Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 646


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИБӘ ҠЫЛЫУ
ИБӘ ҠЫЛЫУ (ибә ҡыл-) ҡ. диал. ҡар. хәйер биреү. Йома көндө ибә ҡылыу фарыз.
ИБӘЛӘК с. диал. ҡар. елбәҙәк I, 2. Ибәләк кеше. Ибәләк ҡылыҡ. Ибәләк ҡыҙ.
ИБӘС1 (Р.: выступ задника колодки лаптей в форме ручки; И.: handle of a bastshoe boottree; T.: ıhlamur gibi ağaçların kabuğundan örülerek yapılan bir tür köylü pabucunun arka kısmı) u. диал.
Сабата ҡалыбының һабы. □ Выступ задника колодки лаптей в форме ручки.
ИБӘС II (Р.: ветошь; И.: rags; T.: çaput) и. диал.
1. Иҫке-моҫҡо. □ Ветошь. Ибәс булмаҫ донъя малы.
2. Ашамлыҡ ҡалдығы. □ Объедки. Ибәсте ҡош-ҡортҡа йыябыҙ.
ИБӘСЛӘҮ (ибәслә-) ҡ. диал. ҡар. ҡоршау 1,1. Мунса тәҙрәһен ибәсләу.
ИБӘТКӘ КИЛЕҮ (ибәткә кил-) ҡ. диал. ҡар. ипкә килеү.
ИБӘТӘЙ (Р.: аккуратность; И.: exactness; T.: özen) и.
1. Төрлө эш, хәрәкәттә булған иплелек; ҡулайлыҡ. □ Аккуратность, опрятность. Эшләгән эшенең бер ҙә ибәтәйе юҡ.
2. Тотанаҡлылыҡ, тәртиплелек. □ Выдержанность, скромность. Алдан һикерәһең дә сығаһың, бер ҙә ибәтәйең юҡ инде.
ИБӘТӘЙЛЕ (Р: умелый; И.: able; Т: becerikli) с.
1. Төрлө эш-хәрәкәткә ипле, ҡулайлы, йәтеш. □ Умелый, ловкий. Ҡулы бигерәк ибәтәйле инде.
2. Бөтә яҡтан килешле; йәтеш, ыҡсым.
□ Аккуратный, опрятный, подходящий. Ибәтәйле кулдәк.
3. Һүҙе, ҡылығы тотанаҡлы; тәртипле.
□ Сдержанный, скромный. Ибәтәйле ир.
ИБӘТӘЙЛЕ БУЛЫУ (ибәтәйле бул-) (Р: быть умелым; И.: be full of resource; T: becerikli olmak) ҡ.
1. Эшкә, хәрәкәткә ипле булыу. □ Быть умелым, ловким. Һәр эшкә ибәтәйле булырға кәрәк.
2. һүҙе, ҡылығы тотанаҡлы, тыйнаҡ булыу. □ Быть сдержанным, скромным. Һәр бала ибәтәйле булырға тейеш.
ИБӘТӘЙҺЕҘ I (Р: неуклюжий; И.: awkward; T: beceriksiz) с.
1. Төрлө эшкә, хәрәкәткә ипһеҙ; ҡулайһыҙ. □ Неуклюжий, неловкий, неповоротливый. Ибәтәйһеҙ хәрәкәт. ■ Ишмырҙа — ҡарап тороуға ибәтәйһеҙ, ҡырыҫ, бөтә нәмәне тапап, иҙеп утер һымаҡ куренһә лә, йомшаҡ куңелле, хатта оялсаныраҡ кеше. Н. Мусин.
2. Килешһеҙ; йәтеш, йыйнаҡ түгел.
□ Несоразмерный, нескладный, неуклюжий. ■ [Айыу] һәнәрен курһәтеп бөткәс, хужаһы тәңгәленә килеп, ибәтәйһеҙ йыуан муйынын һондо. Н. Мусин. Тирмә эсенән ибәтәйһеҙ оҙон алпамыша һынлы бер әҙәм килеп сыға ла йән өшөткәс тауышы менән: «һеҙ кем булаһығыҙ? Ни йомош менән ҡайҙа китеп бараһығыҙ?» — тип һорай. Әкиәттән. Уйлаған фажиғәле тантана урынына ибәтәйһеҙ кәмит, фарс килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Де-йеуҙең ел-дауыл ҡуптарып килеуе, был саҡ хатта тау-таштарҙың һелкенеуе дошмандың ибәтәйһеҙ ҙур булыуы өҫтөнә ғәйрәтенең дә самаһыҙлығын курһәтеп тора. Әкиәттән.
3. Һүҙе, ҡылығы тотанаҡһыҙ; тәртипһеҙ.
□ Невыдержанный, несдержанный; распущенный, развязный. ■ Харис, бутән ваҡытта булһа, был һуҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәҫ ине. Фәйрузә алдында ни һөйләнә бит, ибәтәйһеҙ ҡыҙ! Н. Мусин.
ИБӘТӘЙҺЕҘ II (Р: неудобно; И.: uncomfortably; T: beceriksizce) р. диал.
1. Ҡулайһыҙ, ипһеҙ. □ Неудобно; неловко; неуклюже. ■ Фатима ысынлап та уҙгәрҙе, .. тотҡан эшен бөтөрмәй ташлай ҙа икенсеһен башлай, эшләй торған эшен ҡайһы саҡта бөтөнләй онота: әйберҙе, һауыт-һаба, ҡашаяҡты ибәтәйһеҙ тотона. Ж. Кейекбаев. [Сәруи — Сатираға:] Һин, ибәтәйһеҙ тотоп, барлы-юҡлы аҙығың ҡойолоп йөрөһөн тағы. М. Буранғолов. [Сәриә] ҡулдарын
646