Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 381


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДИАМЕТР
ДИАЛЕКТИК I (диалектигы) [рус.] (Р.: диалектик; И.: dialectician; T.: mantıkçı) и.
Диалектика фәлсәфәһен өйрәнеүсе йәки яҡлаусыһы. □ Диалектик. Диалектиктың сығышы.
ДИАЛЕКТИК II (Р.: диалектический; И.: dialectical; T.: diyalektik) с. фәлс.
Диалектика (1) закондарына нигеҙләнгән. □ Диалектический. Диалектик ысул. Диалектик фәлсәфә. ■ Ғ. Хәйри ошондай уйланыуҙарҙа, сигенеүҙәрҙә тормош тураһында, уның диалектик каршылыктары хаҡында, кешенең кешелек вазифаһы хаҡында, йәшәү һәм үлем тураһында тәрән фекер йоротөүсе философ булараҡ сығыш яһай. С. Сафуанов.
ДИАЛЕКТИКА [рус. < гр. dialektîke (techne) ‘әңгәмәләшеү оҫталығы’] (Р: диалектика; И.: dialectics; T.: diyalektik) и. фәлс.
1. Тәбиғәт, кешелек йәмғиәте һәм фекерләү үҫешенең дөйөм закондары тураһындағы философик тәғлимәт. □ Диалектика. Аристотель диалектикаға нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә.
2. һөйл. Ниҙеңдер хәрәкәт һәм үҫеш барышы, процесы. □ Диалектика. Тормош диалектикаһы. ■ Диалектика, Шамиловса әйткәндә. Бәхәстән дөрөҫлөк тыуа! Д. Бүләков.
ДИАЛЕКТОЛОГ [рус. < гр. diakktos ‘һөйләш’ + logos ‘һүҙ’] (Р: диалектолог; И.: dialectologist; T: diyalektolog) и. лингв.
Диалектология белгесе. □ Диалектолог. ■ Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү телен комплекслы монографик өйрәнеү бурысын филология фәндәре докторы, ул ваҡытта уҡ билдәле диалектолог С. Ф. Миржанова үҙ иңенә алды. Р. Шәкүр.
ДИАЛЕКТОЛОГИК (Р: диалектологический; И.: dialectologic(al); Т: diyalektolog) с. лингв.
Диалекталь үҙенсәлектәргә мөнәсәбәтле, диалекталь үҙенсәлектәрҙе күрһәткән. □ Диалектологический. Диалектологик тикшеренеүҙәр.
ДИАЛЕКТОЛОГИЯ [рус. < гр. diakktos ‘һөйләш’ + logos ‘һүҙ’] (Р: диалектология; И.: dialectology; T: diyalektoloji) и. лингв.
Тел ғилеменең диалекттарҙы, һөйләштәрҙе өйрәнә торған тармағы. □ Диалектология. Диалектология белгесе. ■ Н. К. Дмит -риев (үткән быуаттың) 20-се йылдарҙың аҙаҡтарында ныҡлап башҡорт телен өйрәнә башлай һәм күп кенә фольклор, диалектология экспедицияларында ҡатнаша. С. Галин.
ДИАЛОГ [рус. < гр. dialogos ‘ике кеше араһында һөйләш’] (Р: диалог; И.: dialogue; T: diyalog) и.
1. Ике йәки бер нисә кешенең ҡара-ҡаршы һөйләшкән һүҙе. □ Диалог. Диалог төҙөү. ■ Телевизорҙан Сергей Залыгин менән Валентин Распутиндың урман, ер байлығы тураһындағы диалогын тыңлағас, урманға беҙ ниңә ағас үҫкән ер тип кенә ҡарайбыҙ әле, ул бит, ысынлап та, әхлаҡи категорияны ла үҙ эсенә ала, тигән уй килгәйне. Н. Мусин.
2. Әҙәби әҫәрҙә ике кешенең ҡара-ҡаршы һөйләшеүен биргән өлөш. □ Диалог. Шиғырҙы диалогҡа ҡороу. ■ Шиғыр ғәҙәттә геройҙарҙың диалогы рәүешендә бирелә, шуға күрә лә әҫәрҙең эмоциональ-тәьҫир көсөн арттыра. Бына, мәҫәлән, «Заятүләк менән һыуһылыу» иртәге. С. Галин.
3. Әңгәмә формаһында яҙылған әҙәби әҫәр төрө. □ Диалог. Диалог уҡыу. Платон диалогтары.
ДИАЛОГИК (Р: диалогический; И.: dialogic; T: diyalog) с.
Диалог рәүешендәге. □ Диалогический. Диалогик телмәр. Диалогик элементтарға бай әҫәр.
ДИАМЕТР [рус. < гр. dia ‘аша, арҡыры’ + metreo ‘үлсәйем’] (Р: диаметр; И.: diameter; Т: ҫар) и. мат.
1. Түңәрәктең үҙәге аша үтеп, түңәрәктәге ике нөктәне тоташтырған тура һыҙыҡ. □ Диаметр. Диаметрын билдәләү. Диаметрын күрһәтеү.
2. һәр түңәрәк есемдең арҡырыһы. □ Диаметр. ■ Аптырағас, Азамат, башбаштаҡланып, штуцерҙы алмаштырырға,
381