Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 666


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҘЕҮ
9. кусм. Ыҙалатыу, ҡаҡшатыу. □ Изматывать, изнурять кого. ■ [Хәлимә:] Әйтмә инде, Йыһан абыстай, ишек алды эше мине ҡаты иҙҙе. Ш. Шәһәр. Ыбыр-сыбыр тойғолар, суп-сар теләктәр, ҡыҫыр көйоктәр өҫтө-өҫтөнә йыйылып һине иҙә. Г. Ғиззәтуллина.
10. кусм. Капитализм шарттарында кешене ныҡ хоҡуҡһыҙға әйләндерел, ҡаты ҡыҫыу; ирекһеҙ хәлдә эшләтеү. □ Угнетать, притеснять. ■ [Хисмәтулла] ни өсөн революцион юлға баҫырға мәжбур булыуын, байҙарҙың Саҡмай ауылында һәм приискыла йәшәгән халыҡты алдап иҙеуҙәрен һәм шахтёрҙарҙы баҫтырып ултереуҙәрен әйткәс, халыҡ тауышы яңынан баҫыла төштө. Я. Хамматов.
♦ Иҙмәһен (йәки иҙмәләй) иҙеү бик ҡаты итеп туҡмау. □ Сильно побить, избить. ■ [Юлдаш Ричардҡа ташланып:] Йәнеңде алам .. бәхетең инде, кешеләр бар. Юғиһә, иҙмәңде иҙә инем! Ш. Бикҡол, һыуға таш иҙеп эсер сиккә етеү асығыуҙың һуңғы сигенә килеү. □ Сильно проголодаться.
ИҘЕҮ II [боронғо төрки изег\ (Р.: разрез рубахи; И.: shirt slit; T.: yırtmaç) и.
1. Күлдәктең түштән асыла торған итеп, әҙепләп теккән өлөшө. □ Разрез (у ворота) рубахи. ■ Азамат уның [Батыргәрәйҙең] иҙеу төймәләрен ысҡындырҙы ла башын сайҡап ҡуйҙы: иңбашы ҡара янып сыҡҡан. Р. Солтангәрәев. Бына тиреҫ яғынан һалҡынса ел иҫеп утә, биттән, ҡулдан, иҙеуе асыҡ туштән рәхәт иттереп һыйпай. Н. Мусин. Ағиҙелдә боҙ китеуен ҡарарға тип Ҡаран буйлап барған шәкерттәр, камзул иҙеуҙәре аша ҡуйындарына бәреп ингән һалҡын елдән ҡалтыранып, уны-быны абайламайынса, йылға өҫтөнә куҙ ташланылар. Ғ. Ибраһимов.
2. этн. ҡар. алмиҙеү.
ИҘЕҮ III (Р: уголки рта; И.: mouth’s edge; T.: ağız ucu) и. диал.
Ауыҙҙың ике яҡ сите. □ Уголки рта.
ИҘЕҮ IV и. ҡар. иҙгенлек. ■ Мырҙағол, башҡа крәҫтиәндәр кеуек ук, иҙеуҙең бөтә
ауырлығын татыған кеше, һәм улар кеуек ук ул иҙеуселәрҙе курә алмай. Картотека фондынан. Тәуге казактарҙың.. уҙ баярҙары иҙеуенән ҡасып, ошо Яйыҡ буйына тупланыуҙары, Аҡһаҡ Тимер ябырылған саҡтарҙа уҡ уларҙың бында булғанлығы хаҡында ишеткәне бар ине Кинйәнең. Ғ. Ибраһимов.
ИҘЕҮ АТ (Р: необъезженный конь; И.: unbroken horse; T.: torlak at) u.
Еккегә йөрөмәгән ат. □ Необъезженный конь. Иҙеу ат бик сапсан була.
ИҘЕҮ БАУЫ и. диал. ҡар. үңербау.
ИҘЕҮ ҠАПЛАМАҺЫ (Р: планка; И.: leath, slat; T.: gömleğin detayı) и.
Күлдәк иҙеүенең өҫкө ҡаты. □ Планка (рубашки). Кулдәккә иҙеу ҡапламаһы тегеу.
ИҘЕҮ ҠАПҠАСЫ и. ҡар. иҙеү ҡапламаһы.
ИҘЕҮЛЕ (Р: с разрезом (у ворота)', И.: with a slit; T.: yırtmaçlı) с.
Иҙеү (II) ҡуйып тегелгән. □ С разрезом (у ворота). М Ҡайһылай еңел атлай [Линара], әйтерһең, талпынып оса. Европа стилендә тегелгән асыҡ иҙеуле, ҡупшы кулдәк уға ҡайһылай килешә. Л. Яҡшыбаева. Секретарша Роза өҫтөнә тәненә һылашып торған киң иҙеуле яңы зәңгәр кулдәк кейеп килгән. Д. Бүләков.
ИҘЕҮЛЕ КҮЛДӘК (күлдәге) (Р: платье с пришитыми полукругом монетами; И.: dress; T.: gömlek türü) и. этн. диал.
Күкрәгенә тәңкәләр, муйынсаҡтар, таҫмалар тегелгән күлдәк. □ Платье, на груди которого полукругом пришиты монеты, бусы, ленты. ■ Элек башҡорттар матур-матур иҙеуле кулдәктәр кейгәндәр. Экспедиция ма-териалдыранан.
ИҘЕҮЛӘҮ I (иҙеүлә-) (Р: делать разрез (у ворота)', И.: slit; T.: yırtmaç yapmak) ҡ.
Иҙеү (II) ҡуйыу. □ Делать разрез (у ворота). Ирҙәр кулдәген иҙеуләп тегеу.
ИҘЕҮЛӘҮ II (иҙеүлә-) (Р: понукать лошадь, подёргивая вожжи; И.: urge a horse on; T.: dehlemek) ҡ. диал.
666