Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 651


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИГЕНСЕЛӘР БАЙРАМЫ
сушилка. ■ Район хужалыҡтарында йәмғеһе 13 иген киптергес көйлө эшләй, ырҙын табаҡтары гөрләп тора. «Башҡортостан», 12 сентябрь 2011.
ИГЕН КӨЙӘҺЕ (Р.: моль зерновая; И.: Angoumois Grain Moth; T.: Angoumois tahıl güvesi) и. зоол.
Иген, киптерелгән еләк-емеш, йәшелсәләргә зыян килтереүсе бөжәк. □ Моль зерновая (лат. Sitotroga cerealella). Иген көйәләрен ағыулау. Иген көйәһен бөтөрөү саралары.
ИГЕН КӘРЕШКӘҺЕ (Р: горошек посевной; И.: vetch; T.: fiğ) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йәки ике йыллыҡ, алһыу төҫтәге күбәләк сәскәле үҫемлек. □ Горошек посевной (лат. Vida sativa). ■ Халыҡ медицинаһында иген кәрешкәһенең орлоғон диабетик ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланалар. Интернет селтәренән.
ИГЕН ҠАНДАЛАҺЫ (Р: черепашка; И.: stink bug; T.: süne) и. зоол.
Ҡыяҡлы үҫемлектәргә зарар килтерә торған яҫы, ялпаҡ бөжәк. □ Черепашка, черепашки вредные (лат. Eurygasterintegriceps). Иген ҡандалаларына ҡаршы көрәш.
ИГЕН ҠОРОМО и. а. х. ҡар. иген бәшмәге.
ИГЕН ҠУҢЫҘЫ (Р: хлебный жук, кузька; И.: grain beetle; T.: güney mısır yaprak böceği) и. зоол.
Игендең баштарын ҡырҡа торған зарарлы ҡуңыҙ. □ Хлебный жук, кузька (лат. Anisoplia austriacd). ■ Һуңғы йылдарҙа баҫыуҙарҙы иген ҡуңыҙы баҫып бара, шуға күрә орлоҡтарҙы сәсеү алдынан ағыуларға тейешбеҙ. «Мораҙым», 4 август 2011.
ИГЕНЛЕ (Р: хлебный, урожайный; И.: productive; grain-producing; T.: verimli) c.
Игенгә бай, игене булған. □ Хлебный, урожайный. • Ҡаты ерҙә ҡаҡ торор, игенле ерҙә мал торор. Мәҡәл.
ИГЕНЛЕК (игенлеге) (Р.: хлебное поле; нива, пашня; И.: grain field; T.: ekin tarlası) u. a. x.
Иген сәселгән йә сәселә торған ер; баҫыу. □ Хлебное поле; нива, пашня. ■ Ул [Сөнәғәт] игенлекте түтәгә киҫеп ҡырҡынға сыҡты ла, урман буйлап, ағастарға ышыҡланыбырак ҡыҙҙар яғына бара башланы. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙыл ғына буйы туғай-туғай, туғайҙары уның муйыллыҡ. Сиҙәм яландары уның, ай, игенлек, байлыҡтары уның күп йыллыҡ. Халыҡ йырынан.
ИГЕНЛЕКЛЕ (Р.: урожайный; И.: harvest; T.: verimli) с.
Иген яҡшы уңа торған ер. □ Благородный, урожайный. Игенлекле ер. Игенлекле баҫыу.
ИГЕНЛӘТӘ (Р: натурой (зерном)', И.: in kind; T.: ekinle) p.
Иген көйө, иген менән. □ Натурой (зерном). Игенләтә алыу. ■ Күп ғаиләне, йорттарынан айырып, ауылдарынан һөрҙөләр. Байтағына игенләтә күтәрмәҫлек бурыс һалынды. Ә. Хәкимов. Колхоз эш хаҡын игенләтә бирә. Т. Ғирфанов.
ИГЕНСЕ (Р.: хлебопашец; И.: ploughman, grain grower; T: ekinci) и. a. х.
Иген үҫтереү эше менән шөғөлләнгән кеше; иген игеүсе. □ Хлебопашец, хлебороб, земледелец. Ерҙә иген ҡалдырыу — игенсе өсөн ҙур енәйәт. ■ Игенсегә күрһәтмә бир нисек иген игергә, тегенсене өгөтләп тор йөйҙө ҡупшы бөгөргә. М. Кәрим. • Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй. Әйтем. Игенсенең ярты ғүмере яланда уҙыр. Әйтем.
ИГЕНСЕЛЕК (игенселеге) (Р.: земледелие; И.: agriculture, farming; T.: ekincilik) и. a. х.
Иген игеү эше. □ Земледелие, хлебопашество. Игенселек менән шөғөлләнеү. ■ Уның [Рамаҙандың] игенселек хеҙмәтен ярашыуына, йәшләй ергә ерегеп үҫеүенә иғтибар итеп, егетте ауыл хужалығы институтына ебәргәйнеләр. Ә. Хәкимов.
ИГЕНСЕЛӘНЕҮ (игенселән-) ҡ. диал. ҡар. үҙгәреү. Ана нисек үҫеп, игенселәнеп киткән.
ИГЕНСЕЛӘР БАЙРАМЫ (Р: праздник урожая; И.: harvest festival; T: hasat bayramı) и.
651