ЗӘҺӘР СӘСЕҮ
хуш еҫтәре! Бындай таңда ҡалай йоҡларға. Р. Ғарипов.
ЗӘҺӘР III [фарс. >j] (Р: замечательный; И.: excellent; T.: mükemmel) с. диал.
1. Бик шәп, бынамын тигән. □ Замечательный, отличный. Зәһәр кул. Зәһәр кеше. Зәһәр ҡыҙ. Зәһәр юл. М [Мәрйәм:] Бер айлыҡ получкамды ла йәлләмәҫ инем — тектерер инем зәһәр бер кулдәк. Ш. Янбаев. Кул уртаһында бер бик зәһәр баҡса тора, ти. Әкиәттән.
2. Үткер, ҡыйыу, сос. □ Бойкий, проворный. Зәһәр ҡатын. К Зәһәр генә әбей ине ул. Зәһәр кеше бирешәме ни инде, етмәгән ере, төртөлмәгән төйәге юҡ. Экспедиция материалдарынан.
ЗӘҺӘР IV (Р: очень; И.: very; T.: çok) р. диал.
Бик, бик ныҡ, үтә. □ Очень, чрезвычайно. Зәһәр матур. Зәһәр ҙур. Зәһәр уткер. Зәһәр оҫта һөйләшеу. Зәһәр ҡыҙып китеу. ■ [Тайфуров] зәһәр уҫал бер әҙәм. М. Тажи. Мицлеғата ҡатыны Сәғиҙәнең зәһәр асыуланып ҡабырғаһына төртөуенә уянып китте. Ғ. Лоҡманов.
ЗӘҺӘР ҠАҘАЯҠ (ҡаҙаяғы) (Р: лютик едкий; И.: meadow buttercup; T.: düğün çiçeği) и. бот.
Лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған тарбаҡ япраҡлы сағыу һары сәскәле ҡырҡыу еҫле күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Лютик едкий (лат. Ranunculus acris). ■ Халыҡта эс ҡатҡанда зәһәр ҡаҙаяҡты ҡулланалар, тик уның ағыулы улән икәнен белеп, һаҡ файҙаланыу кәрәк. «Киске Өфө», 5 май 2010.
ЗӘҺӘРЛЕ (Р: ядовитый; И.: poisonous; toxic; T.: zehirli) с.
1. Ағыулы. □ Ядовитый, едкий. Зәһәрле төтөн еҫе. Зәһәрле шыйыҡса. ■ Уңалған йөрәктәрҙең яраларын зәһәрле ҡара йылан тағы саҡты. М. Ғафури.
2. Үҙәккә үтерлек, үтә ныҡ әсе (һыуыҡҡа ҡарата). □ Жгучий (о холоде), морозный, студёный. ■ Бөтәһе — буран эсендә,
бөтәһе — йыраҡ, һалҡындың зәһәрле уғы елеккә инә. Р. Назаров.
3. кусм. Күңелде имгәткес, михнәтле, яфалы, әсе. □ Мучительный, ранящий, горький. Зәһәрле ҡайғы.
4. кусм. Нәфрәтле, уҫал, асыулы. □ Вредный, язвительный, злобный. Зәһәрле тауыш. Зәһәрле куҙ ҡарашы. ■ [Уның] куҙҙәре аҡайҙы, зәһәрле һуҙҙәр сәсергә, хурларға тотондо. Н. Ҡәрип, һуҙһеҙ генә башын эйеп торған Вәзиргә зәһәрле ҡараш ташлап алды ла Гөлйемеш апай, һуҙен ҡапыл икенсегә борҙо. М. Кәрим.
ЗӘҺӘРЛЕК (зәһәрлеге) (Р: ядовитость; И.: poisonousness; toxicity; T.: zehirlilik) и.
1. Ағыулы булыу хәле, зарар килтереү сифаты. □ Ядовитость, едкость.
2. кусм. Яуыз уйлылыҡ; ағыулылыҡ. □ Язвительность, желчность. Әҙәмдең зәһәрлеге. Зәһәрлек курһәтеу.
3. Ҡеүәт, көс. □ Крепкость, сила. Эсемлектең зәһәрлеге.
4. Һыуыҡ. □ Мороз. Көтөлмәгән зәһәрлек.
ЗӘҺӘРЛӘНЕҮ (зәһәрлән-) (Р: разъяриться; И.: become / get furious; T.: kudurmak) ҡ.
Ҡаты асыуҙан, нәфрәттән ярһыу. □ Разъяриться, сильно злиться. Зәһәрләнеп өндәшеу. Зәһәрләнеп ҡарау. Зәһәрләнеп китеу.
ЗӘҺӘРЛӘҮ (зәһәрлә-) (Р: отравлять жизнь; И.: poison, envenom; T.: zehirlemek) ҡ.
Кешенең тормошон боҙоу, күңелен рәнйетеү. □ Отравлять жизнь, обижать. Куңелде зәһәрләу. Дошман һуҙе менән зәһәрләу.
ЗӘҺӘР НАТР (Р: гидроксид натрия; И.: sodium hydroxide; T.: sodyum hidroksit) и. хим.
NaOH формулалы иң киң таралған әсе һелте, каустик. □ Гидроксид натрия, едкий натр, каустик.
ЗӘҺӘР СӘСЕҮ (зәһәр сәс-) (Р: разъяриться; И.: become furious; T.: kudurmak) ҡ.
21 - 1.0116.12
641