Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 377


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕФОРМАЦИЯЛАУ
Сәпсектәр ғаиләһенә ҡараған турғай ҙур-лығындағы, ерҙән йүгереп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле бәләкәй генә ҡош. □ Полевой конёк (лат. Anthus campestris). Деует тауышы. Деует йугереуе.
ДЕҮЛӘТЕҮ (деүләт-) ҡ. ҡар. геүләтеү.
ДЕҮӘ и. зоол. диал. ҡар. дөйә. ■ Туғай тулы деуәләрем һиңә булһын, Ҡолтап ағай. Әкиәттән.
ДЕ-ФАКТО [лат. de facto] (Р.: де-факто; И.: de facto; T.: gerçekten yapılan) р.
Ысынлап та, ысынбарлыҡта. □ Де-факто. Факт буйынса тип әйтеу шул уҡ де-факто тигәнде аңлата.
ДЕФЕКТ [рус. < лат. defectus ‘етешһеҙлек’] (Р.: дефект; И.: defect; flaw; T.: kusur) и.
Кәмселек, етешһеҙлек. □ Дефект. Дефект табыу. Дефектһыҙ етештереу.
ДЕФЕКТЛЫ (Р: дефектный; И.: defective; T.: kusurlu) с.
Кәмселекле. □ Дефектный. Дефектлы тауар. ■ [«Ҡиссаи Йософ» поэмаһын] кусереусе боронғо, дефектлы текстан файҙаланған булһа кәрәк, танымаған (йыртылған, юйылған, тимәк, уҡымаҫлыҡ хәлгә килгән) һуҙҙәр урынына куп ноктәләр ҡуйып киткән. И. Ғәләүетдинов.
ДЕФЕКТОЛОГ [рус.] (Р: дефектолог; И.: speech pathologist; Т.: defectology uzmanı) и.
Дефектология буйынса белгес. □ Дефектолог. Дефектологҡа уҡыу.
ДЕФЕКТОЛОГИЯ [рус. < лат. defectus ‘етешһеҙлек’ + гр. logos ‘тәғлимәт, белем’] (Р: дефектология; И.: defectology; Т.: defectology) и.
Физик йәки психик яҡтан камил булмаған балаларҙы өйрәнеү, уҡытыу, тәрбиәләү тураһындағы фән. □ Дефектология. Дефектология буйынса һуҙлек. ■ Дефектология фәненә махсус педагогиканың логопедия, олигофренопедагогика, тифлопедагогика, сурдопедагогика кеуек тармаҡтары инә. Картотека фондынан.
ДЕФИС [рус. < лат. divisio ‘бүлеү, айырыу’] (Р: дефис; И.: hyphen; T.: kısa çizgi) и.
Ике һүҙ араһындағы ҡыҫҡа һыҙыҡ; һыҙыҡса (мәҫәлән, төньяҡ-көнсығыш).
□ Дефис. Дефис ҡуйыу. Дефис менән айырыу.
ДЕФИЦИТ I [рус. < лат. deficit ‘етмәй’] (Р.: дефицит; И.: deficit; T.: açık) и.
1. Сығымдың килемдән артыуы. □ Дефицит. Баланс дефициты. Бюджет дефициты. Дефицитты кәметеу.
2. Ниҙеңдер етешмәүе. □ Дефицит. Аҙыҡ-тулек дефициты.
ДЕФИЦИТ II (Р: дефицитный; И.: deficit; T.: açık) с.
Етерлек һанда булмаған, етешмәгән.
□ Дефицитный. ■ Асылда, взятка биреп, план буйынса, ихтимал, бутән колхозға билдәләнгән дефицит ҡорамал алғанһығыҙ. А. Абдуллин. Арынбаҫаровты иң аптыратҡаны шул булды: фойеның ике мөйөшөндә, дефицит тауар артынан торған кеуек, һайлаусылар өймәкләшкән. Д. Бүләков.
ДЕФИЦИТЛЫ с. ҡар. дефицит II. Дефицитлы тауар. Дефицитлы предприятие.
ДЕФОЛТ [рус. < ингл. default ‘бурыстарҙы, вәғәҙәләрҙе үтәмәү’] (Р: дефолт; И.: default; T.: gıyap) и.
Дәүләттең, компанияларҙың бирәсәгенән баш тартыуы. □ Дефолт. Корпоратив дефолт. Техник дефолт.
ДЕФОРМАЦИЯ [рус. <лат. deformatio ‘боҙоу’] (Р.: деформация; И.: deformation; Т.: deformasyon) и. кит.
Ҡаты нәмәләрҙең тышҡы көстәр һ. б. тәьҫирендә формаһы йәки күләме үҙгәреүе.
□ Деформация. Деформация барлыҡҡа килеу.
ДЕФОРМАЦИЯЛАНЫУ (деформациялан-) ҡ. кит. тош. ҡар. деформациялау. страд, от деформациялау. Эҫенән деформацияланыу. Бармаҡтарҙың деформацияланыры.
ДЕФОРМАЦИЯЛАУ (деформацияла-) (Р: деформировать; И.: deform; T.: biçimini bozmak) ҡ. кит.
Тышҡы тәьҫир менән берәй есемдең йәки уның өлөштәренең күләмен, формаһын
377