Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 655


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҒЛАН ТАРАТЫУСЫ
ИГӘШ (Р.: ссора; И.: quarrel; T.: dargınlık) и.
Әрләш, талаш. □ Ссора, раздор. • Яҡшы һөйләгәндә кәңәш сығыр, яман һөйләгәндә игәш сығыр. Мәҡәл.
ИГӘШЕҮ (игәш-) ҡ.
1. урт. ҡар. игәү I. взаимн. от игәү I.
2. диал. ҡар. игәрешеү 3.
ИҒАНӘ и. ҡар. иғәнә. ■ Ғәбделхәйҙең иғанә аҡсаһына мәсет һалдырып, уҙ халҡына (төркиҙәргә) курһәткән хеҙмәте ҙур маҡтауға лайыҡ. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ИҒДАДИ [ғәр. <5^)] (Р.: подготовительный курс; И.: preparatory; T.: hazırlık) и. иҫк. кит.
Алдан әҙерлек бирә торған (уҡыу йорто). □ Подготовительный курс. Иғдадиҙа уҡыу. Иғдадиҙа уҡытыла торған дәрестәр.
ИҒДАМ [ғәр. (Р: уничтожение;
И.: destruction; T.: yok etme) и. иҫк. кит.
1. Юҡҡа сығарылыш, юҡ ителеш. □ Уничтожение.
2. Үлем язаһы. □ Казнь. ■ Ғазраил килер яныңа, иғдам торор алдыңда. Мөнәжәттән.
ИҒДАМ ИТЕҮ (иғдам ит-) (Р: уничтожить; И.: destroy; T.: yok etmek) ҡ.
1. Юҡҡа сығарыу, юҡ итеү. □ Уничтожить. ■ Изгелек ҡыл, бәхетең артыр, изгелегең иғдам итмәҫ Аллаң. Мөнәжәттән.
2. Язалап үлтереү. □ Казнить. Кешеләрҙе иғдам итеу.
ИҒЛАМ [ғәр. (Р: уведомление; И.: notice; T.: duyurma) и. иҫк. кит.
Нимәлер тураһындағы белешмә, аңлатма. □ Уведомление, извещение; объяснение, сообщение; известие. Иғлам элеу. Иғлам еткереу.
ИҒЛАМ ИТЕҮ (иглам ит-) (Р: объявлять; И.: announce; T.: bildirmek) ҡ. иҫк.
Белешмә биреү, белдереү. □ Объявлять, оповещать, оглашать, сообщать; извещать. Яңылыҡты иғлам итеу. Эште иғлам итеу.
ИҒЛАМ ҠЫЛЫУ (иғлам ҡыл-) ҡ. иҫк. ҡар. иғлам итеү. ■ Шул рәуешле судебный уҙенең тейешле яуаптарын алып, яҙыуҙарын тамам иткәс, Ғәлимдең Мусинды ултереуҙә
ғәйепләнеп, судҡа биреләсәген иғлам ҡылды. Картотека фондынан.
ИҒЛАН [ғәр. û^!] (Р: объявление; И.: announcement; T.: ilan etme) и.
1. Нимәлер тураһында халыҡҡа еткереү өсөн газета-журнал һ. б. урынлаштырылған йәки стенаға элеп ҡуйылған хәбәр; белдереү. □ Объявление, оглашение, опубликование, оповещение; обнародование. Иғлан таратыу. ■ Батша ҡаланың бөтә еренә: «Иртәгә таң менән минең баҡсама беренсе булып һиҙҙермәй утә алған кешегә ярты батшалығымды бирәм!» — тигән иғландар ҡаҙаҡлата. Әкиәттән.
2. Шул хәбәр яҙылған, урынлаштырылған нәмә, яҙма; белдереү. □ Объявление; афиша. ■ Аҫҡы ҡаттағы парткабинет ишегенә обой ҡағыҙының тиҫкәре яғына яҙылған иғлан ҡаҙаҡланған. Й. Гәрәй. Ана урам мөйөшөндә иғландар өсөн яһалған әйләнмә витрина. С. Агиш.
ИҒЛАН ИТЕҮ (иғлан ит-) (Р.: объявлять; И.: announce; T.: bildirmek) ҡ.
Ниндәйҙер хәбәрҙе йәки ҡарарҙы халыҡҡа еткереү. □ Объявлять, оглашать. ■ [Шамил ағай:] Хәҙер һеҙгә дуртенсе класс уҡыусыһы Булат шиғыр һөйләп курһәтә, — тип иғлан да итеп өлгөрҙө. К. Кинйәбулатова. Ерән мыйыҡлы был әҙәм [НасирJ губерна судының хөкөм ҡарарын ҡаты тауыш менән иғлан итә. 3. Ураҡсин. Тәнәфес иғлан ителеу менән, кешеләрҙе йырмаслап клубтан сыҡты ла ҡабаланып ҡайтып китте Рәмилә. Н. Мусин. Батша атты килтерергә әмер бирҙе, ти, егетте ирекле тип иғлан итте, ти. Әкиәттән.
ИҒЛАН ҠЫЛЫУ (иғлан ҡыл-) ҡ. ҡар. иғлан итеү.
ИҒЛАНСЫ и. ҡар. иғлан таратыусы.
ИҒЛАН ТАРАТЫУСЫ (Р: глашатай; И.: town (public) crier, herald; T.: münadi, carcı) и.
1. Һөрәнсе, белдереүсе. □ Глашатай (вестник, всенародно объявляющий, возвещающий что-н.). ■ Иғлан таратыусыны барыһы ла иғтибар менән тыңланы. Экспедиция материалдарынан.
655