ИБЛИСЛЕК
Көнсығыш Грузияның боронғо исеме. □ Иберия (древнее название Восточной Грузии). ■ Пиреней ярымутрауының Ибер тигән икенсе исеме Боронғо Римға тиклем шул ярымутрауҙа йәшәгән ибер халҡы менән бәйле. Интернет селтәренән.
ИБЕСЛӘНЕҮ (ибеслән-) (Р.: подхалимничать; И.: cringe (to, before); T.: birine yaltaklanmak) ҡ. диал.
Ялағайланыу. □ Подхалимничать, лицемерить. Ибесләнеп йөрөу.
ИБЕТ (Р.: да ведь; И.: indeed; T.: değil mi) киҫ. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Эйе бит. □ Да, да ведь. ■ [Әлфирә:] Ала-ҡасым минең Зөлҡәрнәйемә һөт алып ҡайта, ибет, улым. Р. Камал. [Гөльямал:] Рәис белә ул кемгә барырға, ибет? Я. Хамматов.
ИБИС КАРАВАЙКА (Р: ибис каравай-ка; И.: glossy ibis; T.: bayağı aynak) и. зоол.
Көньяҡ Европала, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Азияла йәшәй торған ҡауҙы тоҡомонан булған ҡош. □ Ибис каравайка, каравайка (лат. Plegadis falcinellus). Ҡыҙыл ибис каравайка.
ИБИС ҠАУҘЫ J рус. < гр. ibis] (Р: ибис; И.: ibis; T: aynak) и. зоол.
Күпселектә йылы илдәрҙәге һаҙлыҡтарҙа йәшәй, ағас баштарына оялай торған оҙон суҡышлы, эре ҡош. □ Ибис. / Ибисовый (лат. ibis). ■ Бик боронғо бабаларыбыҙ изге ҡош ибисты (хәҙерге ҡауҙыны) аҡыл һәм белем Хоҙайы Ҡоттоң ерҙәге кәүҙәләнеше һанағандар. Й. Солтанов.
ИБИС-ХАГЕДАШ [рус.] (Р: ибис-хаге-даш; И.: ibis-khegadesh; Т: hadada ibis) и. зоол.
Африкала йәшәй торған, ҡауҙы тоҡомонан булған ҡош. □ Ибис-хагедаш (лат. Bostrychia hagedash).
ИБЛИС [ғәр. ц-А!] (Р: сатана; И.: Satan; T: iblis) и.
1. дини. Мосолман динендә кешене имандан яҙҙыра торған, яман уттан яратылған зат; Алланың дошманы (Алла тарафынан яратылған Әҙәмгә табыныуҙан баш тартҡаны өсөн күктән ҡыуылған. Шуға кешене аҙҙырырға, уны күктән ҡыуҙырырға
тип ант иткән). □ Сатана, дьявол. / Сатанинский, дьявольский. Иблис мәлғүн. Иблис фәрештә. Иблис — күктән ҡыуылған фәрештә. ■ Мәлғүн тип Иблискә генә әйтергә була. Г. Яҡупова.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, кешене аҙҙыра, юлдан яҙҙыра торған мифик зат; шайтандар башлығы. □ Нечистая сила, злой дух. ■ Ҡешегә иблис эйәреп йөрөй икән һәм беренсе яманлығы булып Әҙәм менән һауаны юлдан яҙҙырыуы тора. Эскесе әҙәмгә иблис килеп, араҡы, шәрә ҡыҙҙар күрһәтеп, артынан эйәртеп алып китеп үлтерә икән. Экспедиция материалдарынан.
3. күсм. Аҙҙырыусы, юлдан яҙҙырыусы. □ Совратитель, искуситель.
4. әрл. Бик оятһыҙ, хаяһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Дьявол. ■ Төҫө-башы ҡапыл ныҡ үҙгәреп, ағарынып киткән бай лап иттереп уның [ҡағыҙҙың] өҫтөнә баҫып ҡуйҙы: «Бәдбәхет!.. Иблис!..» 3. Биишева. [Ихсанбай — Фәүзиәгә:] Ух, йыла-ан! Юлыма арҡыры төшөр өсөн ниҙәр генә уйлап сығармай, иблис! Т. Ғарипова. «Иҙелеп» йәшәгән «ваҡ» милләттәр һуғышҡа туп-лауҙағы аңғыра һарыҡтарҙы сыбыртҡы шартлата-шартлата ҡыуған һымаҡ ҡына ҡуҙғаласаҡ, йәнәһе. Ә бына яңылышты Гитлер. Шул кәрәк иблискә. С. Поварисов.
♦ Иблис тоҡомо ҡар. иблистән тыуған. Иблис төкөргән <бәндә> бик оятһыҙ, хаяһыҙ кешегә ҡарата әрләгәндә әйтелә. □ Подлый, мерзкий, букв. Оплёванный сатаной. ■ [Ҡупай:] Бар, йортомдан сығып кит, иблис төкөргән бәндә! Күҙемә күренәһе булма! Әкиәттән. Иблистән тыуған әрләгәндә әйтелә. □ Чёртово отродье, бесово племя. доел. Рождённый от сатаны; двурушник, лицемер. Иблис ялсыһы күңелендә һис бер яҡшылыҡ, изгелек булмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Слуга дьявола.
ИБЛИСЛЕК (иблислеге) (Р: коварство; И.: perfidy; T.: iblisçilik) и.
1. Аҫтыртынлыҡ, мәкерлек, яуызлыҡ; ике йөҙлөлөк. □ Коварство; злоба, интри
ги
643