ИДИОМАТИКА
тарын алмаштырып булмай. Ғ. Сәйетбат-талов. Идиоматик әйтемдәр ике, өс һәм бер нисә һүҙҙән торорға, хатта тулы бер һөйләм тәшкил итергә мөмкин. Ж. Кейекбаев.
ИДИОМАТИКА [рус. < гр. idiöma ‘үҙенсәлекле әйтем’] (Р.: идиоматика; И.: study of idioms; T.: idy ornat ik deyimler) и. лингв.
1. Лексикологияның идиомалар тураһындағы бүлеге. □ Идиоматика. Башҡорт идиоматикаһы. Идиоматиканы өйрәнеү.
2. Телдә идиомалар йыйылмаһы.
□ Идиоматика. Идиоматика менән шөғөлләнеү.
ИДИОТ [рус.] и. ҡар. иҫәр.
ИДИОТЛЫҠ (идиотлығы) и. ҡар. иҫәрлек.
ИДИОТТАРСА р. ҡар. иҫәрҙәрсә.
Идиоттарса ҡыланыу.
ИДӨЛ [рус. < гр. eidolon ‘рәүеш, һүрәт’] (Р.: идол; И.: idol; Т: put) и.
1. Тәңренең йәки табынған эйәнең һүрәте; бот. □ Идол (изображение божества или духа, служащее объектом религиозного поклонения). Идолға ҡарап табыныу. Өй мөйөшөндәге идол.
2. күсм. Табыныу объекты. □ Идол; кумир. Һәр кемдең үҙ идолы бар.
ИДРАҠ [ғәр. ^1>1] (Р: ум; И.: intellect; T: idrak) и. иҫк.
Аң-белем, зиһен. □ Ум, разум. ■ Ғәжәп хайран булам ҡайһы бер иргә, алып идраҡ, ғәмәлде бирһә елгә. М. Өмөтбаев.
ИҘГЕЛӘНЕҮ (иҙгелән-) ҡ. төш. ҡар. иҙеү 3. страд, от иҙеү 3. М Иҙгеләнгән ҡамғаҡ аҡһаҡ эт кеүек һикерәнрәй-һике-рәнрәй тәгәрләүен белде. 3. Ураҡсин.
ИҘГЕНЛЕК (иҙгенлеге) (Р: гнёт; И.: oppression; T: baskı) и.
Хоҡуҡһыҙланған, иҙелгән хәл. □ Гнёт, угнетение, притеснение, эксплуатация. ■ «Рәсәй империяһының именлеге өсөн!» — ти ҙә һөрәнләй бит [генерал-губернатор]. Әйтерһең дә, иҙгенлектә инде — именлек.
3. Ураҡсин.
ИҘГЕС (Р: мутовка; И.: churn staff; T: çevrem) и. һөйл.
Нимәнелер иҙә торған ҡорамал. □ Мутовка. Йәшелсә иҙгес. Тамыраҙыҡ иҙгес.
ИҘҘЕРЕҮ (иҙҙер-) ҡ. йөкм. ҡар. иҙеү. понуд. от иҙеү.
ИҘЕЛ [боронғо төрки этил ‘ҙур йылға’] (Р: большая река; И.: large river; T: ırmak) и.
Ағып ятҡан ҙур һыу; йылға. □ Большая река. ■ Аҡтауҙың иң осонда, Иҙел бөгөлөндә торған һағауылдар аръяҡта, Күгиҙел тарафында бик ҙур саң күтәрелеүен хәбәр итте. 3. Ураҡсин. • Иҙел кисмәй ил булмаҫ, ҡурҡаҡ егет ир булмаҫ. Мәҡәл. Иҙел күрмәй итек сисмә. Мәҡәл. Илен һөйгән — кисеүһеҙ иҙел кискән. Әйтем. Иҙел аша сыҡҡан бесәй имгә ярай. Әйтем.
ИҘЕЛЕП БӨТӨҮ (иҙелеп бөт-) (Р: стать мягким; И.: slacken; T: gevşemek) ҡ.
Йомшаҡ хәлгә килеү. □ Стать мягким, рыхлым. Аяҡ аҫтындағы тупраҡ иҙелеп бөттө.
ИҘЕЛЕП ТӨШӨҮ (иҙелеп төш-)(Р: рассыпаться; И.: fall to pieces; T: gevşemek) ҡ.
Юҡҡа сығыу, бөтөү. □ Рассыпаться, потерять первоначальный вид.
ИҘЕЛЕҮ (иҙел-) ҡ. төш. ҡар. иҙеү I. страд, от иҙеү I. Иҙелгән туҡмас. ■ Бер ҡатын ҙур ғына банка менән иҙелгән крахмал күтәреп инде һәм Әмирхановтан иғландарҙы алып сығып китте. С. Агиш. Ниһәйәт, башҡорт иле йөҙ илле йыллыҡ ҡот осҡос иҙелеүҙән арынырға тора ла баһа. Ә. Хәкимов. Кисә генә ҡатҡан ҡата, һәләмә сәкмән кейеп байға бил бөккән, тормош төпкөлөндә иҙелгән ярлы-ябаға был аҫты-өҫкә түңкәрелгән донъяла иң өҫкә ҡалҡып сыҡты. Г. Ғиззәтуллина.
ИҘЕЛЕҮСЕ (Р: угнетаемый; И.: oppressed; T.: ezilmiş) и.
Иҙеүсе синыф тарафынан йәберләнгән кеше йәки халыҡ. □ Угнетаемый. / Угнетённый, эксплуатируемый. Иҙелеүсе халыҡ. ■ Кыҙғандан-ҡыҙа барған Михаил, хакимлыҡ итеүсе төрлө милләттең байҙары иҙелеүсе халыҡты туҡмаған ваҡытта Сафуан кеүек кешеләрҙең хыянат итеүҙәрен фашланы. Я. Хамматов.
664