Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 659


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИДАРА
ствие, возражение, несогласие, протест. Мин һинең фекереңде кабул итмәйем. Иғтираз белдерәм.
ИҒТИРАЗ ИТЕҮ (иғтираз ит-) (Р.: отвергать; И.: reject; T.: itiraz etmek) ҡ.
Берәй фекергә йәки ҡарарға ҡаршы төшөү, ҡаршы сығыу, кире ҡағыу. □ Отвергать, не принимать, отклонять. Фекерҙе иғтираз итеу.
ИҒТИРАЗ ҠЫЛЫУ (иғтираз ҡыл-) ҡ. ҡар. иғтираз итеү.
ИҒТИРАФ [ғәр. (Р: признание;
И.: acknowledgement; T.: itiraf) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер ысынлығын дөрөҫләгән һүҙ.
□ Признание, доказательство.
ИҒТИРАФ ИТЕҮ (иғтираф ит-) (Р: признать; И.: recognize; T.: itiraf etmek) ҡ.
Бар тип белеү, ысын тип дөрөҫләү; таныу. □ Признать (свои ошибки, недостатки и т. д.). ■ [Закир:] Оят һеҙгә, мөхәррирҙәргә, тормош алдында ғажизлегегеҙҙе иғтираф итеп тороу. Ғ. Рафиҡи. Иғтираф итер сәбәбем юҡ, ғәйебем юҡ. Ант итәмен, мосолманға зарарым юҡ. Бәйеттән.
ИҒТИРАФ ҠЫЛЫУ (иғтираф ҡыл-) ҡ. ҡар. иғтираф итеү. Быны иғтираф ҡылмай сарам юҡ.
ИҒУА [ғәр. *<»] (Р: соблазн; И.: provocation; T.: kışkırtma) и. иҫк. кит.
Аҙғынлыҡҡа, юлдан яҙҙырыуға алып барған ҡотҡо. □ Соблазн, обольщение; искушение. ■ Эсендәге ханаһының иғуаһында, мал йыйып бик бай булыу дәғуәһендә. Мөнәжәттән.
ИҒУА ИТЕҮ (иғуа ит-) (Р: провоцировать; И.: provoke; T.: kışkırtmak) к.
Аҙғынлыҡҡа ҡотортоу, юлдан яҙҙырыу.
□ Подстрекать, провоцировать. ■ Иғуа итмә ҡәрҙәшеңде, һаҡла данын өммәтеңдең. Бәйеттән.
ИҒУА ҠЫЛЫУ (иғуа ҡыл-) ҡ. ҡар. иғуа итеү.
ИҒӘНӘ [ғәр. (Р: помощь; И.: help, assistance; T.: yardım) и.
1. Дөйөм берәр эш, кәрәк өсөн халыҡтан йыйылған ярҙам. □ Помощь, поддержка, со
действие; пожертвование. ■ [Аллаяр — Гөлйө-ҙөмгә:] Ана, орлоҡтан ҡалған тарыны иғәнәгә берәй бот алып барып бир. Ф. Иҫәнғолов. Сит ауыл кешеһе иғәнәне лавкасыға тапшырҙы. М. Кәрим. Купме бәләкәй мәҙрәсәләрҙә һәм мәсет-мәҙрәсәләрҙә Рәмиевтәр иғәнәһенә уҡып сыҡҡан шәкерттәр... «Ағиҙел», № 3, 2011. Ырымбурҙа башҡорттарҙан йыйылған иғәнә — хәләл көсө менән һалынған Каруан-һарай асыла. «Киске Өфө», № 31, 2011.
2. диал. Муллаға бирелә торған хәйер.
□ Пожертвование, которое даётся мулле. Иғәнә тапшырыу. Иғәнә биреу.
ИҒӘНӘСЕ (Р: благотворитель; И.: benevolent; T.: hayırsever) и.
Дөйөм берәр эш, кәрәк өсөн халыҡҡа матди ярҙам күрһәтеүсе. □ Тот, кто оказывает помощь, вносит пожертвование; благотворитель. ■ Башҡорт халҡына хеҙмәт иткән, иғәнәсе булараҡ дан ҡаҙанған, мәҙәниәт, зыялылыҡты уҫтергән, шиғырҙарында уҙенең тыуып уҫкән башҡорт ерҙәренең матурлығын данлап яҙған заттарҙы [аталы-уллы Рәмиевтәрҙе] беҙҙең, башҡорттарҙың, оноторға хаҡыбыҙ юҡ. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ИҒӘНӘТ [ғәр. (Р: помощь; И.: help, assistance; T.: yardım) и.
Ярҙам. □ Помощь. Бер иғәнәт иткәндән ни булған инде.
ИҒӘНӘТЛЕ (Р: вежливый; И.: polite; T.: nezaketli) с.
Ярҙамсыл, рәхимле, изгелекле, итәғәтле. □ Вежливый, обходительный. Иғәнәтле әҙәм. Иғәнәтле булыу.
ИҒӘНӘТҺЕҘ (Р: недоброжелательный; И.: malevolent; T.: kötü niyetli) с.
Ярҙамсыл түгел, изгелекһеҙ. □ Недоброжелательный, неблагодарный. Иғәнәтһеҙ кеше. Иғәнәтһеҙ булыу.
ИДАЛЬГО [рус. < исп. hidalgo] (Р: идальго; И.: hidalgo; Т.: Hidalgo) и. тар.
Урта быуаттарҙа испан дворяны.
□ Идальго. Идальго бурыстары.
ИДАРА [ғәр. bjhi] (Р: управление; И.: administration; T.: idare) и.
659