ИГЕН-АШЛЫҠ
ИГЕН-АШ Л ЫҠ (иген-ашлығы) (Р.: хлеб, хлеба; И.: corn; standing crops; T.: ekin) и. йыйн.
Үҫеп ултырған һәм һуғылған бөртөклө ашлыҡтар. □ Хлеб, хлеба. Быйыл иген-ашлыҡ бик ныҡ уңды.
ИГЕН БАҠРАҺЫ (Р.: куколь посевной; И.: corn cockle; T.: ortak karamuk) и. бот.
Бер йыллыҡ эре ҡыҙыл сәскәле, баҫыуҙа, баҡсала, юл ситендә үҫкән ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағыулы үҫемлек. □ Куколь посевной (лат. Agrostemma githago). ■ Иген баҡраһы — иген, арыш кеуек бөртөклө уҫемлектәргә ҙур зыян килтереусе уҫемлек. Интернет селтәренән.
ИГЕН БАҪЫУЫ и. а. х. ҡар. игенлек. ■ Балалар йыр ыңғайына бер тигеҙ баҫып, иген баҫыуына табан атланы. 3. Биишева. Һыҙа буйҙары ус төбөндәгеләй куренеп ята. Артабан — иген баҫыуҙары, унан да арыраҡ — машиналар зыйлап торған Оло юл. Г. Яҡупова.
ИГЕН-БЕСӘН (Р: хлеба и сено; И.: corn and hay; T.: bitki örtüsü) и. йыйн.
Иген һәм бесән; төрлө файҙалы үҫемлектәр. □ Хлеба и сено; всякого рода полезная растительность. Май айы ямғырлы булһа, иген-бесән өсөн бик тә һәйбәт.
ИГЕН БӘШМӘГЕ (Р: спорынья; И.: ergot; T.: çavdar mahmuzu) и. а. х.
Ашлыҡ бөртөктәрен ҡатыра, туҙанға, ауырыуға әйләндерә торған паразит бәшмәк; ата арыш. □ Спорынья (лат. Claviceps purpurea). Иген бәшмәге ағыулы матдәләр булеп сығара.
ИГЕН ВАҠЛАҒЫС (Р: зернодробилка; И.: corn crusher; T.: kırma değirmeni) и. a. х.
Бөртөклө ашлыҡты ваҡлау өсөн ҡулланылған ҡоролма. □ Зернодробилка. Бөртөклө ашлыҡты зшкәртеуҙә иген ваҡлағыс ҡулланыла. Малға ашлыҡты иген ваҡлағыс аша уткәреп биреу. Иген ваҡлағыс һатып алыу.
ИГЕН ИГЕҮ (иген ик-) (Р: заниматься хлебопашеством; И. till the soil; be a farmer; T.: ekip biçmek) ҡ. a. x.
Игенселек эше менән шөғөлләнеү, булышыу. □ Заниматься хлебопашеством, выращивать, возделывать. // Хлебопашество. ■ Яйыҡ казактары ла батшаның уларға карата сәйәсәте менән риза тугелдәр, ер һөрөргә, иген игергә һаман ныҡлап тотонғолары килмәй, элеккесә һалым кутәрмәй йәшәмәкселәр. 3. Ураҡсин. Ғумер буйына ерен ҡәҙерләп, шунда иген игеп, мал аҫрап ҡына йәшәгән кешегә былар бөтәһе лә ғәжәп һәм аптырарлыҡ ине. Р. Солтангәрәев. Ер һөрөп, иген иккән, ер һулышын тойоп көн кургән нәҫелдән Ғәли. «Ағиҙел», № 4, 2011. •Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ. Әйтем. Иген иккән интекмәҫ. Әйтем. Иген икмәк — тир тукмәк. Мәҡәл.
ИГЕН-ИКМӘК (иген-икмәге) (Р: жито; И.: spring barley; T: arpa, çavdar, buğday) u. йыйн.
Үҫеп ултырған һәм һуғылған бөртөклө ашлыҡтар, уңыш. □ Жито; хлеба, урожай. Ҡырҙан иген-икмәкте йыйып алыу. ■ Нәуруз килә йәшәреп, йәшәреп тә, теш ярып. Тамағыңды туйҙырыр, иген-икмәк уңдырыр. Йырҙан.
ИГЕН КЕЛӘТЕ (Р: зернохранилище; И.: granary; T.: zahire, tahıl ambarı) и. а. х.
һуғылған бөртөклө ашлыҡты һаҡлау урыны. □ Зернохранилище. Иген келәтен таҙартыу. Иген келәте мөдире вазифаһын башҡарыу. ■ Орлоҡтар ҡағыҙ пакеттарҙа, туҡыма тоҡтарҙа, иген келәттәрендә шытмайынса оҙаҡ һаҡлана ала. Интернет селтәренән.
ИГЕН КИНДЕРЕ (Р: конопля посевная; И.: cannabis sativa; T.: hint keneviri) и. бот.
Ҡабыҡлылар төрөнә ингән бер йыллыҡ әрһеҙ үҫемлек. □ Конопля посевная (лат. Cannabis sativa). ■ Иген киндерен май һәм сус эшләу өсөн ҡулланалар. Интернет селтәренән.
ИГЕН КИПТЕРГЕС (Р: зерносушилка; И.: grain dryer; T.: tahıl kurutma makinesi) u. a.x.
һуғып алынған бөртөклө ашлыҡты киптереү урыны йәки ҡоролмаһы. □ Зерно-
650