Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 662


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИДЕНТИК
ҡурҡытмай. .. Теләктәре — идеаль ғаилә ҡороу. Бәхетле йәшәу. С. Поварисов.
ИДЕНТИК с. ҡар. берҙәй 1.
ИДЕНТИФИКАЦИЯ [рус. < лат. identifico ‘тиңләштереү’] (Р.: идентификация; И.: identification; T.: özdeşleme) и.
Берләштереү, тиңләү хәле. □ Идентификация. Идентификация куренеше. Идентификация төрҙәре.
ИДЕНТИФИКАЦИЯЛАУ (идентифи-кацияла-) (Р.: идентифицировать; И.: identify; T.: belirlemek) ҡ.
Тиңләштереү, берҙәй тип таныу. □ Идентифицировать. Тәбиғәт куренештәрен иден-тификациялау. Предметтарҙы идентифи-кациялау.
ИДЕОГРАММА [рус. < гр. idea ‘төшөнсә’ + gramma ‘яҙыу’] (Р: идеограмма; И.: ideogram; Т.: ideogram) и. лингв.
Шартлы рәүештә бер төшөнсәне аңлатҡан яҙыу билдәһе. □ Идеограмма. Идеограмма-лар системаһы. Идеограмма яҙмаһы. Идеограмма тәртибе.
ИДЕОГРАФИК (Р: идеографический;
И.: ideographic(al); T.: ideografik) с. лингв.
Идеографияға мөнәсәбәтле. □ Идеографический. Идеографик яҙыу.
ИДЕОГРАФИЯ [рус. < гр. idea ‘төшөнсә’ + grapho ‘яҙам’] (Р: идеография; И.: ideography; T: ideografi) и. лингв.
Идеограммалар менән яҙыу. □ Идеография. Идеография менән шөғөлләнеу. Идеография белгесе. Идеографияны өйрәнеу.
ИДЕОЛОГ [рус. < гр. idea ‘төшөнсә’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: идеолог; И.: ideologist; T: ideolog) и.
Йәмғиәттә билдәле бер синыф йәки йүнәлештең фекерен яҡлап, шуның башында торған кеше. □ Идеолог. Инҡилап идеологтары. Идеолог булыу.
ИДЕОЛОГИК (Р: идеологический; И.: ideological; T: ideolojik) с.
Идеологияға бәйле, идеологияға мөнәсәбәтле. □ Идеологический. Идеологик һәм сәйәси көрәш. ■ Ҡотлоярҙар ҡайтҡансы
Мәғҙәндә синфи көрәш, идеологик бәрелеш тулыһынса осланғайны тиерлек. Р. Камал.
ИДЕОЛОГИК ДИВЕРСИЯ (Р: идеологическая диверсия; И.: ideological subversion; T: ideoloji kundakçılık) и. сәйәси.
Бер дәүләттең, илдең радио, телевидение йәки матбуғат аша башҡа илдәргә ҡаршы провокацион сығышы. □ Идеологическая диверсия.
ИДЕОЛОГИЯ [рус. < гр. idea ‘төшөнсә’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: идеология; И.: ideology; T.: ideoloji) и.
Ниндәйҙер социаль төркөмдө, синыфты, сәйәси партияны, дәүләт төҙөлөшөн, йәмғиәтте билдәләүсе идеялар, ҡараштар системаһы. □ Идеология. Дини идеология. ■ Ә бына идеология бөгөнгө йәштәргә ауыр, куп йәһәттән аңлайышһыҙ тормошта уҙ-уҙҙәрен табыуға ярҙам итәһе урынға, киреһенсә, боҙа, тарҡата, ҡоторта. «Ағиҙел», № 10, 2011. [Малкин:] Буржуаз идеологияны фашлаусы, яңылыҡ өсөн көрәшеусе пролетар әҙәбиәтселәр сафында минец урын! Ә. Хәкимов.
ИДЕЯ [рус. < гр. idea ‘төшөнсә’] (Р: идея; И.: idea; T.: fikir) и.
1. Маҡсатты аңлау, уны артабан төшөнөү һәм практик үҙгәртеп ҡороу перспективаларын эсенә алған ысынбарлыҡты сағылдырыу формаһы. □ Идея.
2. Донъяға ҡарашта нигеҙ булып торған принцип. □ Идея. ■ Ләкин Әхмәҙи уҙ-уҙецде шундай ҡаты дисциплинаға ҡуйҙырта торған идеяның ҡайһы юғарылыҡта икәнен төшөнә алманы, һ. Дәүләтшина.
3. әҙ. Әҫәрҙең йөкмәткеһен билдәләүсе төп уй, фекер. □ Идея. ■ Чернигов театры повестың төп темаһын, идеяһын аса алғанмы? Ф. Нуриев.
4. Уй, фекер, ниәт. □ Мысль, замысел, намерение, план. Идеяны яҡлау. Я [Даль:] Сауҙа йорто ғына тугел, ҡунаҡханалы, мәсетле, мәҙәни уҙәкле бер ҙур һарай булһын ине, тиҙәр. Был бит ғәжәп идея! 3. Ураҡсин.
5. иҡт. Фирма фекере буйынса, баҙарҙа тәҡдим итеү мөмкинлеге булған тауарҙы
662