Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 663


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИДИОМАТИК
дөйөм күҙ алдына килтереү. □ Идея. Тауар идеяһы.
ИДЕЯЛЫ (Р.: идейный; И.: expressing ап idea; T.: ideolojik) с.
1. Ниндәй ҙә булһа бер идея, идеология менән һуғарылған. □ Идейный. Асыҡ идеялы әҫәр.
2. Алдынғы идеялар менән һуғарылған, шул идеяларға ихлас бирелгән. □ Идейный. Идеялы фекер.
ИДЕЯЛЫЛЫҠ (идеялылығы) (Р: идейность; И.: ideological commitment; T.: ileri fikirlere bağlılık) u.
Идеяға (3) бәйле булған хәл. □ Идейность. Романдың идеялылығы. ■ Әҙәби әҫәрҙең сәнғәти ҡиммәте образлылыҡ (һуҙ-һурәт), идеялылыҡ (мәғәнә), эмоционаллек (хис-тойғо) менән дә бәйле. «Ағиҙел», № 11, 2011.
ИДЕЯСЫЛ с. ҡар. идеялы. Идеясыл кеше.
ИДЕЯҺЫҘ (Р: без идеи; И.: nonideo-logical; T.: fikirsiz) c.
Ниндәйҙер идеяға ҡоролмаған; идеяһы булмаған, фекерһеҙ. □ Безыдейный, без идеи (идей). Идеяһыҙ кеше. Милләт идеяһыҙ йәшәй алмай. ■ [Бураншин — Искәндәргә:] Тот та, газетаға мәҡәлә яҙып, анау яуыздарҙы фашла, ҡәләмдәштәреңде уяулыҡҡа өндә, идеяһыҙ әҫәрҙәрен тәнҡитлә. Ә. Хәкимов.
ИДЕЯҺЫҘ Л ЫҠ (идеяһыҙлығы) (Р: безыдейность; И.: lack of ideology; T.: fikirsizlik) и.
Нимәгәлер үҙ фекере булмағанлыҡ, фе-керһеҙлек. □ Безыдейность, лишённость идеи. Идеяһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш.
ИДИЛЛИК (Р: идиллический; И.: idyllic; T.: idilik) с.
Идиллияға ҡоролған. □ Идиллический, идилличный. Идиллик мөнәсәбәт.
ИДИЛЛИЯ [рус. < гр. eidyllion ‘ҙур булмаған шиғыр’] (Р: идиллия; И.: idyll; T.: idil) и.
1. әҙ. Тәбиғәт ҡосағындағы тыныс, бәхетле тормошто идеаллаштырып күрһәткән бәләкәй шиғри әҫәр. □ Идиллия. Идиллияға
ҡоролған шиғри әҫәрҙәр яҙыу менән мауығыу. Идиллия жанры.
2. Шау-шыуһыҙ, вайымһыҙ, бәхетле тыныс тормош. □ Идиллия. Идиллия мөнәсәбәттәрен емереу. Идиллияны боҙоу.
ИДИОГРАММА [рус. < гр. idios ‘үҙенсәлекле’ + gramma ‘яҙма’] (Р: идиограмма; И.: idiogram; T: karyotiplerin şematik ifadesi) и.
Парлы булмаған хромосомдарҙың схематик күренеше. □ Идиограмма (графическое изображение отдельных хромосом со всеми их структурными характеристиками). Идиограмма өйрәнеу.
ИДИОЛЕКТ [рус. < гр. idio ‘үҙенсәлекле’ + lexis ‘телмәр’] (Р: идиолект; И.: idiolect; T.: idiolect) и. лингв.
Бер кешенең телмәренә хас үҙенсәлектәр. □ Идиолект. Идиолекттарҙы фәнни яҡтан тикшереу. Идиолект уҙенсәлектәре.
ИДИОМ [рус. < фр. < гр. idiöma] (Р: идиом; И.: idiom; T.: ağız ) и. лингв.
Урын йәки бер төркөм өсөн хас тел. □ Идиом (своеобразность, отличительная особенность языка, местное наречие, говор).
ИДИОМА [рус. < гр. idioma ‘үҙенсәлекле әйтем’] (Р: идиома; И.: idiom; T.: idyomatik deyim) и. лингв.
Билдәле бер телдең үҙенә генә хас булған тотороҡло тасуири һүҙ бәйләнеше (һуҙбәй-ләнеш тәшкил иткән һуҙҙәрҙең мәғәнәһе ул һуҙҙәрҙең айырым ҡулланылғандағы мәғәнәһенә тура килмәй, мәҫәлән, уҙәк өҙөлөу, ҡолаҡ ҡағыу һ. б.). □ Идиома. Идиомалар һуҙлеге. ■ Идиомаларҙың мөһим уҙенсә-лектәре шунда: уларҙың компоненттары бер-береһенә мәғәнә яғынан тығыҙ бәйләнә, айырым киҫәктәргә тарҡалмай, икенсе бер телгә һуҙмә-һуҙ тәржемә ителмәй. Ғ. Сәйетбатталов.
ИДИОМАТИК (Р: идиоматический; И.: idiomatic; Т.: idyomatik) с.
Идиоматикаға мөнәсәбәтле, идиомаға ҡоролған. □ Идиоматический. Идиоматик һуҙбәйләнеш. Идиоматик әйтем. ■ Идиоматик берәмектәр бик борон замандарҙа уҡ ҡалыплашҡанлыҡтан, уларҙың компонент
663