ИГЕҘӘК
ибәтәйһеҙ итеп һелтәне лә ултырғыстан шыуып төштө. Ә. Хәкимов.
2. Сиктән тыш, бик. □ Очень, крайне, слишком, весьма. Ибәтәйһеҙ ҙур итеп һалынған өй.
ИБӘТӘЙҺЕҘ БУЛЫУ (ибәтәйһеҙ бул-) (Р.: быть неуклюжим; И.: to be awkward; T.: beceriksiz olmak) ҡ.
1. Төрлө эшкә, хәрәкәткә ипһеҙ; ҡулайһыҙ булыу. □ Быть неуклюжим, неловким. Был тиклем дә ибәтәйһеҙ булырһың икән.
2. Һүҙе, ҡылығы тотанаҡһыҙ; тәртипһеҙ булыу. □ Быть несдержанным; распущенным. Һәр ата-әсә, ибәтәйһеҙ булма, балам, тип өйрәтәлер.
ИВАСИ [рус. < япон. iwashi] (Р.: иваси; И.: Picton herring; T.: ringa balığı) и. зоол.
Сельдтар ғаиләһенә ҡараған диңгеҙ балығы. □ Иваси (лат. Sardinops sagax melanosticta). Иваси ыуылдырығы. Иваси бик һирәк осрай. Магазинға иваси килтергәндәр.
ИВРИТ [рус. < йәһүд hebrit ‘йәһүд теле’] (Р: иврит; И.: Hebrew; T.: İbranice) и.
Боронғо йәһүд теленең хәҙерге модификацияһы, Израилдең рәсми теле. □ Иврит. / Ивритский. Иврит алфавиты. Иврит һуҙлеге. ■ Йәһудтәр уҙҙәренең бөткән тиерлек иврит телен дәуләт статусына кутәргән икән, бына халыҡ! «Йәшлек», 27 март 2010.
ИГДАНИТ [рус. < ингл. igdanite ‘шартлатҡыс’] (Р: игданит; И.: igdanite; T: igdanit) и.
Гранулалы аммиаклы селитра һәм аҙ күләмдәге (5—6 %) шыйыҡ янар газ ҡатышмаһынан торған шартлатҡыс. □ Игданит {взрывчатая смесь). Игданитты өй шарттарында ла эшләргә мөмкин.
ИГЕ (Р: хороший; И.: good, nice; T: iyi) с.
Сифаты билдәле бер кимәлдән юғары; яҡшы. □ Хороший; добрый. Иге бала. • Өйрәнгән ҡатын өйрәнмәгән ирҙән игерәк. Әйтем.
ИГЕҘ [боронғо төрки иккиз\ (Р: двойня; И.: twin; T.: ikizler) с.
1. Бер инәнән бер юлы тыуған (кеше йәки йәнлек, хайуан балаларына ҡарата). □ Являющиеся близнецами. / Двойня, двойняш
ки; близнецы. ■ [Әлхәмов:] Шаршамбикә ҡарсыҡтың туҡал кәзәһе игеҙ бәрәс табып бирҙе. С. Кулибай. [Әлфинур:] Ҡыҫыр тигән һыйырыбыҙ игеҙ быҙау быҙауланы, әсәй, икеһе лә орғасы, икеһе лә, әсәләренә оҡшаш, ҡоба... И. Абдуллин. Ләкин был эш барыбер Айбулаттың игеҙ бәрәсле ҡуйын алыу, көҙ көнө ай ярым буйынса Ныязғолға иген йыйнау менән бөттө. Һ. Дәүләтшина. Ҡыҙҙың ике игеҙ улы тыуа. Батша балаларҙы кешегә курһәтмәй, айырым йорт һалдырып, малайҙарҙы шунда бикләтә лә бер ҡарсыҡҡа ҡарарға ҡуша. Әкиәттән. • Дуҫ — игеҙ, дошман — һигеҙ. Мәҡәл. Ир — игеҙ, имгәк — яңғыҙ. Мәҡәл.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, игеҙ быҙау тыуһа, бәхетһеҙлек, ҡайғы килә. Шуның өсөн дә бер быҙауҙы тәҙрә аша, икенсеһен ишектән индерергә ҡушыла. □ По поверьям башкир, телята-близнецы приносят горе. Чтобы предотвратить несчастья, одного телёнка надо занести в дом через окно, второго — через дверь.
3. миф. Ен-шайтан ҡыуыу, борсаҡ туҡтатыу, бүҫер, биртек эйәләрен ҡыуыу көсөнә эйә (кеше). □ Человек-маг. ■ Игеҙ һыңары борсаҡ яуғанда сығып шуны ашаһа, борсаҡ яуыуы туҡтай. Игеҙ тапҡан ҡатындың олторағы менән төтәҫләй торғайнылар ауырыу баланы, балаһыҙ ҡатынды. Башҡорт мифологияһынан.
ИГЕҘӘК I (игеҙәге) (Р: двойня; И.: twins; T.: ikizler) и.
1. Игеҙ балалар. □ Двойня, двойняшки; близнецы. ■ [Арғын:] Ағай тип .. игеҙәктәр инек беҙ. Һау сағында Тарғын да Арғын инек. Ә. Хәкимов. Ул арала йыйылып киткән куршеләре араһынан кемдер Гөлбаныуҙың уҙен тотто, кемелер игеҙәктәргә йәбеште. Т. Ғарипова. [Шәфҡәт туташы:] һөйөнсө, Рафиҡ ағай, һеҙҙең — игеҙәк, — тине. — Улығыҙ һәм ҡыҙығыҙ бар! Л. Яҡшыбаева.
2. Игеҙ балаларҙың береһе, игеҙҙең һыңары. □ Близнец; один из близнецов. Игеҙәген эҙләп табыу. Игеҙәкте юғалтыу.
647