Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 378


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕЦИБЕЛ
үҙгәртеү, боҙоу. □ Деформировать. // Деформация. Тәгәрмәсте деформациялау.
ДЕЦИБЕЛ [рус. < лат. decem ‘ун’ + bel ‘Америка уйлап сығарыусыһы А. Г. Бел исеменән’] (Р.: децибел; И.: decibel; T.: desibel) и.
Тауыш көсөн үлсәү берәмеге. □ Децибел. Децибел куләме.
ДЕЦИМЕТР [рус. < лат. decem ‘ун’ + гр. metron ‘үлсәү’] (Р: дециметр; И.: decimetre; T: desimetre) и.
Метрҙың ундан бер өлөшөнә тиң булған үлсәү берәмеге; ун сантиметр. □ Дециметр. Ун дециметрға тиц. Биш дециметр.
ДЖАЗ [рус. < ингл. jazz} (Р: джаз; И.: jazz; T: caz) и.
1. Күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән еңел, күберәк бейеү музыкаһы. □ Джаз. Джаз тыңлау. Яңы Орлеан джазы классик джаз булып иҫәпләнә.
2. Күбеһе тынлы һәм һуғып уйнау ҡоралдарынан торған ҡатнаш оркестр. □ Джаз. Джазда уйнау.
ДЖАЗСЫ (Р: джазист; И.: jazz musician; T: cazcı) и.
Джаз башҡарыусы музыкант. □ Джазист. ■ Илона Броневицкаяныц ире Евгений Тимошенков — музыкант, Стастыц атаһы Петрас Теркулис — профессиональ джазсы. «Йәшлек», 8 апрель 2008.
ДЖЕМ [рус. < ингл. jam ‘ҡайнатма’] (Р: джем; И.: jam; T: marmelat) и.
Емеш-еләктән шәкәр менән ҡайнатып яһалған ҡуйы ҡайнатма. □ Джем. Сейә джемы. Джем ҡайнатыу.
ДЖЕМПЕР [рус. < ингл. jumper} (Р: джемпер; И.: jumper; T: kazak) и.
Баштан кейелә торған элмәкһеҙ, яғаһыҙ бәйләнгән кофта. □ Джемпер. Джемперҙың улсәме. ■ [Сания] кулдәк өҫтөнән ҡуйы зәңгәр төҫтәге джемпер кейеп алған. Т. Ғиниәтуллин. [Бер ҡыҙыҡай [ун өс-ун дурт йәштәрҙәлер. Өҫтөндә — ҡыҙыл шаҡмаҡтар сыбарлаған ҡалын джемпер, йоҡаҡ яулығын муйынына галстук һымаҡ итеп бәйләгән. Н. Мусин.
ДЖЕНТЛЬМЕН [рус. < ингл. gentleman ‘дворян’] (Р: джентльмен; И.: gentleman; Т: centilmen) и.
1. Англияла юғары ҡатламға ҡараған һәм уның әхлаҡ-тәртип ҡағиҙәләрен ныҡ тотҡан кеше. □ Джентльмен. Джентльмен булып ҡалыу. Джентльмен һуҙе.
2. Тәрбиәле, нескә мөғәмәләле, ыҫпай кейемле кешегә ҡарата әйтелә. □ Джентльмен. Джентльмен вәғәҙәһе. ■ Бындай дәртле, йор һуҙле, оптимист, ҡупшы егет — һәр ҡыҙҙың хыял ҡошо. Дамирҙа тәбиғәттән бирелгән джентельмен сифаттары бар. Ф. Аҡбулатова.
ДЖЕНТЕЛЬМЕНДАРСА (Р: по джентельменски; И.: in gentlemen’s way; T: centilmenler gibi) p.
Джентльмендарға хас булғанса. □ По-джентельменски. ■ Иң яҡшыһы — теләгән бер мәсьәләлә джентельмендарса ҡулға-ҡул һалышып һөйләшергә. Картотека фондынан.
ДЖЕНТЕЛЬМЕНЛЫҠ (джентельмен-лығы) (Р: джентельменство; И.: courtesy; Т: centilmenlik) и.
Джентльмен булыу. □ Джентельменство. Джентельменлыҡ курһәтеу.
ДЖЕРСИ [рус. < ингл. Jersey ‘Джерси утрауы исеменән’] (Р: джерси; И.: jersey; Т: jerse) и.
Йөн йәки ебәктән бәйләнгән туҡыма һәм шул туҡыманан тегелгән кейем. □ Джерси. Джерси кулдәк.
ДЖИНСЫ [рус. < ингл.уеяпз] (Р: джинсы; И.: jeans; T: cin) и.
Күк йәки башҡа төҫтәге беше кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән салбар. □ Джинсы. Джинсы салбар. Джинсы пальто. ■ [Гилман] джинсы салбар өҫтөнән костюмһыҙ ғына йәштәрсә тегелгән модалы еңел курткаһын кейҙе. Д. Бүләков. Инсаф уның иҫке генә джинсыһы менән «Эконом» магазинынан ярты хаҡҡа алынған курткаһына .. ҡарап, «йунле» тигәненә көлөмһөрәп ҡуйҙы. Г. Ғиззәтуллина.
ДЖИП (джибы) [рус. < ингл. jeep} (Р: джип; И.: jeep; T: cip) и.
378