Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 667


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҘРӘТЕП БӨТӨРӨҮ
Атты теҙгененән йәки дилбегәһенән тартҡылап ҡыуыу. □ Понукать лошадь, подёргивая вожжи. Атты иҙеуләу.
ИҘЕҮСЕ (Р.: угнетатель; И.: oppressor; T.: ezen) и.
Сәйәси, иҡтисади, рухи яҡтан баҫым яһаусы. □ Притеснитель; эксплуататор. ■ [Михаил:] Бер ваҡыт шундай көн тыуасаҡ: халыҡ барыһы ла тиң буласаҡ. Иҙелеусе лә, иҙеуселә бөтөрөләсәк. Я. Хамматов.
ИҘЕҮСӘ (Р.: жабо; И.: jabot; T.: jabo) и.
1. Селтәр йәки нәфис туҡыманан бөрмәләп, күпертеп тегелгән яға. □ Жабо. Кулдәккә иҙеусә тегеу.
2. диал. Алмиҙеү. □ Нагрудное украшение, округлое снизу, с монетами и позументом. ■ Мәғфурә ҡыҙының ҡалай тәңкәләрҙән ситенә ҡортбаш теҙеп яһалған быҙау телендәй генә иҙеусәһен уға һалындырғас, Хаят та ҡыҙыҡты, һ. Дәүләтшина.
ИҘЕҮСӘЛЕ КҮЛМӘК (күлмәге) и. диал. ҡар. иҙеүле күлдәк.
ИҘЕШЕҮ (иҙеш-) ҡ. урт. ярҙ. ҡар. иҙеү 1,1—5. взаимн. от иҙеү 1,1—5.
ИҘИШ (Р.: идиш; И.: Yiddish; T.: Yahudi Al mancası) и.
Европала, Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Израилдә йәшәгән йәһүдтәр теле. □ Идиш. Иҙиш телен өйрәнеу.
ИҘ-МИҘ (Р: слабоумный; И.: imbecile; T.: aklı zayıf) и. диал.
Аҡылға зәғиф. □ Слабоумный, ненормальный. Иҙ-миҙгә әйләнеу.
ИҘМӘ I и.
1. ҡар. иҙелмә I. М Бөгөн Сәриә бөтә булмәгә бер уҙе хужа. Таплы-таплы һоро штукатуры, иҙмәгә буялып бөткән шыр иҙәндәре .. менән хәҙергә ниндәй йәмһеҙ әле булмә. Р. Төхвәтуллин.
2. Төйөлгән еләк-емеш, йәшелсәләрҙән әҙерләнгән ашамлыҡ йәки аш тәмләткесе. □ Пюре (картофельное, яблочное, фруктовое, томатное). Картуф иҙмәһе.
ИҘМӘ II и. диал. ҡар. зәңге.
ИҘМӘ ӘҘЕРЛӘҮ МАШИНАҺЫ (Р: растворосмеситель; И.: mortar mixer; T: mikser) и.
Цемент, ҡом, эзбиз кеүек нәмәләрҙе һыуға иҙеп әҙерләү машинаһы. □ Растворосмеситель. Иҙмә әҙерләу машинаһын көйләу.
ИҘРАТЫУ (иҙрат-) (Р: сильно мять; И.: press heavily; T: ezmek) ҡ.
Ныҡ итеп иҙеү; һытҡылау. □ Сильно мять, давить. Муйылды иҙратып бөткәндәр.
ИҘРАУ (иҙра-) (Р: сильно мяться; И.: crumple heavily; T.: ezilmek) ҡ.
1. Ныҡ итеп иҙелеү; һытылыу. □ Сильно мяться, давиться. Ҡурай еләге ныҡ бешкән, йыйыуы ауыр, иҙрап тик тора.
2. диал. ҡар. иҙрәү 1. Кулдәкте иҙратыу.
ИҘРӘЙЕҮ I (иҙрәй-) (Р: выпучивать глаза; И.: goggle; T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
Асыуланып, бәзрәйеп текәлеү. □ Выпучивать, таращить глаза. Тиктомалға иҙрәйеу. Иҙрәйеп ҡарау.
ИҘРӘЙЕҮ II (иҙрәй-) ҡ. диал. ҡар. ирәйеү 2.
ИҘРӘП ЙОҠЛАУ (иҙрәп йоҡла-) (Р: сладко спать; И.: sleep; T: tatlı uyumak) ҡ.
Рәхәтләнеп йоҡлау. □ Сладко спать, спать сладким сном. Бала иҙрәп йоҡлай. ■ [Тумэр Ҡырымғужин] керҙе лә мендәргә терәлде һәм яҙғы ҡояш йылытҡан бул-мәлә иҙрәп йоҡлап китеуен һиҙмәй ҙә ҡалды. Н. Мусин. [Вафин — Дилбәргә:]Берәй уҙемдең «Волга» ға ла ултыртып йөрөтөрмөн әле, көнө бөгөн тугел. Бәуетеп кенә йөрөтөрмөн, иҙрәп йоҡлап барырһың... Р. Камал.
ИҘРӘП КИТЕҮ (иҙрәп кит ) ҡ. ҡар. иҙрәтеп ебәреү. Мунсанан һуң, тәнем яҙылып, иҙрәп киткәнмен.
ИҘРӘП ТОРОУ (иҙрәп тор-) ҡ. ҡар. иҙрәтеп тороу.
ИҘРӘП ТӨШӨҮ (иҙрәп төш-) (Р: обессилеть; И.: weaken; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Хәлһеҙләнеп, әлһерәп төшөү. □ Обессилеть, чувствовать слабость, быть вялым.
ИҘРӘТЕП БӨТӨРӨҮ (иҙрәтеп бөтөр-) (Р: износить; И.: wear out; T.: yıpratmak) ҡ.
667