Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 656


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҒТИБАР
2. Төрлө афишалар, белдереүҙәр, иғландар элеп, таратып йөрөгән кеше. □ Тот, кто распространяет, вывешивает афиши, объявления. Иғлан таратыусылар йыйылышы.
ИҒТИБАР [ғәр. jt^i] (р.: внимание; И.: attention; T: dikkat) и.
1. Күңелдең, уйҙың һәм ишетеү-күреү һәләтенең берәй нәмәгә йүнәлеше. □ Внимание, интерес (общественный, ребёнка, читателей). ■ Былай йөҙ-ҡиәфәтенең ҡатын-ҡыҙ иғтибарын йәлеп итерлек икәнлеген яҡшы белә ул [Ғилман]. Ә. Хәкимов.
2. Абруй, дәрәжә, хөрмәт. □ Авторитет, уважение, почёт, почтение. Иғтибарға лайыҡ кеше. ■ Ҡыҙырас, тағы ниндәй һәнәр курһәтеп, Юлдаштың иғтибарын яуларға белмәй, баҫҡыста оҙаҡ ҡына ултырҙы.
3. Биишева.
3. Кешегә ҡарата булған хәстәрлек; илтифат. □ Забота, заботливость, чуткость. ■ Айбулат уны [ҡатынын] бөгөн айырым бер һағынған иғтибар менән ҡарап ултырҙы. Һ. Дәүләтшина.
♦ Иғтибар үҙәгендә <булыу, тороу> әһәмиәтле һаналыу, дөйөм ҡыҙыҡһыныуға лайыҡ булыу. □ Быть в центре внимания. Һәр бала иғтибар уҙәгендә булырға ярата.
ИҒТИБАР БИРЕҮ (иғтибар бир-) ҡ. ҡар. иғтибар итеү.
ИҒТИБАРҒА АЛЫУ (иғтибарға ал-) (Р.: принимать во внимание; И.: take into consideration; T.: dikkate almak) ҡ.
Иғтибар менән ҡабул итеү; әһәмиәткә алыу. □ Принимать во внимание, учитывать. ■ Быны иғтибарға алып өҫтәп хаҡ биреу урынына, Айбулаттың эш хаҡын ашаған өсөн тип киҫеп алып ҡалдылар. Һ. Дәүләтшина. Иптәштәр тын ғына Таминко һуҙен тыңлайҙар. Уны иғтибарға алыуҙы, баш эйеп, һуҙһеҙ генә белдерәләр. Д. Юлтый.
ИҒТИБАР ИТЕҮ (иғтибар ит-) (Р.: обратить внимание; И.: pay attention to; T.: dikkat etmek) ҡ.
Нимәгәлер күңелде, уйҙы, ҡарашты йүнәлдереү. □ Обратить внимание на кого, оказать внимание кому. ■ Ләкин дәруиш
бер кем һуҙенә лә иғтибар итмәй, уҙенекен эшләп бөтмәй тороп, әғузе бисмиллаһынан тыш тағы Хоҙайға һәм уның пәйғәмбәренә арналған бер нисә аятты әйтмәй тороп, кәрәк урынын уҡырға тотонмай. К. Мәргән. Иҙел буйындағы томандар кутәрелеп, ҡаршы ярҙа иртәнге тормош йәнләнеп, ығы-зығы көсәйгәс кенә, дошман еренә яҡынланылар. Уларға артыҡ иғтибар итеусе лә булманы.
3. Ураҡсин. Алпамышаның ҡошо барлығын тегеләр белмәгән, курәһең, бер ҙә иғтибар итмәгәндәр. «Алпамыша».
ИҒТИБАРЛАП (Р: внимательно; И.: attentively; T.: dikkatle) р.
Иғтибар менән. □ Внимательно. Иғтибарлап тыңлау. ■ Әгәр әсәһе ошо мәлдә ҡыҙына иғтибарлап ҡараһа, уның сөм-ҡара куҙҙәре моңһоулана төшөуен, тормош ҡатмарлылығы уларға тәуге хәсрәт көлөн һибә башлауын абайлар ине. Н. Мусин. Хасбулат олатай, уҙенең аңлатмаһына ышаныу-ышанмау ымды төшөнөргә теләп булһа кәрәк, миңә бик иғтибарлап ҡарап тора бирҙе лә, тағы һандығына эйелде. 3. Биишева.
ИҒТИБАРЛАУ (иғтибарла-) (Р: обратить внимание на кого, оказать внимание кому', И.: pay attention to; T: dikkati çekmek) ҡ.
Иғтибарға алыу, иғтибар итеү. □ Обратить внимание на кого, оказать внимание кому. ■ Кешелекте тәуге аҙымдарынан уҡ тип әйтерлек оҙата килгән шиғриәт (бил яҙып, офоҡ киңәйтеу, йондоҙҙарҙы иғтибарлау) ни хәлдә бөгөн ? «Ағиҙел»,№11,2010.
ИҒТИБАРЛЫ (Р: внимательный; И.: attentive; T.: dikkatli) с.
1. Иғтибар менән ҡараусы. □ Внимательный, сосредоточенный. ■ Ыҙмаға барып еткәс, тун ябынып уҙен [Аҡмалды] ҡаршыларға сыҡҡан Етембайҙың иғтибарлы ҡарашына һөрлөктө лә барса уйлап килгәндәрен онотто. Б. Рафиҡов.
2. Иғтибар менән һуғарылған, иғтибарға лайыҡлы. □ Важный, достойный внимания. ■ Ә хужа, ҡунаҡтың уҙ донъяһына иғтибарлы булыуына ирәйеп тә, ни әйтер
656