ЗӘХМӘТЛӘНЕҮ
1. Ғазап килтергән; ыҙа, яфа тыуҙырған.
□ Мучительный, тяжёлый. Зәхмәтле тормош. Зәхмәтле ваҡиға.
2. иҫк. Зәхмәт ҡағылған, насар сирле.
□ Больной. Зәхмәтле бала.
3. Йоғошло сир, зәхмәт булған, сихырлы. □ Заколдованный, опасный, заразный (например, о местности, где человек, по поверию, может подвергаться влиянию нечистых злых сил). Зәхмәтле урын.
ЗӘХМӘТЛӘНЕҮ (зәхмәтлән-) (Р.: мучиться; И.: suffer (from); T.: ıstırap çekmek) ҡ. һөйл.
Ыҙаланыу, яфаланыу. □ Мучиться, страдать. Ҡыш утынһыҙ зәхмәтләнеп сыҡтым.
ЗӘХМӘТ СИГЕҮ (зәхмәт сик-) (Р: страдать; И.: suffer (from); T.: ıstırap çekmek) ҡ.
Ыҙалау, яфа сигеү. □ Страдать, мучиться. // Стеснение, затруднение.
ЗӘХМӘТ ТЕЙЕҮ (зәхмәт тей-) ҡ. ҡар. зәхмәт ҡағылыу.
ЗӘХМӘТ ТЕЛЕ (Р: заговор духа; И.: spell against evil spirits; T.: büyü) и. миф.
Ен ҡағылыуҙан имләй торған һүҙҙәр.
□ Заговор духа Зәхмәт (лечебная магия в виде речитатива). Ауырыуҙы зәхмәт телен әйтеп әпсенләү.
ЗӘХМӘТ ҺУҒЫУ (зәхмәт һуҡ-) ҡ. ҡар. зәхмәт ҡағылыу.
ЗӘҺЕҮ I (Р: влияние; И.: impact, result; T.: etki) и. һөйл.
Шауҡым, зәл. □ Влияние, результат.
ЗӘҺЕҮ II [ғәр. > j] (Р.: яркий; И.: bright:; T.: parlak) с. һөйл.
1. Күҙҙең яуын алырлыҡ асыҡ; сағыу.
□ Яркий. Зәһеү биҙәк. Зәһеү төҫ.
2. Сыбар. □ Пёстрый. Зәһеү яулыҡ. Зәһеү күлдәк.
3. Хайран ҡалырлыҡ, һоҡланырлыҡ.
□ Восхитительный, прекрасный. Зәһеү белем. Зәһеү эш.
ЗӘҺЕҮ III [ғәр. з* j] (Р: восхитительно; И.: adorably; T.: mükemmelen) р. һөйл.
Шәп, хайран ҡалырлыҡ. □ Восхитительно, прекрасно. Зәһеү килеп сыҡты.
ЗӘҺӘР I [фарс. >j] (Р: яд; И.: poison; T.: zehir) и.
1. Ағыу. □ Яд, отрава. Һыуға зәһәр һалыу. ■ Ҡаракөлөмбәт арыҫланды алмас башлы һаҙаҡ-уҡ зәһәренән үлеп ҡалған тип белде инде. «Күсәк». Бер сәскәгә зәһәр атыу менән баҡсалағы гөлдәр шиңерме? Д. Юлтый. Кәлгә әйләнде гөлдәр йөрәгемдә, ул көл зәһәр булды, ағыу булды, мәңге ағыу булды дошманға. Б. Ишемғол. • Зәһәр зәһәрҙе киҫә. Мәҡәл.
2. Көслө нәфрәт, асыу. □ Ярость, гнев. Зәһәр менән ҡысҡырыу. ■ [Башлыҡ] сәнсеп һөйләй меҫкен ҡарт эшсегә зәһәр ҡатыш әсе һүҙ менән. М. Ғафури.
3. Үҙәккә үтерлек әсе һыуыҡ. □ Сильный мороз. / Морозный, студёный. Ҡыш зәһәре. Зәһәр һыуыҡ. ■ Көҙгө зәһәр ел нисәмә көндәр буйына ҡоторона, ыжғыра. Б. Хәсән. Зәһәр ҡышҡа яҡынайған һайын, талымлана күңел, йырланаһы йырҙар ымһындыра, юлдар түгел еңел. М. Хисамова.
ЗӘҺӘР II [фарс. >j| (Р: ядовитый; И.: poisonous; T.: zehirli) с.
1. Зарар килтерә торған, ағыулы. □ Ядовитый, едкий. Зәһәр матдә. ■ Һинең ерең зәһәр төтөн йотоп, сәсәй-сәсәй ауыр тын ала. М. Кәрим. Дошман мәйеттәре ауған ерҙә үҫеп сыҡҡан зәһәр кесерткән. Р. Назаров. Көнө-төнө үҙәктәргә үткәреп тиреҫтән зәһәр ел иҫте. Ф. Иҫәнғолов.
2. Уҫал, яуыз. □ Злой, вредный; желчный. Зәһәр дошман. Зәһәр ҡатын. Зәһәр булыу. ■ Һинең телең йомшаҡ булһа ла, әсең зәһәр. Ш. Шәһәр.
3. күсм. Йөрәкте әрнетерлек әсе, ауыр (һүҙгә ҡарата). □ Язвительный, ядовитый, желчный. Зәһәр йылмайыу. Зәһәр көлөү. Зәһәр һүҙ. ■ [Катын:] Бала сағымда ла, үҙем әсә булғас та, бынан да зәһәрерәк һүҙҙе ишетмәнем мин кеше ауыҙынан. Ғ. Әхмәтшин. «Башыңды һыуға һалырға һинең сөйөң бушаҡ!» — тип Сәлих зәһәр төртөп алды. X. Мохтар.
4. күсм. Ҡеүәтле, көслө. □ Очень крепкий. Зәһәр эсемлек. ■ Зәһәр шарапмы ни
640