Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 639


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗӘХМӘТЛЕ
ЗӘРРӘСӘ (Р.: мизерное количество; И.: scanty, meagre, wretched; T.: zerrece) c.
Бик әҙ, бик бәләкәй (юҡлыҡта). □ Мизерное количество, ни следа, ни грамма (с отрицанием). ■ Унда зәррәсә хәйлә, мәкер юҡ. М. Сабит.
ЗӘРТ ИТЕҮ (зәрт ит-) (Р: докучать;
И.: bother; T.: can sıkmak) и. диал.
Йонсотоу, йөҙәтеү. □ Докучать. Гел шулай зәрт итә, былтыр ҙа өс бәпкәне үлтерҙе.
ЗӘРӘНӘ (Р: бутень; И.: chervil; T.: frenk-maydanozu) и. бот. диал.
Ҡуянтубыҡ, зәржә, сәрҙә. □ Бутень (лат. Chaerophyllum). Зәрәнә ашы.
ЗӘУАЛ |ғәр. Jbj] (Р: прекращение; И.: disappearance; T.: zeval) и. иҫк.
1. Ниҙецдер ахыры, юҡҡа сығышы; бөтәүе, юғалыуы. □ Прекращение, исчезновение, закат. ■ Һәр кәмалдың бер зәуалы бар. Д. Юлтый.
2. Үлем. □ Гибель, смерть. • Илсегә зәуал юҡ. Әйтем.
ЗӘҮЕК (зәүеге) (Р: вкус; И.: taste; T.: zevk) и. диал.
1. Зауыҡ. □ Вкус.
2. Яҡшы. □ Хорошо.
ЗӘҮЕР [ғәр.| и. ҡар. нәҫел. • Аш яҡшыһы — ҡарта, зәүеренә тарта. Мәҡәл.
ЗӘҮЖ [ғәр. çjj] (Р: супруг; И.: spouse; T.: zevç) и. иҫк. кит.
Ир (үҙ ҡатынына ҡарата), ҡатындың ире. □ Муж, супруг. ■ И, минең ғәзизем, яҡлаусым! Вай, минең мөхтәрәм зәүжем! Р. Фәхретдинов.
ЗӘҮЖӘ [ғәр. (Р: супруга; И.: female spouse; T.: zevce) и. иҫк. кит.
Ҡатын, кәләш (үҙ иренә ҡарата), ирҙең ҡатыны. □ Жена, супруга.
ЗӘҮЖӘИ [ғәр. ^jj] (Р: супружеский;
И.: matrimonial, conjugal; T.: zevci) с. иҫк. кит.
Иргә, ҡатынға ҡағылышлы. □ Супружеский.
ЗӘҮЖӘИН [ғәр. û^jj] (Р:; И.: spouses, husband and wife, married couple; T.: zevceyn) и. иҫк. кит.
Ир менән ҡатын, ирле-ҡатынлы. □ Супруги, муж и жена.
ЗӘҮЖӘМ [ғәр. и. ҡар. силсә 1.
Зәүжәм зәхмәте.
ЗӘҮМӘТ и. диал. ҡар. зауыҡ 2.
ЗӘҮРӘТ [рус. заурядный] (Р: зауряд; И.: acting rank; T.: askeri) с. map.
Ғәскәри дәрәжәһе булмаһа ла ғәскәри вазифа башҡарған. □ Зауряд. Зәүрәт-пра-порщик. Зәүрәт-офицер. Зәүрәт-сотник.
ЗӘҮӘ (Р: вьюн; И.: loach; eel, grig; T.: yılan balığı) и. зоол. диал.
Йыланбалыҡ. □ Вьюн. Ҡармаҡҡа эләккән зәүәнән ҡурҡыу.
ЗӘХМӘТ [ғәр. j] (Р: страдание; И.: suffering; T.: zahmet) и.
1. Тән һәм йән ғазабы; ыҙа яфа. □ Страдание, мука; испытание. Зәхмәт сигеү. ■ Күңел ҡайтты хәҙер шатлыҡ, азатлыҡты көтөүҙәрҙән, күреп михнәт тә, зәхмәт, ләззәт менән йәш түгеүҙәрҙән. М. Сабит. Донъя шул был: бар уның рәхәт яғы, зәхмәт яғы. Ш. Бабич.
2. Ен, шайтандан килгән ауырыу; сир.
□ Болезнь, недомогание, хворь (по поверию, навлекается нечистыми силами). Үләт зәхмәте.
3. күсм. Кире тәьҫир, шауҡым. □ Отрицательное влияние. ■ һәммәһен мәжнүн итеп ҡуйған «Дин вә мәғишәт» зәхмәте. Я. Юмаев.
♦ Зәхмәт һуҡҡыр! ҡарғағанда, шелтәләгәндә әйтелә. □ Будь проклят! ■ Күҙҙәре ни тора, зәхмәт һуҡҡырының! Һинең кеүек егеттәрҙе бейетерлек шул. Д. Исламов.
ЗӘХМӘТ ҠАҒЫЛЫУ (зәхмәт ҡағыл-) (Р: заболевать; И.: fall ill; T: hastalanmak) ҡ.
Ышаныуҙар буйынса, ен, шайтан һ. б. яуыз заттар тәьҫире арҡаһында ауырыу.
□ Заболевать, захворать (по поверию, подвергаться наваждениям нечистых сил). ■ Ул [ҡарсыҡ] Мәфтуха апайға ишек тотҡаһын сайҡап эсерҙе, ҡыҙығыҙға зәхмәт ҡағылған тип, ниндәйҙер доғалар уҡыны. Ғ. Минһажев.
ЗӘХМӘТЛЕ (Р: мучительный; И.: tor-mentuous; T: zahmetli) с.
639