Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 657


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҒТИБАРҺЫҘЛАНЫП КИТЕҮ
был тигәндәй һағайып та, өндәшмәй генә тора бирҙе. Р. Солтангәрәев.
3. Кешегә ҡарата хәстәрлекле; ҡайғыр-тыусан, ихтирамлы. □ Внимательный, чуткий, отзывчивый. ■ Ирйегет тә тап бына ошо, хәҙерге Аҙнағол кеуек утә һөйкөмлө, мөләйем кеше ине бит. Йомшаҡ, сабыр холоҡло, иғтибарлы, инсафлы... 3. Биишева. Сәғиҙә ире ҡулға алынғандан бирле уҙенә ҡарата ошондай йылы һуҙҙе, иғтибарлы ҡарашты Хафиз ҡарттан ишетә килде. М. Тажи. Шәһурәгә иғтибарлы булғаны, хәйләһеҙ эш иткәне өсөн рәхмәт әйтеуселәр ҙә куп. Н. Мусин.
4. иҫк. Кешенең ихтирамын яулаған; хөрмәтле. □ Уважаемый. Беҙҙең ауылда иғтибарлы кешеләр куп. Иғтибарлы етәксе. Иғтибарлы хужа.
ИҒТИБАРЛЫҠ (иғтибарлығы) и. ҡар. иғтибарлылыҡ 1,2.
ИҒТИБАРЛЫЛАНЫУ (иғтибарлылан-) (Р.: становиться более внимательным; И.: be careful; T.: dikkatli olmak) ҡ.
Иғтибарлыраҡҡа әйләнеү. □ Становиться более внимательным; осмотрительным. Иғтибарлыланып китеу. Иғтибарлылана төшөу.
ИҒТИБАРЛЫЛЫҠ (иғтибарлылығы) (Р: внимательность; И.: attentiveness; T.: dikkatli olma) и.
1. Диҡҡәтлелек. □ Внимательность, сосредоточенность. Һәр эштә иғтибарлылыҡ талап ителә.
2. Кешегә ҡарата хәстәрлеклелек; ҡай-ғыртыусанлыҡ, ихтирамлылыҡ. □ Заботливость, чуткость. Иғтибарлылыҡ курһә-теу. ■ Шул тиклем иғтибарлылыҡ, хәстәрлек кургәс, ҡатындың куңеле нескәреп китте, ахыры, ул уҙенең бәхетле көндәрен хәтерләргә тотондо. Д. Юлтый. Был йортта бер-береңә иғтибарлылыҡ һәм ҙурҙарҙы ололау ғәҙәткә ингән. Ә. Байрамов.
ИҒТИБАРЛЫЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (иғтибарлылыҡ күрһәт-) (Р: быть внимательным; И.: favor; T.: dikkat göstermek) ҡ.
1. Уй-фекерҙе туплап, айырым диҡҡәт менән тыңлау. □ Быть внимательным, сосредоточенным. Лекторҙың сығышына иғтибарлылыҡ курһәтеу.
2. Кешегә ҡарата ихтирамлылыҡ күрһәтеү. □ Проявлять заботливость, чуткость. Ата-әсәгә иғтибарлылыҡ курһәтеу.
ИҒТИБАРҺЫҘ (Р: невнимательный; И.: inattentive; T.: dikkatsiz) с.
1. Иғтибары (1) әҙ, иғтибары етешһеҙ. □ Невнимательный, рассеянный. Иғтибарһыҙ уҡыусы. ■ Үтә лә иғтибарһыҙ ҡыланған Маслов, был һуҙҙәрҙе ишеткәс, урынынан торҙо, ҡашын йәмерәйтеп, иҙәндә ары-бире йөрөргә тотондо. Н. Мусин.
2. Кешегә ҡарата хәстәрлекһеҙ; ихтирамһыҙ. □ Нечуткий, неучтивый. Иғтибарһыҙ ир. Иғтибарһыҙ хужа. Иғтибарһыҙ булыу.
3. Вайымһыҙ, төкөрөп ҡараған. □ Наплевательский, небрежный, пренебрежительный. ■ Былайтып кейенер өсөн ҡатын-ҡыҙ булараҡ уҙ-уҙеңә ни тиклем иғтибарһыҙ, хатта битарафҡа әйләнергә кәрәк. Г. Ғиззәтуллина.
ИҒТИБАРҺЫҘ ҠАЛДЫРЫУ (иғтибарһыҙ ҡалдыр-) (Р: оставлять без внимания; И.: ignore; T.: dikkate almamak) ҡ.
Әһәмиәт бирмәү. □ Оставлять без внимания, игнорировать. Һорауҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу.
ИҒТИБАРҺЫҘЛАНА БАРЫУ (иғтибарһыҙлана бар-) (Р: стать невнимательным; И.: carelessness; T.: dikkatsiz olmak) ҡ.
Күңелдең, уйҙың һәм ишетеү-күреү һәләтенең кәмей барыуы. □ Стать невнимательным.
ИҒТИБАРҺЫҘЛАНА ТӨШӨҮ (иғтибарһыҙлана төш-) ҡ. ҡар. иғтибарһыҙлана барыу. Дәрес аҙағына балалар иғтибарһыҙлана төшә.
ИҒТИБАРҺЫҘЛАНЫП КИТЕҮ (иғтибарһыҙланып кит-) (Р: стать невнимательным.; И.: carelessness; T.: dikkatsiz olmak) ҡ.
657