ИДАРА ИТЕҮ
1. Хакимлыҡ, етәкселек. □ Управление, руководство; администрация. ■ «Беҙгә уҙебеҙгә махсус идара кәрәк, совет идараһының формаһы Башҡортостанға яраҡлы тугел», — тип баш кутәрҙеләр. Ғ. Ибраһимов. Идара ҡушыуы буйынса өсәуләп, мин [Мәликә], Сәлих һәм Нияз, Әҙибә апайҙың икенсе ире Низаметдин ағайға юл тоттоҡ. Г. Ғиззәтуллина.
2. Эшкә етәкселек итеү үҙәге һәм шул етәкселектең эш урыны. □ Правление, контора. Идара вәкәләттәре. ■ [Суминовҡа] бер нисә тапҡыр идарала телефон төбөндә төнгө дежурҙа ултырырға, һаҡ аҫтына алынған кешеләрҙе ҡалаға алып барып тапшырырға тура килде. Ә. Хәкимов. Оҙаҡҡа һуҙмай, иртәгеһенә ук [Мотаһар менән Хәсән ] Усманды идараға саҡырттылар. Г. Ғиззәтуллина.
ИДАРА ИТЕҮ (идара ит-) (Р.: править;
И.: govern; T.: idare etmek) ҡ.
1. Халыҡ йәки эш менән етәкселек итеү. □ Править, управлять. Ил менән идара итеу. ■ Урта Урҙала идара итә алыр инем мин, — тип уйланы Ядкәр баҫҡаҡ. К. Мәргән. Тормош процестары менән идара итеп буламы, әллә беҙ уңышлы һәм уңышһыҙ ғына итеп уларға эйәрә генә алабыҙмы? «Ағиҙел», № 10, 2010.
2. Төрлө машина, механизмды эшләтеү. □ Управлять чем-л., направлять, регулировать. ■ «Калина» ға инеп ултырғас, руль менән идара иткәндәге ғәҙәти хәрәкәттәренә, кәуҙәһен төп-төҙ тотоп, уҙ баһаһын белеп ултырған ғорур ҡатынға ҡарап аптырап ултырҙы ир кеше. Л. Яҡшыбаева.
ИДАРА ИТЕҮСЕ (Р.: управляющий; И.: supervising; T: yönetici) и.
Берәй эш менән етәкселек иткән вазифалы кеше йәки ойошма. □ Управляющий, правящий, администратор. Банк менән идара итеусе. Идара итеусе белгестәр әҙерләу. Идара итеусе ойошмалар. Идара итеусе даирәләр.
ИДАРАЛЫ (Р: управляемый; И.: administration; T: yönetimli) с.
1. Идара ителә торған. □ Управляемый, с правлением, управлением. Автоматик идаралы.
2. Идара итеү урыны булған. □ Имеющий правление (управление). Идаралы колхоз.
ИДАРАЛЫҠ (идаралығы) (Р: управление; И.: administration; T: yönetim) и.
Етәкселек итеү үҙәге һәм шул үҙәк урынлашҡан йорт. □ Управление. М Кискә табан председатель идаралыҡтан ҡайтып төштө. 3. Хисмәтуллин. Был эш [башня ҡуйыу] менән республиканың производство-техник идаралығы шөғөлләнә икән. Д. Бүләков. Төркөстан парламенты, вилайәт һәм ҡала мәжлесе идаралығы бөтә халыҡ һайлауы нигеҙендә ҡороласаҡ. Ә.-З. Вәлиди.
ИДАРАСЫ и. ҡар. идара итеүсе. Идарасы эше. Идарасы биргән йөкләмә.
ИДАРАХАНА [ғәр. (Р: офис;
И.: office; T: ofis) и. иҫк.
Идара органдары урынлашҡан йорт. □ Офис, здание какого-л. административного учреждения (органа). Идараханаға барыу. Ауыл уртаһында идарахана урынлашҡан.
ИДДИҒА [ғәр. ^3)] (Р: претензия; И.: claim; T: iddia) и. иҫк. кит.
Дәғүә. □ Претензия, притязание, требование. Иддиға менән йәшәу. Иддиға менән килеу.
ИДДИҒА ИТЕҮ (иддиға ит-) (Р: претендовать; И.: lay claim (to); T.: iddia etmek) ҡ.
Дәғүә итеү, даулау. □ Предъявить претензию, претендовать, притязать. Азатлыҡҡа иддиға итеу.
ИДДИҒА ҠЫЛЫУ (иддиға ҡыл-) ҡ. ҡар. иддиға итеү.
ИДЕАЛ [рус. < фр. < лат. < гр. idea ‘төшөнсә’] (Р: идеал; И.: ideal; Т.: ideal) и.
1. Кешеләргә тормошта алға ынтылыу өсөн дәрт биреп, өмөт уятып торған иң юғары бөйөк маҡсат. □ Идеал. Яҡты идеал. Юғары идеал. ■ Ун алтынан һуң кеше уҙ алдына ниндәй ҙә булһа бер идеал ҡуя. С. Агиш. Тормошомдоң аҡтығына ҡәҙәр юғалтмамын ғорур идеалды, мин барырмын алға, тик алға,
660