ИГЕҘӘК
3. кусм. Бер иш нәмәнең һыңары, ише. □ Пара. Көҙгө эсендәге игеҙәге уға ҡарап йылмайғандай итте.
4. (баш хәреф менән) купл. астр. Зодиактың береһе (Буға һәм Ҡыҫала йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан).
□ Близнецы. Игеҙәктәргә эшһөйәрлек хас. Игеҙәк аҫтында тыуыу.
5. миф. ҡар. игеҙ 2.
ИГЕҘӘК II с. ҡар. игеҙ 1. Игеҙәк балалар. ■ [Людмила:] Тәуге иремдән ике игеҙәк ҡыҙым ҡалды. М. Кәрим.
ИГЕЛЕК I (игелеге) [боронғо төрки эҙгу] (Р.: доброта; И.: kindness, goodness; T.: iyilik) и.
1. Изгелекле мөнәсәбәт, яҡшылыҡ.
□ Доброта, доброжелательность, добродетельность. • Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан илгә игелек көтмә. Әйтем.
2. Яҡшы (изге) эш. □ Доброе дело, благодеяние. Игелек эшләу. ■ Ҡылған изгелек өсөн, иткән игелек өсөн, имен-аманлыҡ өсөн, оло йыйынын йыйып, ил-йорт байрам иткән, ти. «Иҙел менән Яйыҡ». • Игелек ерҙә ҡалмаҫ. Әйтем.
♦ Игелек белмәҫ яҡшылыҡты, изгелекте аңламаған. □ Неблагодарный. Игелек белмәҫ әҙәм булдың инде.
ИГЕЛЕК II (игелеге) (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай.
ИГЕЛЕК ИТЕҮ (игелек ит-) ҡ. ҡар. игелек күрһәтеү.
ИГЕЛЕК КҮРЕҮ (игелек күр-) (Р: видеть хорошее; И.: receive kindness; T.: iyilik görmek) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер яҡшылығын күреү. □ Видеть хорошее от кого-л. или чего-л. ■ Унда [Нуруллала] кукрәк көсө менән тапҡан әҙ-мәҙ малдарының игелеген куреу теләге көслө. Ғ. Хөсәйенов. Ата
һуҙен аяҡ аҫтына һалып тапаманым, шуның арҡаһында бик куп игелектәр курҙем. Й. Солтанов.
♦ Игелеген күр рәхәтен күр, изгелек менән файҙалан, тигән теләкте белдерә. □ Пользуйся на здоровье (пожелание). Балаларыңдың игелеген кур. Байлығыңдың игелеген кур. ■ Мөхәммәт Әбсә-лиҡов та шатлыҡ өҫтәне. Ул, тантаналы төҫ менән, бригадирға ишек йоҙағының асҡысын тапшырҙы. — Мә, мырҙам, игелеген кур! — тине. Яр. Вәлиев. Игелек күр алғыш, яҡты теләк. □ Благопожелание. Игелек күргере ҡар. игелеген күр. Игелек йөҙөн күрмә әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Будь проклят.
ИГЕЛЕК КҮРҺӘТЕҮ (игелек күрһәт-) (Р: оказывать благодеяние; И.: do a favor; T.: iyilik göstermek) ҡ.
1. Изгелек күрһәтеү, яҡшылыҡ эшләү. □ Оказывать благодеяние, делать добро. Ололарға игелек курһәтеу. ■ [Шаҡман турә — Минзәләгә:] Үҙегеҙ игелек курһәт-мәһәгеҙ ҙә! Хәҙер бөттө. Ирең китте, һинең дә көнөң бөттө! К. Мәргән. Һәукәшкәйем, куҙ ҡарап торған ризығым, донъя афәтендә лә игелегеңде курҙек, алдағы көндә лә бергә-бергә йәшәргә насип булһын, — тип уҙе алдына һөйләнә Фәрхиә. X. Ғиләжев. • Ата-инәһенә игелек курһәтмәгән уҙе лә игелек кур-мәҫ. Мәҡәл. Үҙе игелек курмәҫ, кешегә игелек курһәтмәҫ. Мәҡәл.
2. Рәхмәт әйтеү, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарыу. □ Отблагодарить кого-что, за что. Игелек курһәтеу йөҙөнән кус-тәнәстәр менән һыйланым.
ИГЕЛЕКЛЕ (Р: добрый; И.: good; beneficial; T.: iyilikçi) с.
1. Изгелекле, яҡшы. □ Добрый, доброжелательный, добродетельный; благодетельный. Игелекле кеше. ■ Минең зиһенем хәҙер бик алыҫта ҡалған ана шул йылдарҙа осраған, кургән, аралашҡан меңәр-меңәр кеше араһынан изге куңелле игелеклеләрен берәм-берәм супләй. М. Кәрим. [Хәлимә:] Ильясов бик игелекле егет ине шул. И. Абдул
648