлеү йышлығын ҡолаҡ ишетерлек итеп түбәнәйтә торған махсус ҡорамал. □ Детектор. Детектор ҡулланыу. Үлсәу приборҙарындағы детектор.
2. Радиоактив йәки йылылыҡ нурланышын, шулай уҡ төрлө киҫәксәләрҙе (нейрон, протон) тота алған прибор. □ Детектор (прибор для обнаружения радиоактивного или теплового излучения, а также различных частиц).
3. Нимәнелер асыҡлай торған прибор.
□ Детектор (устройство для обнаружения чего-л.).
ДЕТЕКТОРЛЫ (Р: детекторный; И.: detector; T: detektörlü) с.
Детекторы булған, детектор ярҙамында эшләгән. □ Детекторный. Детекторлы ҡоролма. V [Ҡыҙырас] ниндәйҙер бер балалар журналында бирелгән моделгә ҡарап, детекторлы радиоалғыс яһай ине. 3. Биишева.
ДЕТЕРМИНИЗМ [рус. < лат. deter-minare ‘билдәләү, сикләү’] (Р: детерминизм; И.: determinism; T.: determinizm) и. фәлс.
Бөтә материаль һәм рухи донъя күренештәре бер-береһенә сәбәпсе һәм бер-бе-реһе менән билдәле законлылыҡ буйынса бәйле, тип аңлатҡан материалистик тәғлимәт. □ Детерминизм. Теологик детерминизм. Детерминизмдың фатализмға кусеуе.
ДЕТЕРМИНИСТ [рус.] (Р: детерминист; И.: determinist; T.: belirlenimci, gerekirci) и.
Детерминизм тәғлимәте яҡлы кеше.
□ Детерминист. Иҡтисади детерминист.
ДЕТЕРМИНИСТИК (Р: детерминистический; И.: deterministic; T.: deterministik) с.
Детерминизмға нигеҙле. □ Детерминистический, основанный на детерминизме. Детерминистик ысул.
ДЕТОНАТОР [рус. < лат. detonare ‘гөрһөлдәү, шартлау’] (Р: детонатор; И.: detonator; Т.: detonator) и.
1. Шартлатҡыс матдә. □ Детонатор. Детонатор урынлаштырыу. Химик детонатор. Физик детонатор. Стәрлетамаҡтағы «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһында сейсмик зарядтар, детонаторҙар, гранулланған шартлаусы матдәләр сығарыла.
2. Шартлатҡыс капсула. □ Детонатор. Шартлатҡыс детонатор.
ДЕТОНАЦИЯ [рус. < лат. detonare ‘гөрһөлдәү’] (Р: детонация; И.: detonation; Т.: detonasyon) и. махс.
1. Бер шартлатҡыс матдәнең икенсе матдә ныҡ һелкенеүенән йәки шартлауынан шаңғып, ҡапыл тоҡанып китеүе. □ Детонация. Детонация барлыҡҡа килеу. Көслө детонация.
2. Двигателдә яғыулыҡ янғанда цилиндрҙың туҡылдап эшләүе, углерод бү-ленеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән кире күренеш. □ Детонация. Детонация менән эшләу. Детонация һөҙөмтәһендә.
ДЕТСАД [рус. детский сад] и. һөйл. ҡар. балалар баҡсаһы. Детсадҡа йөрөу. ■ [Дәуләт:] Бисә детсадтан баланы алып ҡайтырға ҡушты бит әле, — тине. Н. Мусин. Аллеяла кешеләр утә, детсад балалары йөрөйҙәр. Ғ. Сәләм.
ДЕҮЕЛДӘТЕҮ (деүелдәт-) ҡ. ҡар. геүләтеү. Деуелдәтепйәшәу. ■ Ҡасып барған теге януар артынан төшәләр. Бер-икене деуелдәтеп атып та ебәрәләр. Хикәйәттән.
ДЕҮЕЛДӘҮ (деүелдә-) ҡ. ҡар. геүелдәү.
Машина деуелдәп килеп туҡтаны.
ДЕҮЕТ (Р: полевой конёк; И.: tawny pipit; T.: kır incir kuşu) и. зоол.
376