Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 645


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИБӘ
ИБРАЗ ИТЕҮ (ибраз ит-) (Р.: показывать; И.: show; T.: ibraz etmek) ҡ.
Уртаға ҡуйыу, күрһәтеү, майҙанға сығарыу. □ Показывать, выставлять, выявлять. Был эште ибраз итеу кәрәк. ■ Олуғ ғалимы-быҙ Ризаитдин Фәхретдинов уҙенең «Мөхәммәт ғәләйһиссәләм» тигән кескенә әҫәрен ибраз итте. Башҡортса дини календарҙан.
ИБРАЗ ҠЫЛЫУ (ибраз ҡыл-) ҡ. ҡар. ибраз итеү.
ИБРАЗ ӘЙЛӘҮ (ибраз әйлә-) ҡ. ҡар. ибраз итеү.
ИБРАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган.
ИБРАҠ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы.
ИБРАҺИМ (Р: Ибрагим; И.: Ibrahim; Т.: Ibrahim) и. дини.
(баш хәреф менән) Исламда беренсе булып Аллаға инанған, боронғо боттарҙы юҡҡа сығарған пәйғәмбәр. □ Ибрагим (пророк). Ибраһим ғәләйһисәссәләмдең Сара һәм Хәжәр исемле ҡатындары булған. ■ Иле өсөн башҡорт, Ибраһимдай, ҡорбан итә уҙен, балаһын. Ш. Бабич.
ИБТИДА [ғәр. (Р: начинание;
И.: undertaking; T.: iptida) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер башланғысы, башланып китеүе. □ Начинание. ■ Ваҡиға, кургән төштәр илә вәсуәсәләнмәк, ошандаҡ тән тартмаҡ вә сәфәр ибтидаһына кеше осрамаҡ кеуек шәйҙәрҙән бер хөкөм сығармаҡ, хатта ки быларҙы иғтибарға ла алмаҡ бәндә һис юҡтыр. Р. Фәхретдинов.
ИБТИДАИ [ғәр. (Р: начальный; И.: elementary; T.: iptidai) с. иҫк. кит.
Башланғыс, элементар. □ Начальный, вступительный, предварительный, элементарный. Ибтидаи дәрәжәләге белем. ■ Әммә һис береһе уҡыуҙы ибтидаи мәктәптән уткәреп юғарыраҡ китеуҙе уйламай ине. Ғ. Ибраһимов.
ИБТИДАИ СИНЫФ [ғәр. ^1] (Р: начальный класс; И.: elementary school; T.: iptidai mektep) и. иҫк.
1917 йылғы революцияға ҡәҙәр башланғыс мәктәптәге класс. □ Начальный класс. Ибтидаи синыфта уҡыу. ■ Атаһы саҡыртҡан бер хәлфәнән уҙ ауылдарында ибтидаи синыфтарға тиңләшерлек һабаҡты алғас та килгәйне бында [мәҙрәсәгә] Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
ИБТИДА ИТЕҮ (ибтида ит-) ҡ. ҡар. ибтида ҡылыу.
ИБТИДАИ ТӘҒЛИМ [ғәр.
(Р: начальное образование; И.: elementary school; T.: iptidai mektep) и.
Башланғыс белем. □ Начальное образование. ■ Губерна земстволары 1903 йылды ибтидаи тәғлим эштәренә барыһы 1 106 574 һум аҡса тотҡандар. М. Ғафури.
ИБТИДА ҠЫЛЫУ (ибтида ҡыл-) (Р: начать что-л., приступить к чему-л:, И.: begin; T.: başlamak) ҡ. иҫк.
Башлау. □ Начать что-л., приступить к чему-л. ■ Ибтида ҡыл ғилемлеккә, кәрәк булыр ғумерлеккә. Бәйеттән.
ИБТИДАӘН [ғәр. (Р: сначала; И.: nitially; T.: iptida) р. иҫк. кит.
Иң тәүҙә, иң башта. □ Сначала, для начала. ■ Кираәтханаға барыуым илә уҙебеҙҙең «Тәржемән» газетаһын һорар инем. Яңы нөсхәһе булһа, ибтидаән уны уҡыр инем. Р. Фәхретдинов.
ИБӘ (Р: подарок невесты родственникам жениха; И.: gift of the bride; T.: söz kesildikten sonra verilen gelinin hediyesi) и. диал.
Вәғәҙә бүләге. □ Подарок невесты родственникам жениха после сговора. • Ибэне һорап алмайҙар. Әйтем.
645