ИҘЕҮ
ИҘЕЛ ЙЫЛАН (Р.: название башкирского рода; И.: a wostern Bashkir clanal subdivision; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Йылан ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода племени елан.
ИҘЕЛ ҠАҢНЫ (Р: название башкирского рода; И.: a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңны ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода племени канглы.
ИҘЕЛ ҠАТАЙ (Р: название башкирского рода; И.: name of an eastern Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода племени катай.
ИҘЕЛМӘ I (Р: раствор; И.: grout; T: harç) и.
Цемент, ҡом, эзбиз кеүек нәмәләрҙе һыуға иҙеп әҙерләгән төҙөлөш материалы. □ Раствор. ■ Иҙелмәне ваҡытында килтермәү сәбәпле ташсылар йыш ҡына буш тора. Б. Мырҙағәлиев. Яҡшыраҡ быраулау өсөн аҡ балсыҡ иҙелмәһенең сифаты үҙгәртелде. Ғ. Ибраһимов. Ислам тәғлимәте кирбестәрҙе бер-береһенә йәбештерер иҙелмә булһын! — тине имам, йоҙроғо менән һау аны ярып. Ә. Хәкимов. [Сәмиғ менән Сания] өс көн эсендә икәүләп иҙелмәне биҙрәләр менән ташып нигеҙҙе ҡойҙолар. Т. Ғиниәтуллин.
ИҘЕЛМӘ II (Р: болезнь копыт; И.: felon, whitlow; T.: toynak hastalığı) и. вет.
1. Һыйыр малындағы тояҡ ауырыуы (малды аяҡтан яҙҙыра). □ Болезнь копыт, панариций. Быйыл малдар иҙелмә менән интекте.
2. диал. Бешмә. □ Ящур.
ИҘЕЛӘ БИРЕҮ (иҙелә бир-) (Р: становиться немного мягким; И.: get a little softer; T.: gevşemek) ҡ.
Әҙ генә иҙелеү. □ Становиться немного мягким, рыхлым. Картуф иҙелә биргән.
ИҘЕН [ғәр. ûâ1] (Р: разрешение; И.: permission; T.: izin) и. иҫк.
Рөхсәт, ризалыҡ. □ Разрешение, позволение. ■ Шул ваҡыт берәү килгән илай-һыҡтай, аяғына баҫа алмай ҡолай-ҡолай һөйләргә Мәсем хандан иҙен һорап, башлаған һүҙ һөйләргә инде былай. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ИҘЕН ИТЕҮ (иҙен ит-) (Р: разрешить;
И.: permit; T.: izin vermek) ҡ.
Рөхсәт биреү, ихтыяр ҡуйыу. □ Разрешить, позволить. Уҡырға иҙен итеү.
ИҘЕРӘЙЕҮ (иҙерәй-) (Р.: сердиться; И.: be angry with; T.: kızmak) ҡ. диал.
Асыуланыу. □ Сердиться. Ииңә иҙерәйеп йөрөйһөң?
ИҘЕРӘҮ (иҙерә-) ҡ. ҡар. иҙрәү 4. ■ Тик таң алдынан, йоҡоһона баш була алмай, иҙерәп йоҡлап китә. Әкиәттән.
ИҘЕҮ I (иҙ-) [дөйөм төрки эз-] (Р: месить; И.: knead; T.: yoğurmak) ҡ.
1. Ҡаты йәки онтаҡ һымаҡ нәмәне шыйыҡлыҡ ҡушып болғатыу. □ Месить, замешивать. Ҡорот иҙеү. Иҙмә иҙеү. ■ Сәмиғ иҙелмәне лә үҙе иҙҙе — ни тиһәң дә, төҙөүсе. Т. Ғиниәтуллин.
2. Һыуға һалып иретеү. □ Растерев, растворять, готовить раствор; разводить. Эзбиз иҙеү. Крахмал иҙеү. Иҙеп алыу.
3. Ҡаты нәмәне төйгөләп, баҫҡылап ваҡлау; онтаҡлау. □ Мять, разминать, давить; раздавливать. ■ Ундайҙар [ҡанһыҙ әҙәмдәр] өсөн кеше ғүмерен ҡыйыу — аяҡ аҫтындағы бөжәкте тапап иҙеү менән бер. Ә. Хәкимов.
4. Йомшаҡ, һыулы нәмәне һытыу. □ Давить, раздавливать. Еләкте иҙеү. Иҙеп сығыу.
5. Һуғып йәмшәйтеү. □ Сплющивать, расплющивать, мять. Тимерҙе иҙеү.
6. Тапап борһалау, болартыу. Н Мять. Мендәрҙе иҙеү. Урынды иҙеү.
7. күсм. Ныҡ итеп туҡмап, хәлдән тайҙырыу. □ Сильно побить, избить. Һуштан яҙҙырғансы иҙеү. Иҙеп ташлау.
8. күсм. Ҡыйратыу, юҡ итеү, бөтөрөү. □ Уничтожить. Дошманыңды иҙеү.
665