Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 380


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИАГНОЗЛАУ
даты ҡарашты ла үҙгәртмәй ҡалмай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010.
ДИАГНОЗЛАУ (диагнозла-) (Р.: диагностировать; И.: make (give) a diagnosis, diagnoze; T.: teşhis etmek) ҡ. мед.
Ауырыу төрөн билдәләү, диагноз ҡуйыу □ Диагностировать. Сирлеләрҙе диагнозлау.
ДИАГНОСТ [рус.] (Р.: диагност; И.: diagnostician; T.: teşhisçi) и. мед.
Диагноз ҡуйыусы белгес, врач. □ Диагност. Ул яҡшы диагност.
ДИАГНОСТИК (Р: диагностический; И.: diagnostic; T.: teşhis) с. мед.
Диагнозға һәм диагностикаға бәйле, мөнәсәбәтле. □ Диагностический. Диагностик үҙәк. Диагностик кабинет.
ДИАГНОСТИКА [рус. < гр. diagnostics ‘таныуға һәләтле’] (Р.: диагностика; И.: diagnostics; T.: teşhis etme) и. мед.
Медицинала диагноз ҡуйыу юлдарын өйрәнгән бүлек. □ Диагностика.
ДИАГОНАЛЬ I [рус. < лат. diagonalis ‘мөйөштән мөйөшкә барыусы’] (Р: диагональ; И.: diagonal; T.: köşegen) и.
1. Күпмөйөштөң йәки күп ҡырҙың йәнәш булмаған мөйөштәренең түбәләрен тоташтырған тура һыҙыҡ. □ Диагональ. Диагональ буйынса.
2. Ҡыя һырлы беше туҡыма. □ Диагональ. Диагоналдән тегеү. ■ Минең өҫкә, кейемгә ҡарағанда, ябай һалдат түгел, Вар-шаванан алып сыҡҡан яҡшы итек, яҡшы диагональ салбар, бөхтә итеп тегелгән гимнастёрка, .. тик кокарда менән погон ғына ябай һалдаттыҡылар. Д. Юлтый.
ДИАГОНАЛЬ II (Р: диагональный; И.: diagonal; T.: verev) с.
Ҡырын, ҡыя. □ Диагональный. Диагональ йүнәлеш.
ДИАГРАММА [рус. < гр. diâgramma ‘һүрәт, чертёж’] (Р: диаграмма; И.: diagram; T.: diyagram) и.
Ниндәй ҙә булһа һандар дәүмәлен сағыштырып күрһәткән һыҙма. □ Диаграмма. Түңәрәк диаграмма. Бағаналы диаграмма.
ДИАДЕМА [рус. < гр. diadema ‘уратып бәйләү, нығытыу’] (Р: диадема; И.: diadem; T.: diyadem, dihim) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тажға оҡшатып эшләнгән затлы биҙәнеү әйбере. □ Диадема. Диадема алыу. Диадема бүләк итеү.
2. Батша тажы һәм батшаның бөйөклөгөн, дин башлыҡтарының дәрәжәһен күрһәтә торған башҡа урай торған аҫыл ташлы таҫма. □ Диадема. Батшалар өсөн диадема.
ДИАКРИТИКА [рус. < гр. diakritikos ‘айырыу өсөн ҡулланылған’] (Р: диакритика; И.: diacritic; T.: fonetik işaret) и.
Яҙмала хәрефте, ижекте яҙғанда мәғәнәне айырыу йә асыҡлыҡ индереү өсөн, шулай уҡ транскрипцияла ҡулланылған махсус тамға (мәҫәлән, яҙмала й, ё-ны яҙыуҙа диакритика ҡулланыла). □ Диакритика. Диакритика ҡулланыу.
ДИАКРИТИК БИЛДӘ и. лингв, ҡар. диакритика. Диакритик билдә ҡуйыу.
ДИАЛЕКТ [рус. < гр. dialektos ‘һөйләш, һөйләшеү’] (Р: диалект; И.: dialect; Т.: diyalekt) и. лингв.
Айырым бер төбәк, урын халҡына, кешеләренә хас телдең бер төрө; дөйөм халыҡ теленән айырмалы булған бер төркөм һөйләштәрҙе берләштерә. □ Диалект. Башҡорт теленең диалекттары. ■ Көньяҡ диалект составында С. Ф. Миржанова өс территориаль һөйләште билдәләй: эйек-һаҡмар, дим һәм урта һөйләштәр. Р. Шәкүр.
ДИАЛЕКТАЛЬ (Р: диалектальный; И.: dialectal; T.: diyalekt) с. лингв.
Диалектҡа хас. □ Диалектальный. Диалекталь күренеш.
ДИАЛЕКТИЗМ [рус.] (Р: диалектизм; И.: dialecticism; T.: diyalekt kelimesi) и. лингв.
Ниндәйҙер диалект, һөйләштә генә ҡулланыла торған һүҙ йәки һүҙбәйләнеш (дөйөм әҙәби телгә ҡарата). □ Диалектизм. Диалектизмдар ҡулланыу. Н Әҫәр уҡымлы, төрлө жаргондар, фольклор үҙенсәлектәре менән биҙәлгән, Ҡариҙел һөйләше, диалектизмдар урыны менән самаһыҙ ҙа бирелгән. «Ағиҙел», № 10, 2010.
380