ДИАМЕТРАЛЬ
диаметрын тарайтырға ҡуша. Р. Солтан-гәрәев. Сибай өҫтөндә сәғәттән ашыу утлы йомғаҡ осоп йөрөнө. Ҡарап тороуға уның диаметры өс метр самаһы, төҫө — алһыу -зәңгәр. Н. Ғәйетбаев.
ДИАМЕТРАЛЬ (Р.: диаметральный; И.: diametral; T.: çapsal) с.
1. Диаметр һыҙығы буйынса арҡыры ике өлөшкә бүлгән. □ Диаметральный. Диаметраль һыҙыҡ.
2. кусм. Тулыһынса, тотош. □ Диаметральный. Диаметраль куренеш.
ДИАПАЗОН [рус. < гр. dia pason (chordön) ‘бөтә ҡылдар аша’] и. му з.
1. ҡар. киңлек 4. Радио тулҡындары диапазоны. 14 Мгц диапазоны радиоһәуәҫҡәрҙәр диапазоны тип иҫәпләнә.
2. кусм. Берәй нәмәнең таралыу сиге; күләм, киңлек. □ Диапазон. Киң диапазонлы ғалим.
ДИАПОЗИТИВ [рус. < гр. dia ‘аша’ + лат. positivus ‘ыңғай’] (Р: диапозитив; И.: slide; T: diyapozitif) и. фото.
Махсус проекцион аппарат менән күрһәтеү өсөн быялаға йәки йылтыр плёнкаға төшөрөлгән аҡлы-ҡаралы йәки төҫлө фотоһүрәт. □ Диапозитив. Диапозитив аша ҡарау. Диапозитив ҡулланыу.
ДИАСКОП (диаскобы) [рус. < гр. dia ‘аша’ + skopeö ‘ҡарайым, күҙәтәм’] (Р: диаскоп; И.: film strip(s) projector; T.: vitropression) и.
Үтә күренмәле рәсемдәрҙе (диапозитив, диафильм), текст һ. б. ҙурайтып экранға һ. б. төшөрә торған оптик-механик аппарат.
□ Диаскоп. Диаскоп лупаһы. Диаскоп аппараты.
ДИАСКОПИК (Р.: диаскопический; И.: diascopic; Т.: vitropression) с.
Диаскоп аппаратына бәйле булған.
□ Диаскопический. Диаскопик штатив. Диаскопик пректор.
ДИАСПОРА [рус. < гр. diaspora ‘һибелеү’] (Р: диаспора; И.: diaspora; Т.: diaspora) и.
Бер халыҡтың ҡайҙалыр күсеп айырым йәшәгән өлөшө. □ Диаспора. Башҡорт диаспораһы БДБ илдәрендә лә купләп йәшәй.
ДИАТЕЗ [рус. < гр. diathesis ‘һәүәҫлек, бирешеүсәнлек’] и. мед. ҡар. әҫпе. Диатез сығыу. Диатез менән яфаланыу. ■ Диатез тип әллә ни әйтеп бармайбыҙ ул, әҫпе тиҙәр беҙҙә аны. Әйтһә, духтыр ғына әйтәлер инде. Экспедиция материалдарынан.
ДИАТЕРМИЯ [рус. < гр. dia ‘аша’ + therme ‘йылылыҡ, эҫе’] (Р: диатермия; И.: diathermy; T.: diyatermi) и. мед.
Дауалау маҡсатында электр тогы менән тәнде йылытыу ысулы. □ Диатермия. Диатермия менән дауалау.
ДИАТОНИК (Р.: диатонический; И.: diatonic; T.: diyatonik) с. му з.
Бер баҫҡыс ладтан икенсе баҫҡысҡа, бер тауыштан икенсе тауышҡа эҙмә-эҙлекле күсә торған. □ Диатонический. ■ Йәштәр тарафынан ижад ителгән көйҙәр алты, ете баҫҡыслы диатоник ладта яңғырайҙар. Р. Сөләймәнов.
ДИАФИЛЬМ [рус.] (Р: диафильм; И.: (diapositive) film strip(s); T.: şerit-film) и.
Диапозитивтарҙан төҙөлгән фильм. □ Диафильм. Диафильм әҙерләу. Диафильм эшләу.
ДИАФОН [рус. < гр. dia ‘аша’ + рһдпё ‘өн, тауыш’] (Р.: диафон; И.: kind of hooter; T.: diyafon) и.
Томан ваҡытында диңгеҙ маяғынан сигнал бирә торған акустик ҡулайлама. □ Диафон. Диафон урынлаштырыу. Диафон тауышы. Диафондың сиренаһы.
ДИАФРАГМА [рус. < гр. diaphragma ‘бүлкә’] и.
1. анат. ҡар. күкрәк шаршауы. Кукрәк диафрагмаһы.
2. махс. Оптик системаға үткән яҡтылыҡ нурының юлын киңәйтә йәки тарайта торған ҡулайлама. □ Диафрагма. Камераның диафрагмаһы.
ДИАХРОНИК (Р.: диахронический; И.: diachronic; T: artzamanh) с.
382