ИҒТИБАРҺЫҘЛАНЫУ
Иғтибар кәмеү, әҙәйеү. □ Стать невнимательным. Һуңғы ваҡытта иғтибарһыҙланып киттем әле.
ИҒТИБАРҺЫҘЛАНЫУ (иғтибарһыҙлан-) (Р.: становиться невнимательным; И.: be inattentive; T.: dikkatsiz olmak) ҡ.
Иғтибарҙы юғалтыу, иғтибарһыҙға әйләнеү. □ Становиться невнимательным. Иғтибарһыҙлана барыу. Иғтибарһыҙланып китеу. Иғтибарһыҙлана төшөу.
ИҒТИБАРҺЫҘЛЫҠ (иғтибарһыҙлығы) (Р: невнимательность; И.: inattention; T.: dikkatsizlik) и.
1. Иғтибар итмәүсәнлек. □ Невнимательность, невнимание. ■ Берәй урында абайламай ҡалып, иғтибарһыҙлыҡтан яңылыштыңмы, хурлыҡҡа төшөрөуҙәрен көт тә тор. Ғ. Ибраһимов. [Бибиғәйшә] хатта һыйырын да ҡабалан һауҙы, малҡайы ла уҙенә иғтибарһыҙлыҡты һиҙеп сабырһыҙланды: бышҡырҙы, бейене, уфтанды. Ф. Янышев.
2. Кешегә ҡарата хәстәрлекһеҙлек; ихтирамһыҙлыҡ. □ Беспечность, нечуткость. Иғтибарһыҙлыҡ курһәтеу. Тупаҫ иғтибарһыҙлыҡ. ■ Был иғтибарһыҙлыҡҡа Ҡыҙырастың туҙер хәле ҡалманы. Тамам асыуы килде.
3. Биишева.
3. Вайымһыҙлыҡ, иҫ китмәүсәнлек.
□ Небрежность; халатность; оплошность. Енәйәтсел иғтибарһыҙлыҡ. ■ Бына бит, донъяла ниндәй изге куңелле кешеләр була! Ә һин улар менән йәнәшәлә йәшәйһең, хатта уларҙың шундай икәнен белмәй ҙә улеп китәһең. Һай, был иғтибарһыҙлыҡ! 3. Биишева.
ИҒТИБАРҺЫҘЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (иғтибарһыҙлыҡ күрһәт-) (Р: становиться невнимательным; И.: be inattentive; T.: dikkatsizlik etmek) ҡ.
1. Иғтибар итмәү. □ Оказать, проявлять невнимательность, беспечность. Ҡунаҡтарға иғтибарһыҙлыҡ курһәтеу.
2. Вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәтеү.
□ Оказывать равнодушие. Илдәге яңылыҡтарға иғтибарһыҙлыҡ курһәтеу.
3. Хөрмәт итмәү. □ Проявлять неуважение (непочтительность). Иргә иғтибарһыҙлыҡ курһәтеу. Ололарға иғтибарһыҙлыҡ курһәтеу.
ИҒТИБАРӘН [ғәр. ljbjc.1] (р: начиная с...; И.: to begin with; T.: itibaren) бәйл.
Башлап. □ Начиная с... Ғинуар айынан иғтибарән яңы тема өҫтөндә эш башлайбыҙ.
ИҒТИДАЛ [ғәр. (Р: равенство;
И.: equality; T.: eşitlik) и. иҫк. кит.
1. Тиң хоҡуҡлыҡ, тигеҙлек. □ Равенство, равноправие. Иғтидал өсөн көрәш.
2. дини. Намаҙ уҡығанда сәждәнән һуң аяҡ үрә баҫыу. □ Поза в намазе.
ИҒТИҠАД [ғәр. ^!] (Р: вера; И.: faith, belief; T.: inanç) и. иҫк. кит.
Күңелдәге ышаныс. □ Вера, убеждение, доверие. ■ Эсендә ҡара пәрейҙәр тырнап торһалар ҙа, уҙ иғтиҡадын, уҙ фекерен әйтә алмаһа ла, уҙ-уҙе менән мәмнун ине. Ш. Бабич.
ИҒТИҠАДИ [ғәр. (Р: убеждённый; И.: convinced; T.: inancında olan) с. иҫк. кит.
Ышанысы ныҡлы. □ Убеждённый. Иғтиҡади ир.
ИҒТИҠАД ИТЕҮ (иғтиҡад ит-) (Р: верить; И.: believe; T.: emin olmak) ҡ.
Ышаныу, ысын күңелдән инаныу. □ Верить, убеждаться. ■ [Бала] уҙенсә бер юл менән китер, шул юлды тоғро тип иғтиҡад итер, башҡаларҙы ла шул юлға өндәр. 3. Һаҙи. Ул [Зөһрә]уның [Биктаһирҙың] һәләкәтлелек даръяһына ташланмағанлығына иғтиҡад иткән ине. 3. Өммәти. Үлгәндән һуңында йән яҡшы булһа куккә — ожмахҡа, гөнаһлы булһа, ер аҫтына — ҡараңғылыҡҡа, тамуҡҡа китә, тип иғтиҡад иткәндәр. Ә.-З. Вәлиди.
ИҒТИҠАД ҠЫЛЫУ (иғтиҡад ҡыл-) ҡ. ҡар. иғтиҡад итеү. ■ Улар [мөшриҡтәр] ул һындарҙан файҙа вә зарар килеуенә иғтиҡад ҡылалар ине. Башҡортса дини календарҙан.
ИҒТИРАЗ [ғәр. (Р: протест;
И.: protest; T: itiraz) и. иҫк. кит.
Берәй эш, ҡылыҡ йәки ҡарарға ҡарата ҡаршы фекер; ҡаршылыҡ. □ Противодей-
658