Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 652


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИГЕН ТАҘАРТҠЫС
Баҫыуҙарҙа уңыш йыйылып бөткәс, ауыл хеҙмәтсәндәре тарафынан үткәрелә торған көҙгө байрам. □ Праздник урожая. ■ Игенселәр байрамының иң йәмле, куркәм өлөшө — хеҙмәт алдынғыларын ҙурлау, уларҙы ҡотлау мәле. «Торатау», 12 ноябрь 2011.
ИГЕН ТАҘАРТҠЫС (Р.: зерноочиститель; И.: grain cleaner; T: ayırıcı) и. a. х.
Бөртөклө ашлыҡты таҙартыу өсөн ҡулланылған ҡоролма. □ Зерноочиститель. Бөртөклө ашлыҡты иген таҙартҡыс аша уткәреу. ■ Семинар-кәңәшмәгә йыйылыусылар, иген таҙартҡыс менән танышты. «Йүрүҙән», 12 август 2011.
ИГЕН ТАРМАҺЫ и. диал. ҡар. иген киндере.
ИГЕН ТАШЫ (Р.: молотилка; И.: haymaker; Т.: harman makinesi) и.
Тапатып ашлыҡ баҫа торған тешле таш. □ Молотилка.
ИГЕН ТЕЙӘГЕС (Р.: зернопогрузчик; И.: mechanical grain loader; T: tahıl yükleyici) u. a. x.
Бөртөклө ашлыҡты тейәү өсөн ҡулланылған ҡоролма. □ Зернопогрузчик. Таҫмалы иген тейәгес. КУН-10 иген тейәгесе. Иген тейәгес һатып алыу.
ИГЕН ТОТҠОС (Р: зерноуловитель; И.: grain trap; T.: tahılı tutmaya yarayan araç) u. a. x.
Бөртөклө ашлыҡты тотоу өсөн комбайнда урынлашҡан ҡулайлама. □ Зерноуловитель. Иген тотҡосто йунәтеу. Иген тотҡосто таҙартыу.
ИГЕН ТӨБӨ и. диал. ҡар. ҡамыл.
ИГЕН ТРАНСПОРТЁРЫ (Р: зерно транспортёр; И.: grain conveyor; T.: ekin trans-portörü) и. a. x.
Ашлыҡты тейәү һәм бушатыу өсөн ҡулайлама. □ Зернотранспортёр. Иген транспортёры һатып алыу.
ИГЕН ТУРҒАЙЫ и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы.
ИГЕН ТҮҘЕ и. диал. ҡар. ҡамыл.
ИГЕН ФУРАЖЫ (Р: зернофураж; И.: cereal, grain fodder; T.: yem) и. a. х.
Мал аҙығы. □ Зернофураж. Мал өсөн иген фуражы әҙерләнә. ■ Ҡатнаш аҙыҡтарҙан иген фуражы парҙа эшкәртелеп, витаминлы өҫтәмәләр ҡушылып, көнөнә бер мал башына 5—6 килограмм бирелә. «Йүрүҙән», 18 ғинуар 2011.
ИГЕН ҺАҠЛАҒЫС (Р: зернохранилище; И.: granary; T.: tahıl ambarı) и. а. х.
Бөртөклө ашлыҡты һаҡлау урыны. □ Зернохранилище. Иген һаҡлағыста ашлыҡ бик аҙ ҡалған. ■ Хужалыҡ етәксеһе Аҫылбәк Алмашев быйыл яҙ төҙөлә башлаған өс мең тонна һыйышлы иген һаҡлағыс төҙөлөшө менән таныштырҙы. «Көнгәк», 4 апрель 2011.
ИГЕН ЭШЕ и. ҡар. игенселек.
ИГЕН ЯЛАНЫ и. ҡар. иген баҫыуы. ■ Артабан инде, ҡырлас тауҙың көньяҡ һөҙәгенән башлап, һары диңгеҙ кеуек тулҡынып, сиге ҡайҙа икәне куренмәгән иген яланы йәйелеп ята. Һ. Дәүләтшина. Болонбай урманы кукһел монарға кумелгән киң иген яландарына барып тоташа. Я. Хамматов.
ИГЕРМАУ и. диал. ҡар. үңербау.
ИГЕ-СИГЕ (Р: конец и край; И.: border, end; T.: en son) и.
Ниҙеңдер сик-күләме. □ Конец и край чего-н. ■ Алыҫ тауҙарҙы кугелйем монар уратып алған, әйләнә-тирәңдә иһә иге-сиге куренмәгән йәшеллек диңгеҙе. Н. Мусин. Завод та, Сөнәғәттең алдындағы иге-сиге куренмәгән әҙәм уткеһеҙ ҡалын урмандар ҙа баяр Дашковтыҡы ине. Ж. Кейекбаев. Таҙ теҙгенде бушатҡан. Кук дунән иге-сиге куренмәгән далаға ҡарап елгән. Әкиәттән. Ниһәйәт, иге-сиге булмаған оҙон көн утеп, туҙемһеҙлек менән көтөп алған ял сәғәте яҡынлашты. Г. Ғиззәтуллина. Сәлимәнең ҡыуанысының иге-сиге булманы. 3. Биишева.
ИГЕСӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
652