Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 379


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИАГНОЗ ҠУЙЫУ
1. Американың Chrysler компанияһы етештергән автомобиль маркаһы. □ Джип. Джип һатып алыу.
2. Бөтә ерҙән дә үтә алыусы авто-мобилдәрҙе билдәләүсе уртаҡлыҡ исем; юлүтәр. □ Джип. Джиптарҙа ярышыу. Джипта утеу.
ДЖИХАД [рус. < ғәр. ‘көсөргәнеш’] (Р.: джихад; И.: jihad; T.: cihat) и. дини.
1. Ислам дине буйынса, дин юлында булған тырышлыҡ, дәрт. □ Джихад. Джихад юлында булыу.
2. Ҡораллы көрәш, «изге һуғыш». □ Джихад. Джихадта ҡатнашыу.
ДЖОУЛЬ [рус. < ингл. Joule ‘инглиз физигы Д ж. Джоуль фамилияһынан’] (Р: джоуль; И.: joule; T: jul) и. физ.
Йылылыҡ миҡдарын, эшен, энергияны үлсәү берәмеге. □ Джоуль. Джоуль законы.
ДЖУНГАР и. этн. ҡар. жуңғар 2.
ДЖУНГЛИ [рус. < ингл. < хинди джан-гал ‘урман, әрәмәлек’] (Р: джунгли; И.: jungle; T.: cengel) и.
Кеше үтә алмаҫлыҡ һаҙлыҡлы тропик шыр урман. □ Джунгли. Джунглиҙы йырып сығыу.
ДЗОТ [рус. деревоземляная огневая точка] (Р: дзот; И.: pillbox; T.: sığınak) и.
Дошман утынан ышыҡланып атыу өсөн бүрәнә менән тупраҡтан өйөп эшләнгән һаҡланыу, оборона ҡоролмаһы. □ Дзот. ■ Немецтар уның [дивизияның] сығыу юлы -на өс ҡат эшелон ҡороп, дзоттарына, доттарға пулемёт, туптар ҡороп өлгөрә, танкылар һаҡта була. 3. Ураҡсин. Беҙҙең полк 1943 йылдың июленән һуғыш аҙағына тиклем 2822 осош яһап, .. 49 тимер юл объектын, 16 переправаһын, 22 дзотын, 8200 офицерын һәм һалдатын юҡ итә. С. Поварисов.
ДЗЮДО [рус. < япон. дзюдо ‘йомшаҡ юл’] (Р: дзюдо; И.: judo; T.: judo) и. спорт.
Ҡоралһыҙ һөжүм итеү һәм һаҡланыу алымдарынан торған ирекле стилдәге япон милли көрәше (джиу-джитсу көрәше алымдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән). □ Дзюдо. Дзюдо ярышы.
ДЗЮДОСЫ (Р: дзюдоист; И.: judoist; Т.: judocu) и.
Дзюдо менән шөғөлләнеүсе йәки өйрәтеүсе спортсы. □ Дзюдоист. Башҡортостан дзюдосылары. Алышҡа йәш дзюдосылар сыға.
ДИАБАЗ [рус. < фр. < гр. diabasis ‘күсеш’] (Р: диабаз; И.: diabase; T.: diyabaz) и.
Юл төҙөлөшөндә ҡулланыла торған ҡара төҫтәге ҡаты тау тоҡомо төрө. □ Диабаз. Диабаз ҡулланыу. Диабаздың характеристикаһы.
ДИАБЕТ [рус. < гр. diabetes ‘йөрөү’] и. мед. ҡар. шәкәр ауырыуы. Диабет менән ауырыу. Диабет булыу. ■ Диабетта бөтә ҡан тамырҙары системаһы, бигерәк тә ваҡ ҡан тамырҙары — капиллярҙар ыҙа сигә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ДИАБЕТИК I (диабетигы) (Р: диабетик; И.: diabetic; T: diyabetik, şeker hastası) и.
Шәкәр ауырыуы менән ауырыусы.
□ Диабетик. Диабетиктар өсөн туҡланыу режимы.
ДИАБЕТИК II (Р: диабетический; И.: diabetic; T: diyabet) с. мед.
Диабетҡа мөнәсәбәтле, бәйләнешле.
□ Диабетический. Диабетик икмәк. Диабетик аҙыҡ.
ДИАГНОЗ [рус. < гр. diagnosis ‘таныу’] (Р: диагноз; И.: diagnosis; T: teşhis) и. мед.
Ауырыуҙың төрө, асылы, хәле тураһындағы врач билдәләмәһе. □ Диагноз. Диагнозы ниндәй? Ауыр диагноз.
ДИАГНОЗ ҠУЙЫУ (диагноз ҡуй-) ҡ. ҡар. диагнозлау. ■ [Таңһылыу:] Санаторийҙа данлыҡлы врачтарға ла курендем. Тикшерҙеләр ныҡлап, диагноз ҡуйҙылар. Р. Камал. ■ [Әсәһе] уҙе өҙлөкһөҙ врачтарҙы яманлай: улар эшлекһеҙ — дөрөҫ диагноз да ҡуя белмәй, шул арҡала кемделер хата дауалағандар ҙа, ул кеше ваҡытһыҙ улгән. Н. Мусин. Дөрөҫ кенә диагноз ҡуя алманылар, бәхәсләште-бәхәсләштеләр ҙә, дуртенсе көндө самолёт саҡыртып, Өфөгә оҙаттылар. Р. Солтангәрәев. Яңы мөмкинлектәр, әлбиттә, заманса дауалау, диагноз ҡуйыу хаҡын-
379